Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Степа ағай — полицай”
“Степа ағай — полицай”Бынау мәскәүҙәрҙе әйтәм, Хөкүмәт улар өсөн генә Рәсәй халҡы хыялланған коммунизмды төҙөп бирҙе. Бөтөн ил байлығы баш ҡалаға ағыла. Улар “ҡара” эш башҡармай ғына хеҙмәт хаҡын да сумырып ала, ә беҙгә, ябай рәсәйҙәргә, мөнйөлгән һөйәк ташлай. Халыҡтан таланған, урланған аҡса күп булғас ни, төрлө фирҡә ойоштороп, сыбар әләмдәр күтәреп аҙна һайын урамдарға сығалар, зәңгәр экрандарҙа төрлө кәмит күрһәтәләр. Быға тиклем Хөкүмәт менән бергә халыҡты талаған, бөгөн килеп, һимеҙ ҡалъянан ситләштерелгән бәғзе берәүҙәр, беҙгә өр-яңынан социализм төҙөп “бирә”, икенселәре онотолоп китеп: “Рәсәй тик урыҫтарға!” — тип ысҡындыра. Ә быныһы, имеш, төнгө Мәскәүҙең юл буйҙарына аҡса эшләргә сыҡҡан студент ҡыҙҙарҙы самолетына тейәп, Европаға белемен камиллаштырырға “Куршавель байҙары менән күрешә бел” тип аталған изге миссия менән алып барған икән.
Мәскәү ҡайнай, мәскәй гөрләй. Бетон менән көпләнгән Болотный һаҙлығында, тубыҡланған Поклонный майҙанында сыбар тулҡын сайҡала. Уларҙы тынысландырырға елгә триллион һум осороп исемен алмаштырған полиция хеҙмәткәрҙәре баҫҡан. Шул саҡ миңә Владимир Маяковскийҙың “Бөтөн һөнәр ҙә яҡшы, һайла күңелеңә оҡшағанын” тигән шиғыр юлдары хәтергә килә, сөнки майҙандағылар: “Даешь Газпром! Даешь банки! Олигарх булам!” — тип һөрәнләй. Эт һимерһә, эйәһен тешләй, тиҙәр. Ни сыҡһа, баш ҡаланан сыға шул. Ә үҙәк урамда, Кремлгә илткән юлда, дубинкаһын уйнатып Сергей Михалковтың яңыраҡ ҡына аттестация үткән “Степа ағай — полицай”ы тора.
Әхмәҙин ӘФТӘХ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла

Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла 24.08.2018 // Аҡмулла / Әҙәбиәт

Ҡурсаҡ театры тамашасыларға бер юлы өс премьера әҙерләне: “Етем төлкө”, “Буратино” камера...

Тотош уҡырға 1 580

Икеһе лә балалар өсөн

Икеһе лә балалар өсөн 24.08.2018 // Социаль мәсьәлә / Аҡмулла

Бөрйән районында “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект программаһы”на ярашлы ике...

Тотош уҡырға 1 555

Төмәнәктә туйҙар матур үтә

Төмәнәктә туйҙар матур үтә 24.08.2018 // Аҡмулла

Ҡайһы берәүҙәр “ауыл бөтә” тип ҡайғырғанда, Туймазы районындағы Төмәнәк ауылы халҡы дәртләнеп донъя...

Тотош уҡырға 1 362

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!.

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!. 24.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Хәҙер календарға күҙ һалыу менән аптырашҡа ҡалаһың, һәр көн – ниндәй ҙә булһа байрам. Ҡайһы бер...

Тотош уҡырға 1 532

Ике аҡҡош

Ике аҡҡош 16.08.2018 // Аҡмулла

Ике йәш йөрәк сәхнәлә табыша. Әхмәт Зәйнуллин менән Мәрхәбә Вәлишинаның уҡытыусы булып эшләй...

Тотош уҡырға 1 551

Урағайҙа, йөҙ йыл элек

Урағайҙа, йөҙ йыл элек 16.08.2018 // Аҡмулла

Рәсәй. Август. Ваҡиғалар....

Тотош уҡырға 1 341

Әҙерлек әүҙем бара

Әҙерлек әүҙем бара 10.08.2018 // Аҡмулла

Балалар яңы уҡыу йылын таҙа, төҙөк, күркәм мәктәптәрҙә ҡаршы алһын өсөн учалылар ҙур тырышлыҡ...

Тотош уҡырға 1 329

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...”

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...” 10.08.2018 // Аҡмулла

Шиғриәт – бер аҙ абстракт төшөнсә. Шағирҙың ижады, уның йәшәү кредоһы хаҡында телдән һөйләп аңлатыу...

Тотош уҡырға 1 523

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды 10.08.2018 // Аҡмулла

Уның хаҡында ижади фекерләгән, балаларын олимпиадаларға әҙерләгән уҡытыусы булараҡ яҙырғамы, әллә...

Тотош уҡырға 1 923

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!”

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!” 10.08.2018 // Аҡмулла

Өфөнөң Октябрь районына ҡараған Нуғай ҡасабаһында яңы төҙөлгән мәктәп әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә...

Тотош уҡырға 1 359

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу 10.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Уҡытыусы һөнәре элек-электән маҡтауға лайыҡ. Уның абруйы, бәҫе һәр ваҡыт юғары. Шуға күрә уҡытыусы...

Тотош уҡырға 1 680

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт 10.08.2018 // Аҡмулла

“iВолга-2018” Бөтә Рәсәй йәштәр форумына БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенты Роман Баязитов...

Тотош уҡырға 1 306