Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Тауҙар йыры Дағстандың халыҡ шағиры, фекерҙәшем, ҡәләмдәшем Магомед Ахмедовҡа 60 йәш тула. Ул Дағстан шиғриәтенең зирәк уйҙарын, йөрәк моңдарын тотош Рәсәйгә еткерә алыуы, туған әҙәбиәтенең данына яңы дан өҫтәүе менән бәхетле. Бөйөк Рәсүл Ғамзатов менән бер телдә — аварса — яҙыуы, остазының юлын тоғро дауам итеүе, өмөттәрен аҡлай алыуы менән бәхетле.
Магомед Ахмедовтың Башҡортостанда ике тапҡыр булғанын, беҙҙең шиғри байрамдарҙа, ижади фекер алышыуҙарҙа ихлас ҡатнашҡанын һәр саҡ оло ихтирам менән иҫкә төшөрәм.
Магомед Ахмедовтың бөгөнгө байрамында тауҙар йырының — күп милләтле Дағстан шиғриәтенең — үҙем яңы ғына тәржемә иткән ҡайһы бер өлгөләрен уҡыусыларға еткергем килде.



Дарғин шағиры
Батырай
(1820 — 1902)


* * *
Батыр йөрәкле атайҙың
Тыумаһын ҡурҡаҡ улы.
Атаһының дошманына
Ул нисек ҡаршы торор?

Ҡурҡаҡ йөрәкле атайҙың
Батыр улы тыумаһын.
Атаһы мәсхәрәһенән
Ғәрләнерлек булмаһын.

* * *
Оҙаҡ йәшәһен ир-егет,
Барҙыр бит уға хаҡы.
Тик батыр үлгән көндә үк
Йығылып үлһен аты.

Эйәрләй алмаһын ҡурҡаҡ,
Маҡтанмаһын ул яһил,
Йәнәһе, ниндәй ат алған,
Егет булған, йәнәһе.

* * *
Суҡынып китһен донъяһы,
Был ниндәй сәйер заман?
Онотолоп ат ас тора,
Малдар ҡарауһыҙ һаман.



Авар шағиры
Рәсүл Ғамзатов
(1923 — 2003)


* * *

Магомед Ахмедовҡа —
минең йәш дуҫыма


Китәм, дуҫым, тик ҡалдырам һиңә
Шиғри китап — ап-аҡ биттәре.
Яҙылмайса ҡалды был китапҡа
Күпме уйым, өмөт иткәнем.

Һандыҡ тулы бурыс ҡағыҙҙарым —
Тейеш булдым ҡасан, кемдәргә...
Баҡыр түгел, алтын һүҙҙәр менән
Һин әҙерһең, беләм, түләргә.

Һуңғы һөйөүем ҡала, сер-хазинам,
Тыуған яҡта уны йәшерҙем.
Тик урынын ғына оноттом шул,
Таба алмам, алмам ул ерҙе.

Ал, Магомед, йондоҙ Әлифбаһын,
Бирәм, унда барыһы яҙылған.
Илдә иртәгәһе нимә булыр —
Уҡыр бары ысын шағирҙар.

Бәғзе һүҙҙәр унда төшөп ҡалған,
Һүҙҙе тапмаҫ кеше түгел һин.
Олатайҙарҙың ҡәбер таштарына
Башҡынайың йышыраҡ эйелһен.

Быуаттарҙың тыңла өнһөҙ һулышын,
Тоғро улы булып туҡта ла.
Үлгәндәрҙең йәне мәңге тере,
Үлән кеүек тып-тын тын ала.

...Аһ, был ерҙе ҡыш тағы ла баҫты,
Башыма яуҙы иремәҫ ҡарҙары.
Быны күреп өйрәнмәгән яҙҙар
Сәйерһенеп миңә ҡараны.

Елеп үтте йәшлек хыялдарым,
Ҡыҙ әйләнде ҡапыл ҡарсыҡҡа.
Кисә донъям тик матурлыҡ ине,
Бөгөн һибелеп ята ярсыҡтар.

Ярһыу йәшлектәге дәртле йырҙар
Әйләнделәр инде намаҙға.
Йәшлектәге гөл-сәскәле төштәр...
Ҡайтыуҙар юҡ хәҙер ул яҙға.

Ҡар-бурандар ҡотора, Магомед дуҫ,
Елдән ҡотола алмай ҡаңғырам.
Йырлап бөтөлмәгән йырҙарымды
Мираҫ итеп һиңә ҡалдырам.

Түшеңә ҡыҫ минең йырҙарымды,
Киләсәккә улар тоташыр.
Һинең әле барыһы ла алда,
Еңелерәк шуға хушлашыу.

Дуҫым, бүләк итәм Гунибтағы
Ҡаяларҙы.Үрлә елкенеп.
Бәлки, һинең уғың ҡыуып етер
Миңә тоттормаған төлкөнө.

Мин артылмай ҡалған бейеклектәр, —
Үтмәгән юл упҡын ситендә...
Ҡалған уйҙы Аллаһ ҡына белер
Был китаптың һуңғы битендә.



Ҡумыҡ шағиры
Әнүәр ҒАДЖИЕВ
(1914 — 1991)


* * *
Атаңдың балаһы булма,
Әҙәмдең балаһы бул.
Әҙәмдең балаһы булһаң,
Аптыратмаҫ ауыр йыл.


Ҡайғы

Ҡайғы бер ҡара таштыр,
Күҙ йәшенән иремәҫ.
Ҡайғыға ҡайғырмаған
Шатлыҡҡа ла һөйөнмәҫ.

Аҡыллы, аҡылһыҙ
Аҡыллыға серем систем —
Аҡылымды арттырҙы,
Аҡылһыҙға серем систем —
Үтмәҫ бысҡы тарттырҙы.

Нуғай шағирәһе
Бейлә ҠОЛОНСАҠОВА
(1946)


* * *
Һәр йыландың ыҫылдауын тыңлаһаң,
Һәр бер эттең өргәненә туҡтаһаң,
Себендәрҙең тешләгәнен һанаһаң,
Мораҙыңа һис бер ҡасан етмәҫһең.

* * *
Оҙатҡанда әйтте әсә ҡыҙына:
“Һис онотма, һаҡлай күр намыҫыңды”.
Әйтһен ине ошо әсә улына:
“Ир намыҫы — аяй белеү ҡатынды”.

* * *
Аҡыллы тип күргәндә,
Һөйҙөм һине һөйөнөп.
Аҡылһыҙ тип белгәндә,
Яндым-көйҙөм һүрелеп.

* * *
Йәш саҡтарҙа ҡара затты аҡ тиеп,
Әйткеләнем, буталды яҡшы-яман.
Һабаҡ бирҙе күпме хатам.
Хәҙер мин
Аҡты аҡ тип әйтергә лә һағаям.


Авар шағиры
Магомед АХМЕДОВ
(1955)


Урланған күк

Фәрештәләр бөгөн бер ни әйтмәй,
Бөтмәҫ талаш, бөтмәҫ үс, ялған.
Тәңре исеменән бурҙар һөйләй,
Күгебеҙҙе улар урлаған.

Эй, кешеләр! Аллаһ хөкөмө бар,
Унан ҡурҡыу тигән хис бөттө.
Имамдарға әйтәм: Аллаһ бер бит,
Бүлешергә ниңә мәсетте.

Гонаһтарға батты фани донъя,
Ҡабул итмәй тәңре ялғанды.
Аллаһына тоғро хеҙмәт итер
Шағир ғына тороп ҡалғанмы?

Үлән

Олатайҙың ҡәбер ташына
Нимә һөйләйһең, үлән?
Һинең моңһоу ҡыяҡтарың
Йөрәккәйемде телә.

Эйелгәнһең һағыштарҙан,
Таңғы томанға сумып,
Һине шулай уйсан итте
Ерҙең ниндәй тылсымы?

Яуап бирҙе миңә үлән,
Һүҙе тын ғына аға:
“Ерҙә ҡайғы артмаһын тип
Мин ялбарам Аллаға”.

Күк күкрәүе,
борсаҡ яуыуы


Берәүҙәрҙә йөрәк — йоҙроҡ һымаҡ,
Икенселә — дөйә дегәнәге.
Һелтәнгәндә улар йышыраҡ йыға
Кешеләрҙе йөрәк өйәнәге.

Бурҙар өсөн илең бер ни тормай,
Үҙен генә уйлай, аҡса һанай.
Ватанымды улар урлап бөттө,
Халыҡтары илдең ҡырағайлана.

Ҡанһыраған йөрәгемдә бөгөн
Рәнйеп илай донъя, рухым һына.
Күктәр ҡайҙа ғына күкрәһә лә,
Борсаҡтары яуа Гунибыма.

* * *
Ил-йортобоҙ йортһоҙ ҡалып бара,
Өйҙән ҡыуыла, намыҫы тапалып.
Вокзалдағы меҫкен теләнселәй
Хәйер һорай бөлгән Ватаным.

* * *
Баҙар буры мәсет төҙөткәндә
Ҡалмаҫ тимә был ил оятҡа.
Ҡараҡтарға дан йырлаған һымаҡ
Был мәсеттә доға-аяттар.

* * *
Өҫкә үрләп алғас, түгеп бар көсөн,
Арыҫландай үкерә өтөк бер көсөк.

* * *
Хаҡлыҡ һүҙе һаман сәпкә етмәгән,
Әммә яла яғыусылар бик мәргән.

* * *
Зирәк аҡыл һәләк була ил-йортта,
Илгә хужа булһын өсөн алйоттар.

* * *
Тәсбих тотҡан ҡулың йолҡа аҡсаны,
Һиңә күреү юҡ йәннәттең баҡсаһын.

* * *
Һинең кәфенең булһын тик ебәктән,
Минеке булһын әйҙә септәнән —
Ни айырма? Нимә кейгәндәрең
Сират күперендә сүп нәмә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 057

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 604

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 672

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 408

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 572