Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » РУХИ ЙОТЛОҠТАН ӘҘӘБИӘТ ҠОТҠАРЫР
Ижади мөхитте киңәйтеүгә йүнәлтелгән “Әҙәби нағыш” марафоны ахырына яҡынлаша. Матбуғат – был сараның көҙгөһө, уға ҡарап, ҡайһы районда ниндәйерәк кимәлдә яҙышыусы шағирҙар барлығын күҙаллап була. “Башҡортостан” гәзитендә ҡәләмдәштәремдең төрлө фекерҙәренә юлығам һәм үҙемдә лә уйҙар тыуа.

Замандаштарымдың, милләт­тәш­тәрем­дең рухи таянысы юғала, аң-зиһен, күңел донъяһы көндән-көн һайыға барғанда, туған телдә матбуғат алдырып уҡыусылар кәмегәндә, ҡалала рухиәткә битараф, үҙ телен икмәк-тоҙлоҡ ҡына белгән балалар үҫеп, эш эҙләүселәр армияһын тулылан­дырғанда, әлдә генә ауылдарҙа һәм юғары уҡыу йорттарында уҡыусы студенттар араһында шиғыр яҙыусылар, әҙәби мөхиткә инергә теләүселәр бар, тип күңелдә өмөт тоҡана. Һәр төбәктә әҙәби мөхит булды­рыуҙың кәрәклегенә төшөндөк, нәфис һүҙ сәнғәте булған шиғриәттә табыштарға юлыҡтыҡ. Әҙәбиәтселәр милли матбуғатты таратыуҙы, туған телде үҫтереүҙе үҙҙә­ренең намыҫ эше тип ҡабул итер һәм шул изге ғәмәлдәргә үҙ өлөштәрен индерер, тип өмөтләнәйек.
Буласаҡ шағирҙарҙың күңелен күрергә, дәртләндерергә кәрәк. Күренекле әҙип, ғалим Ғайса Хөсәйенов: “Шиғыр яҙыусы­ларҙың самаһыҙ күбәйеүе бәлә түгел, шиғыр уҡымаусыларҙың күплеге, моңһоҙ­лоғо оло бәлә”, — тигән. Шиғри күңелле халҡыбыҙҙың Рәми Ғарипов, Рәшит Назаровтары күп тыумаҫ. Һәр ҡәләм тирбә­теүсе улар кеүек даһилыҡҡа өлгәшә алмаҫ, әммә улар шиғриәтте нәфис һүҙ сәнғәте тип аңлап, камиллыҡҡа өлгәшеү өсөн тырышлығын егергә тейеш.
Тыйнаҡ күңелле, зауыҡлы кешеләрҙең ижад емештәрендә хилафлыҡ табып, “образлылыҡ етешмәй”, “һин – шағир түгел” тигән һүҙҙәр менән хурлаусылар ҙа була. Шиғри һүҙегеҙ булған ҡәләм­дәш­тәр, күңелгә ауыр тәьҫир иткән һүҙҙәрҙән баҙап ҡал­мағыҙ. Марафонда ҡатнашҡан әҙиптәр тикшереүгә ҡуйылған ҡулъяҙмалар хаҡын­да “альбом шиғырҙары” йәки “һүҙ бутҡаһы” тип түгел, ә “шиғриәт бар, фекер теүәл­легенә, рифма һәм ритмдарға иғтибар биреп, улар өҫтөндә ныҡ эшләргә кәрәк”, тип баһа бирергә тейеш ине. Ижад емештәрен шулай баһалағанда, тырыштарҙың шиғ­риәттә үҙ юлын табыуы мөмкин. Шиғриәтең­дең камиллығын әҙәбиәт белгестәре ижад емешеңә ҡарап түгел, ә үҙенең холоҡ кимәленән, кәйефенән сығып, төрлөсә баһалай.
Туҡһанынсы йылдарҙа яҙған шиғыр­ҙарымды Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойош­маһында әҙәби кәңәшсе булып эшләгән Вил Ғүмәров һәйбәт баһаланы, рецензия яҙҙы. Шул уҡ шиғырҙарҙы бер билдәле шағир “образлылыҡ юҡ” тип ҡәтғи кире ҡаҡты. Һуңғараҡ Стәрлетамаҡ шағиры: “Йөҙҙән ашыу әҫәр араһында ете шиғыр бар”, — тине, ә республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, шағир, профессор Рәшит Шәкүр шул уҡ шиғырҙарымды маҡтап, рецензия яҙҙы, күңелемде һүрмәне, дуҫым, тип китабын бүләк итте. Уға ғүмерлек рәхмәт­лемен.
Был юлдарҙы йәш шағирҙарға һабаҡ булһын тип яҙыуым. Шиғриәттә үҙ һүҙеңде әйтеү өсөн шиғриәт аҡһаҡалдарының да, башҡа шағирҙарҙың да ижадын уҡырға, үҙебеҙҙең йөрәк һүҙҙәрен, аныҡ һәм ҡыҫҡа фекерҙәребеҙҙе рифма һәм ритмдар менән дуҫлашып, улар кимәленә яҡынайтырға тейешбеҙ. Тимәк, гәзит-журналдарҙы алды­рырға, даими уҡырға кәрәк.
Китапханамда йөҙҙән ашыу шағирҙың, шағирәнең китабын йыйҙым. Бер-бере­беҙҙең ижадын хөрмәт итергә тейешбеҙ, тип уйлайым. Илебеҙ тарихын яҡтыртҡан проза һәм драма китаптарын туплауым менән дә бәхетлемен. Уҡыйым, Интернетта ла ултырам, унда тарих буйынса үҙем өсөн ҡыҙыҡлы асыштар яһайым. Стәрле­тамаҡта милли рухыбыҙҙы уятҡан, мәҙә­ниәтебеҙгә тос өлөш индергән шағирҙа­рыбыҙ Рауил Ниғмәтуллин, Вил Ғүмәров һәм Зөбәржәт Йәнбирҙиналарҙың яҡты рухтарына тоғро булып, уларҙың ышанысын аҡларға тырышам.
Әҙәбиәт йылы уңайынан октябрь айында күренекле шағирә Зөбәржәт Йәнбирҙи­наның 70 йәшенә бағышлап, шиғриәткә яңы аяҡ баҫҡан авторҙар араһында конкурс уҙғарҙыҡ. Еңеүселәргә дипломдар, иҫтә­лекле бүләктәр тапшырҙыҡ, шиғри камил­лыҡҡа өлгәшеү өсөн күп уҡып, зиһен байытып, әҙәби мөхиттә аралашып, шиғырҙар өҫтөндә эшләргә өйрәнергә кәрәклеген аңлаттыҡ. Ҡырҡтан ашыу авторҙың “Ижад йондоҙлоғонда” тигән китабын үҙнәшер менән баҫтырҙыҡ. Ҡалала оҙаҡ йылдар эшләгән әҙәби мөхитте һаҡлау маҡсатында яңы етәксе һайланыҡ. Ул – тәжрибәле прозаик, публицист Ишғәле Нурғәлиев. Байтаҡ яҙыусыбыҙ райондарҙа, ауылдарҙа әҙәби осрашыуҙарҙа ҡатнашты.
Республикабыҙға күп шағир, яҙыусы, фән, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре биргән тыуған районым Ғафуриҙа шиғриәткә иғтибар артыуы, унда өмөтлө йәш ижадсылар үҫеүе тағы бер ҡыуанысым булды. Яҡташтарым­дың “Башҡортостан” гәзитендә баҫылған шиғырҙары араһында тел яғымлылығы, ҡанатлы фекерҙәр менән һоҡландырған­дары бар. Уларҙың әҫәрҙәре дөйөм китапта булһа ла донъя күрһен ине. Халҡыбыҙҙы рухи йотлоҡтан әҙәбиәт ҡотҡарыр, тип уйлайым.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла

Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла 24.08.2018 // Аҡмулла / Әҙәбиәт

Ҡурсаҡ театры тамашасыларға бер юлы өс премьера әҙерләне: “Етем төлкө”, “Буратино” камера...

Тотош уҡырға 1 580

Икеһе лә балалар өсөн

Икеһе лә балалар өсөн 24.08.2018 // Социаль мәсьәлә / Аҡмулла

Бөрйән районында “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект программаһы”на ярашлы ике...

Тотош уҡырға 1 557

Төмәнәктә туйҙар матур үтә

Төмәнәктә туйҙар матур үтә 24.08.2018 // Аҡмулла

Ҡайһы берәүҙәр “ауыл бөтә” тип ҡайғырғанда, Туймазы районындағы Төмәнәк ауылы халҡы дәртләнеп донъя...

Тотош уҡырға 1 364

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!.

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!. 24.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Хәҙер календарға күҙ һалыу менән аптырашҡа ҡалаһың, һәр көн – ниндәй ҙә булһа байрам. Ҡайһы бер...

Тотош уҡырға 1 533

Ике аҡҡош

Ике аҡҡош 16.08.2018 // Аҡмулла

Ике йәш йөрәк сәхнәлә табыша. Әхмәт Зәйнуллин менән Мәрхәбә Вәлишинаның уҡытыусы булып эшләй...

Тотош уҡырға 1 551

Урағайҙа, йөҙ йыл элек

Урағайҙа, йөҙ йыл элек 16.08.2018 // Аҡмулла

Рәсәй. Август. Ваҡиғалар....

Тотош уҡырға 1 341

Әҙерлек әүҙем бара

Әҙерлек әүҙем бара 10.08.2018 // Аҡмулла

Балалар яңы уҡыу йылын таҙа, төҙөк, күркәм мәктәптәрҙә ҡаршы алһын өсөн учалылар ҙур тырышлыҡ...

Тотош уҡырға 1 330

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...”

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...” 10.08.2018 // Аҡмулла

Шиғриәт – бер аҙ абстракт төшөнсә. Шағирҙың ижады, уның йәшәү кредоһы хаҡында телдән һөйләп аңлатыу...

Тотош уҡырға 1 524

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды 10.08.2018 // Аҡмулла

Уның хаҡында ижади фекерләгән, балаларын олимпиадаларға әҙерләгән уҡытыусы булараҡ яҙырғамы, әллә...

Тотош уҡырға 1 924

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!”

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!” 10.08.2018 // Аҡмулла

Өфөнөң Октябрь районына ҡараған Нуғай ҡасабаһында яңы төҙөлгән мәктәп әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә...

Тотош уҡырға 1 360

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу 10.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Уҡытыусы һөнәре элек-электән маҡтауға лайыҡ. Уның абруйы, бәҫе һәр ваҡыт юғары. Шуға күрә уҡытыусы...

Тотош уҡырға 1 681

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт 10.08.2018 // Аҡмулла

“iВолга-2018” Бөтә Рәсәй йәштәр форумына БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенты Роман Баязитов...

Тотош уҡырға 1 307