Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мин – мөхәббәт!
Нәҫер
Мин – мөхәббәт! Көслөмөн, аҫылмын, гүзәлмен, сабырмын, нурлымын, йырлымын! Ләкин ҡылдан да нескәмен, һаҡ ҡағылығыҙ миңә! Минең яҙмышым – әҙәм балаларында. Улар менән бергә йәшәйем, бергә йәшнәйем.

Мин – мөхәббәт! Илаһи көс менән нурҙан яралып, күктән төштөм. Ғүмер йомғағына уралып һүтеләм. Кешеләрҙең хыялында бөрөләнәм дә сәскә атам, улар менән ҡыуанам, илайым.
Тәңремдән бирелгән көс менән йәшәйбеҙ. Мин көслө, сөнки мин – мөхәббәт! Кешеләрҙең күҙ нурҙарына уралып, донъяның матурлығын күрәм, йыр-моңдарға сорналып нур, матурлыҡ өләшәм, йәшәүгә көс бирәм! Тәҡдирҙәренә насип булып, яҙмыш ҡосағында ҡамсыланған әҙәм балаларына донъяның матурлығын, йылылығын күреп йәшәргә дәрт-дарман бирәм, сөнки мин – Мөхәббәт!
Бәләкәйҙән һыҙланып интеккән берәүҙең яҙмыш йом­ғағына уралдым да уның менән йәшәргә ҡал­дым, минең яҙмышым уның яҙмышы түгелме һуң?
Ул коляскала, ике аяғы ла ғәрип, нескә генә ҡулдары өҙҙөрөп скрипкала уйнай. Ишетәһегеҙме скрипка моңон?! Моң берсә күктәргә ынтылып, ҡояш нурҙарына үрелә, йәнә скрипканың нескә ҡылдарына килеп ҡушыла ла наҙын тирә-яҡҡа тарата...
Бәхетле әҙәм балаһы, үҙенең коляскала ултырғанын да онотоп, скрипка моңдары менән хыялында йөрәк тибештәрен тыңлай. Бәхетенән йүгерә, икәүләшеп талпынып осалар, сөнки улар бәхетле. Уларҙың икеһенең уртаһында мин – Мөхәббәт – бар, мин уларға көс бирәм. Осорға ҡанат ҡуйыусы, алдағы йәшәүҙәренә нигеҙ һалыусы мин – нескә ҡыллы, көслө Мөхәббәт – бар! Ашар ризыҡтарына, эсәр һыуҙарына тәм, өйҙәренә йәм биреүсе мин түгелме?
Моңло аҫыл егет скрипкаһында уйнай. Мөхәббәте өсөн ул ҡалған ғүмерен бирергә лә риза! Уның гүзәле килергә, скрипкала уйнағанын ишетергә тейеш, моңо менән ул оло хисен аңлатырға тейеш!
Теле менән аңлата алмаһа, моңо менән аңлатыр ул, һөйләшеүҙән мәхрүм булһа ла, уның моңо бар, скрипкаһы һәм оло мөхәббәте – мин бар! Был беренсе тапҡыр ғына осрашыу түгел бит, улар күп тапҡырҙар шул үҙҙәре яратҡан саф һыу­лы шишмә янында күрешә. Сөнки мин – Мөхәббәт – уларҙы бында алып киләм, мин көслө! Көткәндә бер минут ваҡыт та сәғәттәр кеүек һуҙыла. Ниңә мөхәббәтле егетте ҡыҙ зарыҡтырып көттөрә? Юҡ, үҙем ҡаршы барам! Ул бит минең менән көслө.
Егет, коляскаһын тауға табан ыңғайлап, үҙе генә кис­кән юлға боролдо. Бына ашығып тәгәрәгән тәгәрмәстәр тормозһыҙ аҫҡа тәгәрәргә тотондо! Йә, Хоҙай, егет, ҡайҙа һинең сабырлыҡ? Ана, ҡар­шы килгән ике толомло ҡыҙ, тауҙан төшкән колясканы туҡтатырға тип, кинәт юлға арҡыры ятты. Ҡанатланып тәгәрәгән коляска ҡыҙҙың кәүҙәһенә терәлеп туҡтаны ла юл сатына ауҙы. Скрипкалы егет коляскаһынан йәшел сирәмгә килеп төш­кәндә ҡыҙҙың таныш, һипкелле йөҙөн күрҙе. Иренен әкрен генә ғәзиз, ҡәҙерле алһыу ирендәренә тейҙереп: “Көттөм һине, рәхмәт, ҡәҙерлем, барлығыңа!” – тип күңеле менән, күҙ ҡарашы менән әйтте. Мин, Мөхәббәт, улар араһында тантана иттем! Егет үҙенең аяҡһыҙ үә телһеҙ икәнен дә, ә ҡыҙ үҙенең өҙөлөп ауыртҡан ғәрип арҡаһын да онотоп, шатлыҡ йәштәре биттәрен сылатҡанын да тойманы. Был бәхетле минутта скрипка моңона ҡушылып йырлап аҡҡан шишмәнең тауышы ғына тирә-яҡты сорнап алғайны.
Был мин – Мөхәббәт! Минең дә яҙмышым кешеләрҙеке кеүек төрлө-төрлө була, мин – нескә ҡыл, һаҡ ҡағылығыҙ миңә! Мин – Мөхәббәт – ҡанатлы, көслө, мәңгелек! Мин булғанға донъя матур, йылы, йырлы – ишетәһегеҙме, кешеләрем?!








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 672

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 042

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 563

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 768

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 590

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 447

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 502

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 403

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 657

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 396

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 564