Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һүҙҙәр ҡыйынһынмаһын
Һүҙҙәр ҡыйынһынмаһын Өтөр бәләһе

Бәләкәй ҡалаларҙың береһе данлы юбилейына әҙерләнә бер заман. Ялтыратып китап та сы­ғар­ҙылар. Урамдарҙа хәлдәренән килгәнсә, рәхмәт, асфальт яңырт­тылар. Бөтә ерҙә тигәндәй, ҡот­лау, тәбрик, изге теләк һүҙҙәре. Тик барсаһында ла өндәш һүҙ алдынан өтөр ҡуйылмағайны. Етмәһә, ҡала кешеләренә гел тура мөрәжәғәт итеп яҙылған. Аралаштырып, исмаһам, “Яҡташ­та­рыбыҙҙы юбилей менән ҡот­лай­быҙ!” тиелһәсе лә бит. Ул саҡта был бәләле тыныш бил­дәһе кәрәкмәҫ ине. Яҙған кеше уйлап тормаған инде, бәлки, бындай ҙур нәмәләрҙә ваҡ-төйәкһеҙ ҙә яраған, тигәндер. Түрәләр иғтибар итмәгән. Баҫтырып сығарыусы компанияға – барыбер, түләһәләр булды. Байрам саралары бер-ике көндә булыр ҙа үтер. Ә был яҙыуҙар ярты йыл алдан уҡ эленгәйне, аҙаҡ та, ҡояшҡа уңғансы, елгә туҙғансы эсте оҙаҡ бошороп торор әле.
Бер бөртөк кенә өтөр юҡлығы язаларғамы, ярлыҡарғамы тигән киң билдәле тарихтағы ише үк, йәшәү йәки үлемде билдәләмәне, шулай ҙа аңлаған кеше бал мискәһенә сүмесбаштай ғына булһа ла дегет төшкәнен һиҙмәй ҡалманы.

Бер һүҙ менән әйткәндә…

– Беҙҙең халыҡ күтәремде бит ул… – тине яҡташтарымдың береһе.
Шуның менән, берҙән, ҡатмар­лы көнкүреш шарттарына күнеп йәшәүҙәренә, бәлки, үкенес тә белдергәндер, әммә быныһы әҙе­рәк булғандыр, тимен, күпселек – уларҙың, әллә ни сыпранламайынса, тормош юлдарын дауам иткәне өсөн ғорурлыҡтыр. Хәйер, быныһы әллә ни мөһим дә түгел, сөнки мин иғтибарҙы икенсе нәмәгә йүнәлтмәксемен, ағайҙың “күтәремде” тигәненә. Ошо бер генә һүҙ менән тотош төбәк кешеләре холҡон һүрәтләне лә ҡуйҙы. Һәм мин әле уны махсус диалект ялғауы менән бир­ҙем, сөнки, әҙәби телгә ауҙарып, “күтәремле” тиһәк, уның көсө кәмер, йомшара төшөр, күпте, ауырҙы күтәреүҙе әллә ни аңлата ла алмаҫ һымаҡ. Һәр хәлдә миңә шулай тойола.
Һәр нәмәгә үҙ һүҙе шул.

Онотолмаһа…

Беҙҙә март барыбер ҙә ҡыш айы инде ул. Яҡташтарым менән осрашҡайным, һүҙ юл хәлдәре, буран-муран, һалҡынлыҡ, яҙҙың һуңлауы тураһында сыҡҡас, олорағы:
– Һәйбәт-һәйбәт, – тине. – Яҙ артыҡ иртәләһә лә бармай. Аҙаҡ, майҙа, һыуытып ыҙалата торған.
– Ололар ҙа, йыл яҡшы килә, ти ул. – Һүҙгә икенсеһе, егермене яңы уҙғаны, ҡушылды.
Кемгә нисектер, ә миңә ошо йәп-йәш кешенең шулай өлкәндәр һүҙенә хөрмәт белдереүе хайран оҡшаны. Һис тә “ҡарттар ҙа” тимәне бит, шуның менән уларға, еңелсә генә булһа ла, өҫтәнерәк ҡарауын һиҙҙермәне. Интернетта ниндәйҙер берәй текә һәндерәле белгестең фаразын уҡығанын да әйтмәне, ә тап ололарҙың фекерен ҡабатланы.
Минеңсә, заман технологиялары, мода типме, ошо, барыбер ҙә ваҡытлы, мөҙҙәтле, ялтырауыҡ нәмәләр юлына төшөп алып кителмәһә, фундаменталь әйбер­ҙәр (шул уҡ үткәндәр тәжрибәһе) онотолмаһа, киләсәгебеҙ өмөтлө.
Кемгә нисек…

Ноябрь ямғыры төнгә табан ҡарға әйләнеп, иртәнсәккә ағастар ап-аҡ шәл бөркәнеп, шул ҡуп­шылыҡтарына ҡыуанышып, япмалары ҡойолоп ҡуймаһын инде, тип тын да алмай ултыралар.
– О, ҡайһылай матур! – тине берәү, тәҙрәгә күҙ һалып.
– Эй, йөрөүе уңайһыҙ, – тип ризаһыҙлыҡ белдерҙе икенсеһе. Бөгөн тышҡа сыҡҡаны булмаһа ла шулай тине.
Кемгә нисек шул был донъя.

Һауалағы ихтирам

Осҡос һауаға тиҙ күтәрелде. Менгән саҡта бер ни тиклем һелкенгеләне лә, тейешле юға­рылығына етеп, донъяға өҫтән баҡҡас, ҡапыл тынысланды, тигеҙ, яйға һалынған үҙ тормошо менән йәшәй башланы. Ниндәй­ҙер вазифаға үрләү өсөн ныҡ тырышҡан һәм, быға өлгәшкәс, еңел һулап ҡуйған әҙәм балаһы ине ул, гүйә. Ә самолеттар ысынлап та осҡан саҡтарында ғына йәшәйҙер инде, ерҙә уларҙың кемгә кәрәге бар: ҡанаттарын ысҡындырып, автобус һымаҡ йөрөтөп булмай ҙа баһа.
Осҡанда мин гел шуға иғтибар итәм: кешеләр унда бер-береһенә нисектер ихтирамлыраҡ булып китә: “Рәхим итегеҙ!”, “Рәхмәт!”, “Зинһар өсөн” һ.б.
Стюардессалар һут, һыу таратып сыҡҡайны. Бер аҙҙан, арбаларын этеп, яңынан күрен­де­ләр. Буш һауыттарҙы, салфетка­ларҙы йыйып йөрөйҙәр. Пасса­жирҙар бында, әйтелеүенсә, ғәләмәт ихтирамлы: ҡыҙҙарҙың стакандарға үрелгәнен көтмәй, уларҙы арба өҫтөнә үҙҙәре үк ултырта. Төптәге, иллюминатор янындағы, юлаусы ғына улай итмәй. Ойоп киткән ул, күрмәй. Күрмәһә ни, бер ҙә зыян юҡ, урталағы пассажир, ана, уның алдындағы өҫтәлсектән стаканды үҙе алып бирҙе.
Ошо ваҡытта пассажир уянып китте:
– Рәхмәт!
Поездарҙа бындай үҙ-ара ихтирам әллә ни булмай шикелле бит, әҙәмдәрҙе әллә ерҙән айырылыу шулай иттерәме?

Йәнәш,
әммә айырым


Әҙәби әҫәр уҡып ултырҙым да шуға иғтибар иттем әле: бының һөйләмдәрендә һәр һүҙ айырым кеүек тойоласы… Һикертеп-һикертеп уҡылалар. Бер-береһен яратмай шикелле улар. Әйтер­һең, бер-береһен яман оҡшат­маған икәү, ҡунаҡта йәнәш тура килгәндәр ҙә, ҡыйынһынып ултыралар, урын алмаштырырға тәнәфесте өҙөлөп көтәләр.
Һүҙҙәрҙең дә, баҡтиһәң, уңай­һыҙ хәлдәре була икән.
Мәжлестәгеләр күсеп ултырыр ҙа ул, һүҙҙәр улай итә алмай бит әле. Быларға инде, һөйһөн­мәйенсә өйләнешкән ир менән ҡатын шикелле, ғүмерҙәре буйы йәнәш, әммә айырым торорға тура килә, былай булғас.

Йылмайыу аша ажғырыу

Һатыусылар, һа-а-й, һаулыҡ һорашыусан булып китте хәҙер. Итәғәтлелек яғынан ҡарағанда был, һис һүҙһеҙ, шәптер: ишек­тәрен асып өлгөрмәйһең, ә һиңә, рекламалағылай киң йылмайып:
– Һаумыһығыҙ! – тиҙәр.
Тәүфиҡлы кеше булараҡ, ҡай­ҙа барып инһәң дә, сәләм би­рергә, шулай хәл-әхүәл һора­шырға күнеккәнһең һин, әммә сауҙаханала һинән дә тәрбиә­ле­рәктәр икән дә – алдан өлгөрәләр. Тауыштарында ихлас­лыҡ әҙерәк, әлбиттә, бәғзе бер һылыуҡай­ҙыҡында бөтөнләй юҡ. Ярай инде, көнө буйы ҡабатлай торғас, теленең тәме кәмеп бөтәлер инде.
Ана шул-шул, тәмһеҙәйә был шәп һүҙ.
Бер замандашым хатта шундай һығымта яһаған – һаулыҡ һорашһалар, тауарҙары икеләтә-өсләтә ҡиммәтерәк булып сыға. “Лутсы сәләм бирмәһендәр, ә нормальный хаҡҡа һатһындар”, – ти ул. Уныһы ла дөрөҫтөр инде. Юҡ, беҙ яғымлы булыуға, йылмайып тороуға ҡаршы түгелбеҙ. Шулай булһаң, эшең дә ҡыҙыу алға китәлер, әммә бында ла сама белеү кәрәк тәһә – һатып алыусы ла бойҙайҙы кәбәктән айыра, күңел күҙе үткер.
Уныһы ул әле. Шул уҡ замандашым ҡайһы ваҡыт берәй салондан алыр нәмәһен ала алмайынса сығып китә икән. Сөнки эш сәләмләү менән генә бөтмәй, залда йөрөгән ҡыҙ йә егет бының артынан төшөп ала ла, күләгәләй эйәреп йөрөй, ҡарашы ҡайҙа төшә, шул тауарҙы үлтереп маҡтай башлай. Һатып алыусы түҙә-түҙә лә: “Ярай, аңланым, рәхмәт”, – ти башлай. Ахыр сиктә: “Минең арттан йөрөмәһәгеҙ ине”, – тиергә мәжбүр була. Ә теге үпкәләмәй, күләгәме, ҡойроҡмо булыуын дауам итә, сөнки уға шулай ҡушалар.
Был нимә? Бигүк йылмая белмәгән Рәсәйҙең тәрбиәгә ыңғайлауымы? Кешегә йөҙ менән боролоумы? Бәлки, шулайҙыр ҙа. Тик бер ҡырҙан икенсеһенә һи­кереү ҙә түгелме һуң? Юғиһә яңыраҡ ҡына әле райпо һатыу­сыһының һине әҙәмгә һанамай ажғырып торғанын иҫләйһең дәһә.
Йылмайыу аша ажғырыуҙыр был, сөнки эйәреп йөрөп һиңә ба­ҫым яһай бит ул, һатып алы­уыңды талап итә.
Һәйбәт һүҙҙәр һәйбәт өсөн генә ҡулланылһын ине.

Яҙма ҡотлау

– Мин һүҙ һөйләргә, эһем… теге… әллә ни оҫта түгел инде ул, – тип урынынан ҡалҡына башланы бер ханым. Кәүҙәһенең ысын дәүмәлен онотоп китептер инде, һауыт-һабаны ҡойоп төшөрә яҙҙы.
– Ҡәҙерле юбиляр! – Китапса мөрәжәғәт итте. – Һеҙҙе… ней… тыуған көнөгөҙ менән, нәмәкәй… ҡотлайым. – Ниңәлер яҡын кешеһенә лә “һеҙ” тип өндәште.
Һүҙ ҡеүәһе, ысынлап та, наҡыҫыраҡ, ахырыһы, артабан нимә тиергә аптырап ҡалды. Ҡамырҙай йомшаҡ күренгән бармаҡтарының быуындарын шаҡылдығы сығара үҙе.
– Эйе, эйе… – тине табын­даштарҙан берәү.
– Шулай, шулай, бергә-бергә бәхетле йәшәргә яҙһын, – тип тәғәйен ярҙам итеп ебәрҙе икенсеһе.
– Эйе… – Ҡотлаусы, шулай тине лә, тағы туҡтаны.
Тора биргәс:
– Эй, мынауында яҙылғанды уҡыйым да ҡуям, – тип алдында ятҡан шау сәскәле ҙур открыткаға үрелде:
– Дорогой юбиляр!
Бая китапса башлауы ла шундағы баш һүҙгә бәйле икән.
Күҙлекһеҙ яҙа-йоҙа уҡып сыҡты.
– Бында шәп нәмәләр күп яҙылған, аҙаҡ иркенләп уҡырһың, ҡыҫҡаһы, ҡотлайым! – тип кенә сикләнһә, ни ҙә һуң!..

Ҙур һүҙ

Бер нисә йыл әүәле Тамара Танһыҡҡужина менән сатраш уйнаным. Эйе, уның менән, иптәш­тәр! Өҫтәүенә телекамера яҙып торғанда, кешеләр ҡарап ултыр­ғанда. Ул саҡта биш тапҡыр донъя, әллә күпме Европа, иҫәп­һеҙ-һанһыҙ мәртәбә Рәсәй чемпионы менән.
Түңәрәктәрҙе теҙеп сыҡтым да Тамаранан:
– Аҡтар менән уйнайһығыҙмы, ҡаралар менәнме? – тип һора­ным.
– Быны мин һеҙҙең ҡарамаҡҡа ҡалдырам, – тип яуапланы ул, ихлас йылмайып. Чемпиондар шулай киң күңелле була инде ул.
– Улай булғас, – тием, – аҡтар – минеке. Аҡтар башлай һәм еңә!
– Ю-у-у-ҡ, – тип йәнә ихлас йылмайҙы Тамара. Ысынлап мине еңеренә ышана микән ни? – Мәсьәләләрҙә генә шулай була бит ул.
– Ә-ә-ә, уныһы шулай, – тинем, ризалаштым.
Тәүге аҙымды яһағас:
– Тамара, һеҙ бит ҙур ярыш­тарҙа 100 шаҡмаҡлы сатраш уйнайһығыҙ, ә әле беҙҙең алдағы 64 кенә шаҡмаҡлы таҡтала булдыра алырһығыҙ микән? – тип “шигемде” белдерҙем.
– Алырмын. Мин дә шунан башлағайным. – Тағы ихлас йылмая.
Алыш “оҙаҡ ҡына” барҙы. Ара­һында, дөрөҫ, ваҡыт һүҙ һөйләүгә лә бүленде. Хатта, гармунға ҡушылып, бер куплет ҡына таҡмаҡ та әйтелде.
Ошоларҙы яҙғанда әле үҙем:
– Кем еңде һуң, әйтә һал!? – тигән түҙемһеҙ, бер ҡатлы һорау барлығын асыҡ аңлайым.
Уҡыусыларымдың береһе һүҙҙе, ана, бөтөнләй ҡыҫҡа тота:
– Еңдеңме, еңелдеңме?!
Яуаплайым:
– Эйе.
Ҡайһы ваҡыт бер генә, ҡыҫҡа ғына һүҙ ҙә ҙур яуаптан ҡотҡарып ҡуя шулай. Айырыуса хәлдән шаяртып ҡотолорға кәрәк булғанда.

Антонимы көслөрәк

– Э, туҡта! Кил бында! – Коридор буйлап үтеп барған, ҡырҡтан өҫтәгелер, ҡаҡ башлы ир, ниндәйҙер яһалма тауыш, тамаҡ төбө менән, ҡыҫҡа-ҡыҫҡа, шулай тине. Бүлмәләрҙең береһенә инәм тип ишеккә һонолған, киреһенсә, бөҙрә башлы йәш хеҙмәттәшенә, өндәште ул. Һәм бынан әрмелә әҙме-күпме хеҙмәт иткән кеше “бабай”ҙың йәш һалдатҡа уставта ҡарал­мағанса мөрәжәғәтен тиҙ аңлар һәм күҙ алдына килтерер ине.
Ләкин бөҙрә баш, аңлашы­лыуынса, һалдат бутҡаһын тәмләп ҡарамаған әле. Һәр хәлдә яуабы ундағыса килеп сыҡманы.
– Үҙең кил, юғиһә!.. – тип тегенең үҙенән яман ыҫыл­да­маны ул. Бәлки, тәмләгәндер ҙә, әммә, әрмеләгесә булһын әйҙә, тип ролен уйнайҙыр.
Шулайҙыр, ана бит, дорфа өндәшеүгә үсегеп, ынтылған урынына инеп тә китмәне, ә:
– У-у-у, дошман! – тип йыл­майҙы ла, ҡулын ишек тотҡа­һынан алып, “ҡарт яугир” яғына атланы. Был да сәхнәләгесәрәк килеп сыҡты, тәбиғәт уны ла әлеге һәләттән мәхрүм итмәгән.
Йылы күрештеләр. Стена буйынараҡ күсеп, ниндәйҙер бергәләп башҡарған, моға­йын, эштәре буйынса һөйләшә башланылар. Хәҙер инде ет­диләр, эшлеклеләр.
Ҡайһы саҡ һүҙ үҙе түгел, ә уның антонимы көслөрәк тә килеп сыға шулай: “Дошман” һүҙе лә “дуҫ”тай яңғыраны бит. Пеләш башлы иптәшебеҙ: “Зинһар, көтөп тор әле!” – тип йомшаҡ өндәшһә лә әлегеләй ҡыҙыҡ булмаҫ ине. Иҫтә лә ҡалыр инеме икән әле.

Рәсүл СӘҒИТОВ,
журналист һәм яҙыусы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла

Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла 24.08.2018 // Аҡмулла / Әҙәбиәт

Ҡурсаҡ театры тамашасыларға бер юлы өс премьера әҙерләне: “Етем төлкө”, “Буратино” камера...

Тотош уҡырға 1 580

Икеһе лә балалар өсөн

Икеһе лә балалар өсөн 24.08.2018 // Социаль мәсьәлә / Аҡмулла

Бөрйән районында “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект программаһы”на ярашлы ике...

Тотош уҡырға 1 555

Төмәнәктә туйҙар матур үтә

Төмәнәктә туйҙар матур үтә 24.08.2018 // Аҡмулла

Ҡайһы берәүҙәр “ауыл бөтә” тип ҡайғырғанда, Туймазы районындағы Төмәнәк ауылы халҡы дәртләнеп донъя...

Тотош уҡырға 1 362

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!.

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!. 24.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Хәҙер календарға күҙ һалыу менән аптырашҡа ҡалаһың, һәр көн – ниндәй ҙә булһа байрам. Ҡайһы бер...

Тотош уҡырға 1 532

Ике аҡҡош

Ике аҡҡош 16.08.2018 // Аҡмулла

Ике йәш йөрәк сәхнәлә табыша. Әхмәт Зәйнуллин менән Мәрхәбә Вәлишинаның уҡытыусы булып эшләй...

Тотош уҡырға 1 551

Урағайҙа, йөҙ йыл элек

Урағайҙа, йөҙ йыл элек 16.08.2018 // Аҡмулла

Рәсәй. Август. Ваҡиғалар....

Тотош уҡырға 1 341

Әҙерлек әүҙем бара

Әҙерлек әүҙем бара 10.08.2018 // Аҡмулла

Балалар яңы уҡыу йылын таҙа, төҙөк, күркәм мәктәптәрҙә ҡаршы алһын өсөн учалылар ҙур тырышлыҡ...

Тотош уҡырға 1 329

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...”

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...” 10.08.2018 // Аҡмулла

Шиғриәт – бер аҙ абстракт төшөнсә. Шағирҙың ижады, уның йәшәү кредоһы хаҡында телдән һөйләп аңлатыу...

Тотош уҡырға 1 523

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды 10.08.2018 // Аҡмулла

Уның хаҡында ижади фекерләгән, балаларын олимпиадаларға әҙерләгән уҡытыусы булараҡ яҙырғамы, әллә...

Тотош уҡырға 1 923

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!”

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!” 10.08.2018 // Аҡмулла

Өфөнөң Октябрь районына ҡараған Нуғай ҡасабаһында яңы төҙөлгән мәктәп әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә...

Тотош уҡырға 1 358

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу 10.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Уҡытыусы һөнәре элек-электән маҡтауға лайыҡ. Уның абруйы, бәҫе һәр ваҡыт юғары. Шуға күрә уҡытыусы...

Тотош уҡырға 1 680

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт 10.08.2018 // Аҡмулла

“iВолга-2018” Бөтә Рәсәй йәштәр форумына БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенты Роман Баязитов...

Тотош уҡырға 1 306