Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кешелеклелек тыуҙырған мөғжизә
Кешелеклелек тыуҙырған мөғжизә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында “Йософ һәм Зөләйха” әҫәре буйынса ҡуйылған спектакль премьераһы ҙур уңыш менән үтте. Авторы – драматург Юныс Сафиуллин, режиссеры – Олег Ханов.

Был әҫәрҙе сәхнәләштереүҙең ауырлығын яҙып та, һөйләп тә аңлатыу еңел түгел. Авторы Юныс Сафиуллин уның жанрын “музыкаль риүәйәт” тип билдә­ләгән. Музыка, моң көслө, әл­биттә. Ул ваҡыты менән борон­ғоларҙың йөрәк һағышын, күңел тетрәнеүен, йәшәү рухын ғиззәт­ләүгә ярҙам итә. Уның хәҙерге башҡорт моңо менән аралашып китеүе – һоҡланғыс күренеш. Нәфислек Йософ һәм Зөләй­ханың мең-мең ауырлыҡтар аша килгән мөхәббәтен дә күркәмләй.
Кешелеклелек тыуҙырған мөғжизәЙософ бик зирәк, нескә күңел­ле, хис-хыялға бай, өҫтә­үенә иҫ китмәле, хатта илаһи дәрәжәлә гүзәл, һөйкөмлө була. Ағайҙары уны ҡойоға көнләшеү­ҙән төшөрөп ҡалдыра. Иманлыны Аллаһу Тәғәлә утта яндырмай, һыуға батырмай – ҡотҡара. Ир-егетлек ҡеүәтен 70 төрлө һөнәр күрһәтә, тиҙәр. Кешелеклелек сифаттарын ете йыл зинданда ултырғанда ла юғалтмай Йософ. Таш менән атҡанға аш менән атып яулай иманлы шәһәҙәт­лелекте. Туған­дарын ғәфү итә. Йософ­тағы кешелеклелек, намыҫлылыҡ һәммә иманлы заттарға өлгө булып торорлоҡ. Уға булған ҡайнар мөхәббәте Зөләйханың йәнен, ҡанын ҡайната, йөрәген ҡаҡшата. Мөхәббәттең илаһилығы ҡатын­дың керпектәренә гәүһәр йәш булып эленә.
Әҫәрҙе сәхнәләштергән режиссер Олег Ханов: “Битараф кешеләр генә был әҫәрҙә бер нәмә лә күрә алмаҫ”, – ти. Сәхнәгә 30-ҙан ашыу кеше сыға. Спектакль өсөн махсус 12 йыр яҙылған. Музыка авторы – Урал Иҙелбаев, ҡуйыусы-рәссам – Альберт Нестеров, хореография һәм пластика өсөн яуаплы – Сулпан Асҡарова. Проект Башҡортостан Башлығының ике миллион һумлыҡ грантын яулаған. Иҫ киткес ауырлыҡтар, ҡапма-ҡар­шылыҡ, күп ғазаптар аша тантана итә Йософ менән Зөләйханың иманлы, күркәм, ғәзиз мөхәббәте. Ғөмүмән, уны сәхнәлә күрһәтеп бөтөрөү мөмкин түгел. Ә бына автор, сәнғәт ҡушҡанса, уларҙы ҡауыштырыу яйын таба. Был ваҡытта зал иркен тын алып ҡуя, шатланып ҡул саба.
Баш режиссер Олег Хановҡа ҡарата бик күп йылы һүҙҙәр әйтке килә. Сәнғәттең алтын донъя­һына йөрәк дәрте, күңел дарманы менән аяҡ баҫты ул. Беҙҙең шарттарҙа “Йософ һәм Зөләй­ха”ны ҡуйыу – үҙе генә лә илаһи мөғжизә! М. Горький: “Сәхнә әҫәренең иң ғәҙел тәнҡитсеһе – тамашасы”, – тигән. Шуның дөрөҫлөгөнә, спектаклде ҡарағас, йәнә бер инандыҡ. Яратты тамашасы әҫәрҙе. Аяғөҫтө баҫып ҡул сабыу, йөрәк алҡышы даими күҙәтелеп торҙо.
Премьеранан һуң Олег Ханов менән һөйләшеп алдыҡ.
– Олег Закир улы, “Ҡиссаи Йософ” – бик боронғо әҫәр. Ни өсөн һеҙ драматург Юныс Сафиуллин яҙған музыкаль риүә­йәтте сәхнә­ләштерҙегеҙ, әҫәр ҡайһы яғы менән ҡыҙыҡһын­дырҙы? – тип һораным.
Ул бер генә һүҙ менән яуап бирҙе:
– Кешелеклелек!
Беҙ фекер алышыуҙы йыраҡ тарихтан башланыҡ. Баш-Ата Әҙәмдән, Баш-Әсә Һауанан. Унан “Ҡиссаи Йософ”ҡа килеп еттек. Яҡуп пәйғәмбәр һәм уның улы Йософ кешелек сифаттарын бик ауыр шарттарҙа һаҡлай. Йософ менән Зөләйханың күңел, йөрәк, йән, ҡан мөхәббәте лә кешелеклелек гәүһәре нигеҙендә нығый. Аллаһу Тәғәлә Әҙәм балаларына иманды йөрәк ҡанындағы шә­фә­ғәтлелеген ярып биргән. Был ҡан атайҙар йөрәгенә йәшәү хозуры булып күсә. Атай йөрәгендәге иманлы ҡан бала йөрәген шифалай. Йософ йөрәгендәге кешелеклелек ҡаны – атаһы Яҡуптан килгән бәндәселек иманы. Аҡыллы, аңлы, намыҫлы, әҙәпле, тәртипле кинйә улы Йософто юғалтҡас, ҡайғынан күҙ­ҙәре һуҡырая Яҡуп пәйғәмбәрҙең. Ҡайғыһын алһыу таңдарға, көндөҙгө ҡайнар ҡояшҡа, киске шәфәҡ нурына, төнгө йондоҙҙарға һөйләй ғәзиз атай.
Көндәрҙән бер көндө иртәнге сабах еле пәйғәмбәр Яҡупҡа улы Йософтоң донъяла барлығы, кешелекле, кеселекле булыуы, бәндәселеккә илаһи ғиззәтлек менән хеҙмәт итеүе тураһындағы изге хәбәрҙе алып килә. Ел Яҡуп пәйғәмбәрҙең сәстәрен наҙлай, арҡаһынан һөйә, йөрәгенә үтеп керә, күңелен күтәрә. Тәңре рухы менән иҫкән ел пәйғәмбәрҙең күҙҙәрен аса.
“Кеше – Ер һәм Күк мөхәббәте емеше”, – тип тә әйтәбеҙ. Шуға күрәлер, бәлки, поэмала кешелеклелек мәсьәләһе йыһандан килгән ауаздар, бөтә донъя, тәбиғәт һулышы тәғлимәте менән хуш ителә. Аҡ менән ҡара көс­тәрҙең киҫкен көрәше осоронда йәшәйбеҙ. Нисек кенә булмаһын, Ер шарында кешелеклелек, дөйөм кешелеклелек өсөн алыш бара. Иманым камил, аҡлыҡ еңәсәк! Атом бомбалары, магнаттар еңеләсәк. Бирһен Хоҙай! Әйткәнем фәрештәнең “амин” тигән сағына тура килһен!
Шөкөр, иман ҡайта. Әҫәрҙе сәх­нәләштергәндә ошо етди илаһилыҡтарҙы ла күҙ уңында тотҡан режиссер. Кешелеклелек еңә, кешелекһеҙлек үлә. Тарих шаһит: гонаһһыҙ ил дан тота, гонаһлы илде Ер йота. Уның шулай икәнлеген Помпей траге­дияһы ла иҫбат итте.
Ҡайтырға күмәкләшеп сыҡтыҡ. Һәр кем, премьераны маҡтап, йылы һүҙ әйтергә тырыша. Кемдер: “Мөғжизә был!” – тип ҡуйҙы. “Мөғжизә итеп һөйләрлек был ҡәҙәр ҙә шәп спектакль ҡараған юҡ ине”, – тине икенсеһе. Мин үҙем дә шундай фекерҙә. Ре­жиссерҙың алыҫ үткәндәге иманлы хәлдәрҙе бөгөнгө менән бәйләп биреү оҫталығын айырыу­са ныҡ оҡшатҡан тамашасы. Олег Хановтың сәхнә сәнғәтенә йөрәк, күңел, хис-тойғо менән ге­нә түгел, аң, аҡыл, намыҫ, ай­бар­лыҡ, ысын сафлыҡ тәғлимәте юғарылы­ғында ҡарағанлығы һиҙелә. Сәхнә биҙәлеше хайран ҡалдыра. Кейемдәр төрлөлөгөндә – йәшәү сәғәҙәте. Сәхнәне “Тәр­биә түре” тип тә әйтергә мөм­киндер. Хеҙмәт тәрбиәһе, патриотик тәрбиә, эстетик тәрбиә, һүҙ тәрбиәһе, педагогик тәрбиә, дини тәрбиә синтезы ла һиҙелә был спектаклдә.
Һуңғы ваҡытта “халыҡ уҡы­май”, “халыҡ театрға бармай” тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетә башланыҡ. Уҡый халыҡ. Кирбес ҡалынлығы китап бирһәң дә уҡый. Тик ул уҡырҙай булһын. Бара халыҡ театрға. Мәгәр уға яратып ҡарарҙай спектакль булһын. Кешеләрҙең эстетик зауығы, фекер йөрөтөү офоҡтары һаман үҫә, киңәйә бара бит. Уға мәғә­нәле китап, фәһемле сәхнә кәрәк. “Йософ һәм Зөләйха”ны ҡарарға мең йөрәк ашҡынып тора.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 450

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 401

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566