Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәҡиҡәт бәхәстә тыуа
— Һеҙ бөгөн үтә аҙ хәрәкәтләнәһегеҙ, йәштәр. Ҡасан һуңғы тапҡыр гимнастика яһанығыҙ йә иһә саңғыла шыуҙығыҙ? Аҙ ғына йүгерҙегеҙме, тынығыҙ ҡыҫыла башлай. Физик әүҙемлектең түбән булыуы һаулығығыҙҙа сағылыш таба. Нимә менән туҡланғанығыҙҙы ла күреп торам — ашағанығыҙ “кириешки” ҙа “чипсы”, эскәнегеҙ — пепси-кола ла шәрбәтле газлы һыу...
Медицина фәндәре докторы, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының менеджмент һәм физик тәрбиә кафедраһы профессоры Ынйы Низамованың шелтәле һүҙҙәренән студенттар һағайып ҡалғандай булды.
— Яңыраҡ Американан килгән туғандарыбыҙ магазиндарҙа йөрөгәндән һуң беҙҙәге байлыҡҡа таң ҡалды. “Һис тә уйламағайныҡ Башҡортостанда шул дәрәжәлә тәбиғи аҙыҡ-түлек күптер тип... Һеҙ ниндәй тәмле һөт эсәһегеҙ, итегеҙ ҙә, икмәгегеҙ ҙә ашап туйғыһыҙ. Беҙ ул тәмдәрҙе күптән онотҡанбыҙ, нигеҙҙә, рационды синтетик аҙыҡ биләй”, — тип ғәжәпләнде ҡунаҡтарыбыҙ. Ысынлап та, үҙебеҙҙәге файҙалы аҙыҡ муллығын ҡуллана белмәйбеҙ. Ә бит организм эшмәкәрлеген емереүсе көс былай ҙа ифрат күп. Һәр кем үҙ һаулығын үҙе хәстәрләй, сәләмәт булыуҙың 70–80 проценты үҙебеҙҙән тора, — тине профессор.
Ни өсөн беҙҙә йәштәр һаулыҡ ҡәҙерен белмәй? Егет һәм ҡыҙҙарҙың 60 процентының тәмәке төтөнө менән ағыуланыуы, алкоголле эсемлектәр менән самаһыҙ мауығыуы — шуға асыҡ миҫал. Кеше сәләмәтлеге менән үҙе идара итә аламы? Ни өсөн беҙҙә үҙеңде һаҡлау культураһы түбән?
Ошо көндәрҙә Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында үткәрелгән “түңәрәк өҫтәл”дә йәмәғәтселекте борсоған тап ошо мәсьәләләр ҡуҙғатылды. “Юғары уҡыу йорто — сәләмәт мөхит” тип аталған ҡорҙо академияның юриспруденция факультеты етәкселеге ойошторҙо. Студенттар менән осрашыуға Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдиновтың килеүе йәштәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Афғанстан ерендә ут-һыу кискән яугирҙең кеше рухын һындырырлыҡ аяныслы мәлдәрҙә лә үҙен нисек һаҡлауын, төшөнкөлөккә бирелмәй, наркотик, тәмәке, алкоголь кеүек һаулыҡты емергес хәүефтәрҙән ҡурсалай алыуын йәштәр бирелеп тыңланы. Бөгөн Рәсәйҙә йоғошло социаль сиргә әүерелеп барған суицид, балаларҙың тормош ауырлыҡтарына психологик яҡтан ҡаршы тора алмауы, күптәрҙең үҙен генә яратыу, мин-минлек, эгоизм кеүек сифаттарҙы еңергә көс тапмай, яҡындары, ата-әсәһе алдында яуаплылыҡ тоймай һуңғы сиктәге аҙымға барыуын депутат ғәфү ителмәҫлек хәл тип иҫәпләй.
— Үҙ балаһын ата-әсәнән башҡа бер кем дә, хатта прокурор ҙа, врач та, уҡытыусы ла яҡшы белмәй, уны яфалаған, тынғыһыҙлаған кисерештәрен, хис-тойғоларын аңлауға, ярҙам ҡулы һуҙыуға унан башҡа бер кем дә һәләтле түгел, тип уйлайым. Мин быны үҙем өс бала тәрбиәләп үҫтергән атай булараҡ әйтәм. Шуға күрә күҙ төбәп торған иң ҡәҙерле байлығығыҙ, имен киләсәгегеҙ — сабыйҙарығыҙҙың яҙмышы һеҙҙе ҡулда, тимәксемен хөрмәтле ата-әсәләргә, — тине Иршат Юнир улы.
— Тирә-яғыбыҙҙағы ымһындырғыс, юлдан яҙҙырғыс, әүрәткес нәмәләр ҡорбаны булмау өсөн рух ныҡлығы бик кәрәк. Мәҫәлән, шул уҡ Афғанстанда ағыулы, тилерткес үҫемлектәр араһында гиҙеп йөрөп тә, уны тәмләп тә ҡарамаған егеттәребеҙ булыуына һөйөнәм. Йылына өс тапҡыр (!) дөгөнән мул уңыш йыйырға булдырған тырыш афғандар ҙа илерткес үләндәргә битараф. Ағыулы матдәләрҙе таратыуҙан ҙур табыш алыусы наркобарондарҙы шөғөлдәренән туҡтатыусы көс кенә әлегә юҡ. Йәштәребеҙ мәкерле ҡапҡанға эләгеүҙән үҙҙәрен үҙҙәре һаҡларға, наркотиктарға “юҡ!” тип әйтергә өйрәнергә тейеш.
Йәштәрҙең алдынғы, тотороҡло, аңлы төркөмөн тәшкил иткән үҙенсәлекле студенттар аудиторияһы ла һыу тамсыһындай бер төрлө түгеллегенә инандыҡ. Шағир әйтмешләй, “йәшлек бит ул — йүгәнһеҙ ат, алдын бирмәй ҙә ҡуя”... Үҙ һүҙен һүҙ итте, еңеште, бәхәсләште, хәҡиҡәт дауланы ул бөгөн. Шуның өсөн дә ул йәшлек бит. Был осрашыу ҙа тормош ауырлыҡтарын еңә белеп йәшәүҙә фәһемле, иҫтә ҡалырлыҡ аҙым булғандыр, тип ышанабыҙ.
Динә АРЫҪЛАНОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 604

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 672

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573