Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Мурҙа– Ошо Рәйел ҡәйнеш бәлә­кәй сағынан иртә торҙо. Ана, ҡултығына әллә нимә ҡыҫ­тырып, Ҡыҙыл яғынан килеп инеп тә китте, – ти әсәйем.
Уға атайымдың тауышы ҡушылды:
– Ә-ә, ул талға барған бит. Берәй нәмә үрергә булғандыр.
– Халыҡ йоҡонан тороуға, бер шеш балығын ялтыратып, ҙур ҡара бесәйе менән ҡайтып та килә торғайны. Ул бесәйе эт һымаҡ эйәреп йөрөй бит әле үҙенә.
Әсәйем менән атайымдың шулай үҙ-ара йылы итеп һөйләшеүен ишетеп, уянып киттем. Башҡа бер уй килде: ҡар күтәртеп...
Сәй эсеп ултырғанда теге уйҙы ысҡындырҙым.
– Эйе, олатайың мурҙа һала торғайны шул, балыҡтың төр­лөһөн тота ине, үҙе анау сабаҡтарҙы яратты, – тине әсәйем.
Атайым, үҙе балыҡҡа йөрө­мәһә лә, ризалығын бирҙе.
– Аңғарып йөрө, яҙғы боҙға ярҙай булһа ла... – тип ҡалдылар.
Ҡыш ҡар бик мул яуғайны. Иртә тороп шәп иттем, тип ҡыуанып китеп барам. Көн салт аяҙ, һыуыҡ. Кисә көндөҙ ҡайһылай йылы булғайны бит әле, йырғанаҡтар аға ине. Таллыҡҡа килеп тә еттем, ҡар яҡшы күтәртә икән. “Бата-бата йөрөрмөн микән” тигән икелә­неүҙәр юҡҡа сыҡты. Бик ыңғай ғына йөрөп, бер ҡосаҡ тал алып ҡайттым.
– Ҡайһылай тиҙ йөрөнөң, олатайың белгән һымаҡ килеп, өйҙә сәй эсеп ултыра. – Байтаҡ утын ярып өлгөргән атайым, балтаһын ҡуйып, иркен тын алды.
Олатай ял көндәрендә хәл белеп сыҡҡылай торғайны.
Үҙем һиҙҙермәһәм дә, шатлығымдың сиге юҡ. Күпме хыялланғайным...
Олатай менән күрешеп, сисенеп бөтөүгә, ул минең ниәтте аңлағайны инде.
Олатай күрһәтә – мин эшләйем. Шулай булыша торғас, төшөнөп тә алдым. Эх, икенсе ҡулы ла булһа, ҡайһылай һәйбәт булыр ине, тип эстән үкенеп ҡуям, әммә быны һиҙҙер­мәйем.
– Олатай, һин ҡайһылай оҫта, – тип һоҡланыуымды белдерәм. Ул бер ҡулын Сталинград һуғышында ҡалдырып ҡайтҡан, ләкин бирешмәгән, һыңары менән бөтә эште башҡара торғайны, хатта бесән дә сапты. Өләсәй менән бик матур йәшәнеләр, һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр.
Күңелгә рәхәт булып китте. Олатай ҙа ҡыуана. Уның менән былай кинәнеп ултырған юҡ ине әле. Арҡанан берҙе һыйпап та ҡуйҙы. Ул, бәлки, үҙенең шөғөлө менән ҡыҙыҡһыныуыма ҡыуанғандыр.
Төш ауыуға хыялланған мурҙаны үреп тә бөттөк...
Боҙ китеп, көндәр әҙерәк йылынғас, ниһайәт, мурҙаны Рауил менән йылғаға алып барып һалдыҡ. Атаһы балыҡсы булғас, ул тәртибен белә.
Өмөттәр сикһеҙ, тик нимә эләгер: сабаҡтармы, әллә ҙур суртанмы? Шуны уйлап, йүнләп йоҡлап булманы. Ниһайәт, таң һыҙылыу менән дуҫыма шылтыраттым. Беҙ уның менән, кешеләрҙән әрләнһәк тә, тирәк­тәр башынан ике сым һуҙып, телефон үткәреп алғайныҡ.
Ара байтаҡ булыуға ҡара­маҫтан, тиҙ килеп еттек. Мурҙаны күтәрһәк, ни күҙ менән күрәбеҙ: бер ҙур шамбы эләк­кән. Шатлыҡтың сиге юҡ. Бик һирәк йылмайған дуҫымдың йөҙө ҡояштай балҡыны. Тик шатлыҡ оҙаҡҡа барманы. Ул ҡапыл үҙгәреп китте, нимәнелер күреп ҡойолоп төштө. Мин дә һиҫкәнеп, ҡапыл боролоп ҡараным да шаҡ ҡаттым. Өс-дүрт метр алыҫлыҡта ғына беҙгә мылтыҡ тоҫҡап берәү тора ине... Йөрәк табанға төштө. Тынлыҡ урынлашты. Балыҡ тотам тип, үҙебеҙ эләктек әллә?..
Тынлыҡты күркәм, яңғыра­уыҡлы тауыш боҙҙо:
– Үҙебеҙҙең малайҙар икән.
Ныҡлабыраҡ ҡараһам, Өфө­лә йәшәгән данлы артисыбыҙ Әхтәм ағай Абушахманов йылмайып тора.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 402

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 567