Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бейеү сәнғәтендә йондоҙҙар ҡабыҙҙы
Бейеү сәнғәтендә йондоҙҙар  ҡабыҙҙы Хореография училищеһына балалар ун йәштән килә, шуға күрә күптәрҙең артабанғы яҙмышы алдан уҡ күҙалланғандай тойола. Сығарылыш кисәһе, театр, сәхнә, спектаклдәр, гастролдәр – хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем шулай дауам итә. Әйткәндәй, балет педагогын ябай уҡытыусы ғына түгел, балаларын оло тормошҡа әҙерләгән ата-әсәгә тиңләүҙәре лә осраҡлы түгелдер.

Уҡытыусы балет донъяһының нигеҙен – универсаль хореография телен – классик бейеүҙәрҙе өйрәтә, ҡатмарлы сәнғәт юлында йүнәлеш бирә, буласаҡ артистар тәрбиәләй, улар менән тәжрибә уртаҡлаша. Тап шуғалыр ҙа һәр бейеүсе үҙ күңелендә уҡытыусыһының исемен ҡәҙерләп һаҡлай. Ваганова, Дудинская, Сахарова, Пушкин, Мессесер, Тарасов, Пестовтың уҡыусылары балет тарихында тотош дәүерҙәрҙе тәшкил итеүе берәүгә лә сер түгел. Шул уҡ ваҡытта исемдәре киң билдәлелек алмаған, әммә тәрбиәләнеүселәре хәтерендә оло рәхмәт һәм ихтирам менән һаҡланған остаздар аҙмы ни?
Уҡытыусыбыҙҙан беҙ ҙә бик уңдыҡ. Педагогтар хаҡында һүҙ сыҡ­һа, һәр кем тәү сиратта Юлай Ғиниәт улы Ушановты телгә ала. Хореография училищеһында тәүге өс йыл ба­рыбыҙ өсөн дә еңел тойолманы, талап үтә лә көслө ине. Дүртенсе курс­тың башында Юлай Ушанов беҙҙе үҙ ҡанаты аҫтына алды. Үтә лә ҡәтғи старттан һуң арабыҙҙа балет экзерсисын ихлас яратҡандар бик һирәк бул­ғандыр. Ә Ушанов иһә дәрестәргә бө­төнләй икенсе ҡарашта ине. Мәш­һүр Юрий Иосифович Плахтан белем алған остазыбыҙ үҙенең эшендә лә уның принциптарына таяна торғайны. Дәрестә һәр саҡ ысын мәғәнәһендә ижад, театр рухы тантана итте. Теге йәки был хәрәкәтте башҡарыу оҫта­лығы, сағыулығы беренсе урынға ҡуйылды. Тәүге кластарҙағы тупаҫ­лыҡ, әрләү һүҙҙәре юморға һәм нескә иронияға алмашынды – Ушанов ошо рәүешле уҡыусыны кәмһетмәйенсә итәғәтле генә итеп етешһеҙлектәрен күрһәтә белә ине. Арабыҙҙағы мөнә­сәбәт йылынды, эшкә ҡарашыбыҙ тамырынан үҙгәрҙе. Дәрестәр йән­ләнде, ҡыйынлыҡтарҙы еңеп, яңы үр­ҙәргә ынтылыш барлыҡҡа килде. Ушанов үткәргән күнекмәләр логик яҡ­тан теүәллеге, йөкмәткеһе менән иғти­барҙы йәлеп итте. Комбинациялар ҡатмарлыраҡ булған һайын, бе­йеүҙәр мауыҡтырғысыраҡ, дәрес­тәр ҡыҙы­ғыраҡ ине, хатта ниндәйҙер ярыш ҡомары ла барлыҡҡа килә тор­ғайны. Һәр береһе хореография хази­наһын тәшкил иткән Ушанов адажио­ларын телгә алмау мөмкин түгел. Йыл­лыҡ имтихандар осоронда зал шы­ғырым тула, сөнки остазыбыҙҙың һәр дәресе сағыу концертҡа әүерелә торғайны.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Юлай Ғиниәт улының сәхнәлә бейегәнен күрергә насип булманы, сы­ғыш­тарының яҙмалары таҫмаларҙа ла һаҡлан­маған. Әммә башҡа педагогтарҙың, хеҙмәт­тәштәренең уҡытыусыбыҙға яҡшы мөнәсәбәтен, ихтирамын күрҙек. Өлкән быуын вәкилдәре һөйлә­гәндәрҙән, осраҡлы фраза­ларҙан күҙ алдыбыҙға мәшһүр артист баҫа ине. “Жизель”дәге Альберт, “Дон Кихот”тағы Базиль, “Сыңрау торна”лағы Йомағол, “Йоҡоға талған һылыу”ҙа Дезире – Өфө сәхнәһендә Ушановтың иң сағыу партиялары. Һаҡланып ҡалған һирәк кенә фотоларҙа һомғол буйлы, йыйнаҡ кәүҙәле, ҡиәфәтенән үк ниндәйҙер бөйөклөк, нур бөркөлөп торған ирҙең бейеп йөрөгәне сағыла. Юлай Ғиниәт улы үҙен сәхнәлә күргән кешеләр өсөн ысын йондоҙ булһа, шәкерттәре өсөн һөнәренең оҫтаһы ине.
Ушановтың бейеү кейемендә беҙ­ҙең менән бергә күнекмәләр яһауын, илһамланып яңы хәрәкәттәр уйлап табыуын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтә инек, һығылмалылығына, ҡупшылығына, башҡарыу оҫталығы һөҙөмтәһендә яңы бейеү тыуыуына һоҡлана торғайныҡ.
Карьераһын тамамлаған балет артистары, ҡағиҙә булараҡ, оҙон ғүмер­ле. Әммә улар араһында ваҡытынан алда баҡыйлыҡҡа күскән мәшһүр бейеүселәребеҙ ҙә юҡ түгел. Юрий Соловьев, Александр Годунов, Марис Лиепа кеүек ХХ быуаттың сағыу шәхестәре арабыҙҙан бик иртә китте. “Һәр нәмәнең үҙ мәле, ваҡытында китә белергә лә кәрәк”, – тип ҡабатлай торғайны Ушанов.
Мәшһүр артистың фажиғәһе тап ошоға ҡоролалыр, моғайын. Талантлы кеше һәр йәһәттән көс-ҡеүәтен файҙаланырға, һәләттәрен мөмкин тиклем тулыраҡ асырға тырыша. Балет артисының тормошонда был һыҙаттар айырыуса мөһим, сөнки бейеүсенең сәхнәлә үткән ғүмере әллә ни оҙон түгел. Тәү ҡарашҡа Ушанов яҙмыш тарафынан ҡыйыр­һытылмаған да кеүек: башҡорт балетында төп солист дәрәжәһе лә, тамашасы һөйөүе лә, республиканың халыҡ артисы тигән исеме лә, Совет илендәге етеш тормош күрһәткесен тәшкил иткән шәхси фатиры ла, автомобиле лә булған. Әммә уҡы­тыу­сыбыҙ йәш сағында Ленинградҡа барып мәшһүр хореограф Леонид Якобсондың “Хореографик миниатюралар”ын ҡарауы, үҙен дә труппаға алыуҙары, ләкин ғаиләһенән, яҡын­дарынан айырыла алмау сәбәпле Өфөлә ҡалыуы, мөмкинлектән фай­ҙа­лана алмауы хаҡында оло ҡыҙ­ғаныс менән һөйләй, бер үк ваҡытта уҡыусылары өсөн бик ҡыуана торғайны. Беҙҙең курс менән ул бар күңелен һалып эшләне, тәжрибә уртаҡлашты, ысын бейеү­селәр яһарға тырышты, уңыштары­быҙға ҡыуанды, уңышһыҙлыҡтары­быҙға бергә янып көйҙө.
Әлбиттә, Юлай Ғиниәт улы эшенә мөкиббән бирелгән, хис-дәрте ташып торған шәхес ине. Ихласлығы, тура һүҙлелеге, изге күңеллелеге өсөн уны барыһы ла яратты, ихтирам итте. Яҡты донъянан бик иртә китте ул. Кушнаренко районының Шәрип ауылында һуңғы төйәген тапҡан уҡы­тыусыбыҙға быйыл 70 йәш тулыр ине. Беҙ, Юлай Ғиниәт улының уҡыу­сылары, остазыбыҙҙы һис онот­майбыҙ, ҡылған изгелектәре өсөн уға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.

Уҡыусылары.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 597

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 409

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 663

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 403

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 567