Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һоҡланғыс шәхестәребеҙ бар
Һоҡланғыс шәхестәребеҙ бар1990-2000 йылдар
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте үҙенең эшен
ХХ быуат аҙағында яңынан йәйелдереп ебәрә. 1988 йылда ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтен тергеҙеү буйынса Нәжибә Мәҡсүтова етәкселегендә тәүге инициатив төркөм төҙөлә.


Йәмғиәттең 1990 йылдың 17 но­ябрендә үткән съезында идара составы һайлана, йәм­ғи­әт рәйесе итеп Н.Х. Мәҡсү­това, ә урынбаҫары итеп Т.Х. Күсе­мова һайлана. Ида­ра­ның иң әүҙем ағзалары Р. Туй­сина, М. Ғәйнуллина, Ә. Са­фиуллина, Р. Аҡкучукова, З. Хис­­мәтул­лина һәм Р. Ураҡ­сина тотош республика райондары буйлап сәфәргә сыға, фольклор материалдары йыя, халыҡ ара­һын­да телебеҙгә, тарихы­быҙға, мәҙәниәтебеҙгә ҡарата һөйөү һәм ихтирам уятырлыҡ саралар ойоштора.
Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы — милләтебеҙҙең һоҡланғыс шә­хестәренең береһе. Юрматы башҡорто Зәки Вәлиди менән Силәбенән Оло Ҡатай йорто башҡорто Абдулҡадир Инан кеүек башҡорт телен бөтә донъя кимәленә та­ныт­ҡан, 1993 йылдың сен­тябрендә Анкарала 48 илдән килгән ға­лимдар алдында бөтә Шәреҡ һәм Европа донъяһын яң­ғыратҡан атаҡлы башҡорт һәм төрөк диалектологы, лингвогеограф Н. Х. Мәҡсүтова, бө­йөк Ҡол Ғәли, Салауат Юлаев һәм Рәми Ғарипов кеүек үк, Әй буйынан – Мәсетле районы­ның Һөләймән ауылында ты­уып үҫ­кән. Башҡорт һөй­ләш­тәрен һәм диалекттарын эҙмә-эҙлекле тасуирлап 400-гә яҡын ғилми хеҙмәт яҙған, эштәре, тикше­ренеүҙәре Голландия, Америка Ҡушма Штаттары, Төркиә, Фин­ляндия, Швеция, Италия ке­үек үҫешкән илдәрҙә ба­ҫы­лып сыҡҡан. Тап ошо ғали­мәбеҙ башҡорт телен Европа телдәренең диалектологик атласына индерҙе. Халыҡ-ара симпозиумдарҙа, Пермь, Екатеринбург, Силәбе, Ҡазан, Мәс­кәү ғалимдары алдында тәрән һәм төплө ғилми сығыш­тар яһап, үҙ фекерен ышаныслы яҡлап сыҡты.
Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы башҡорт теленең космони­мия­һы, терминологияһы, төрки, фин-уғыр һәм монгол телдәре­нең сағыштырмаса лексикаһы буйынса тикшеренеүҙәр уҙғар­ҙы. Ғилми эшмәкәрлегенән тыш, һөйөклө ил инәһе була­раҡ, ул рухи, мәҙәни һәм сәйә­си өлкәлә лә үҙ-үҙен аямай, фиҙакәр эшләүен дауам итте.
Н.Х. Мәҡсүтованың исеме “Төрки телдәренең диалектологик атласы”н, ”Европа телдә­ренең лингвистик атласы”н төҙөүселәрҙең береһе булараҡ та кешеләр хәтерендә ҡала­саҡ. “Башҡорт һөйләштәре һүҙ­ле­ге”­нең өс томын әҙерләп сығарыуға етәкселек итте. Бер үк ваҡытта Нәжибә Хәйерза­ман ҡыҙы республиканың йә­мәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнашты. Ул оҙаҡ йылдар Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Терминология комиссияһына етәкселек итте, Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы Баш­ҡарма комитеты рәйесе урын­баҫары, Башҡортостан ҡа­тын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең тәүге рәйесе булды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 054

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 576

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 776

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 603

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 458

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 511

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 670

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 407

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571