Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алмағасты кем ултырта?
Алмағасты  кем ултырта? Хәбәрсе тоҡсайын артмаҡлап, республикабыҙҙың байтаҡ ауылында булырға тура килә. Ҡайҙа барһаң да, бер үк зар ишетеп, күңел ҡырыла: эш юҡ, мәктәп ябылды, клуб эшләмәй һәм башҡалар. Туҡтағыҙ әле, туғандар, ошо зар диңгеҙенең төбөнәрәк сумып ҡарайыҡ.

Мәғлүмәттәр күрһә­те­үенсә, Башҡорт­ос­тан­да һуңғы биш йыл эсендә 369 мәктәп ябыл­ған, шуларҙың 343-ө — ауыл ерендә! Төп сәбәп – демографик хәлдең насарайыуы. Факттар менән бәхәсләшеп булмай. Хәйер, уның күктән һәр­мәп алынмағанын да беләбеҙ. Йә, кемегеҙ­ҙең тыуған ауылында төркөм-төркөм бала­ларҙың мәктәпкә китеп барғанын күргәне бар икән? Булһа ла, ундай бәхетле ауылдар бар­маҡ менән генә һанар­лыҡ. Ә бына ике-өс баланың мәктәпкә барыуы һуңғы йылдарҙа ғәҙәти күренешкә әй­ләнде.
Миҫал өсөн әйтәм, беҙ малай саҡта 60-лап өйҙән торған ауылы­быҙҙа ғаилә һайын кәмендә 5-6 бала була торғайны. Күрше ауыл­дағы мәктәптә “А”, “Б” клас­та­ры­на бүленеп уҡыныҡ. Быйылдан баш­лап уны һигеҙ йыллыҡ итеп ҡал­дыр­ҙылар. Был күренеш беҙҙә генә түгел, башҡа ауылдарға ла хас.
Ғәйеп көбәге ҡайһы тарафтағы сәпкә тоҫ­ҡала һуң? Әлбиттә, уны үҙ маңлайы­быҙға те­рәп, күптән тәтегә ба­ҫырлыҡ!.. Бигерәк тә ир-атҡа ҡағыла был. “Шул юҡ, был юҡ...” тип мыжып, түбәгә төкөрөп, атай-әсәйеңдең пен­сия­һын кимереп, кем­дәрҙелер ҡәһәрләп ят­ҡансы, елле итеп бер һүгенергә лә эшкә то­тонорға ваҡыт. Ҡыл ҡыбырҙатырға йыбанып ятҡан ир ғаилә ҡора аламы ни?! Шуға ла ауыл­дарҙа буйҙаҡ ирҙәрҙең һаны артҡан­дан-арта бара. Ә бала­ларҙың кәбеҫтәнән та­былмағанын яҡшы бе­ләбеҙ. Башҡорт­останда ҡатын-ҡыҙҙар дөйөм халыҡтың 53 про­центын тәшкил итә. Өйләнмәгән ир-аттың һанын иһә белеүсе лә юҡтыр.
Баҙар иҡтисады хө­көм һөргән дәүерҙә йә­шәйбеҙ. Совет за­ма­нын­дағы кеүек бер кем дә һине эшкә һөйрәп сығармай. Лә­кин беҙгә, башҡорт халҡына, заман заңына күптән күнегергә, яраҡ­лашырға кәрәк. Заман еҫен тойоп, үҙ юлын тапҡан мил­ләттәш­тәре­беҙ ҙә бар, әлбиттә. Нимә генә тиһәк тә, сереп байыған һәм халҡына ярҙам итергә ынтылып ятҡан баш­ҡорт ме­ценаттарын күргән юҡ әле. Ир-атта­рыбыҙ, исмаһам, ғаилә­һе өсөн булһа ла етеш донъя ҡорһа, миллә­тебеҙ үҫешенә йоғон­тоһоҙ ҡалмаҫ ине. Етеш ғаиләлә үҫкән бала өсөн барыбер юлдар таҡы­рыраҡ, офоҡтар киңерәк була бит ул.
Бер йәш егетте беләм. Башҡа малай­ҙарҙан бер нәмәһе менән дә айырылып торманы. Улар кеүек туп типте, мал көттө, утын ташыны... Һалдат бутҡаһын ашап ҡайт­ҡандан һуң, эш юҡ тип, башҡа тиҫ­тер­ҙәре кеүек эсеп, ары һуғылып, бире төртөлөп урам гиҙмәне. Бер йыл сама­һымы шул, ҡайҙалыр ҡалымда йөрөп, пилорама һатып алды. Беҙҙең яҡтарҙа урман өҫкә ишелеп тора: таҡта, бурса әҙерләп һатырға тотондо. Күп тә үтмәне, хан һарайылай өй һалып, кәләш алды, бер-бер артлы өс балаһы тыуҙы. Гөр­ләтеп йәшәйҙәр хәҙер: магазин тота, сит илдең затлы машинаһында йөрөй...
Икенсе егет армиянан ҡайтты ла ата-әсәһенең елкәһенә ат­ланды. Төш ауған­сы рәхәтләнеп йоҡо һи­мерт­те. Йоҡо ти­гәндән, бер мәрәкә һөйләп үтәйем әле. Кис етеп, ҡояш байыуға табан бара ине. Бер дуҫым менән ошо егеткә инеп сы­ғырға уйланыҡ. Ише­ге эстән бикле булып сыҡты. Шаҡыйбыҙ-шаҡыйбыҙ, асмай был. Байтаҡ хитлана торғас, килеп сыҡты ла, күҙҙә­рен ыуа-ыуа, байып барған ҡояшҡа ҡарап:
– Таң менән ниңә ке­ше маҙаһыҙлап йө­рөйһөгөҙ? – тимәһенме.
– Аһ, аһ, – тип баш сайҡаны дуҫым. – Ҡояш хәҙер көнбайыштан сыға башланымы ни?!
Бына шул егет, ата-әсәһе вафат булғас, мал-тыуарын бөтөрҙө, хатта картуф та сәс­мәне. Нимә ашап йәшәй­ҙер, бер Хоҙай ғына белә. Яңылышам, Хоҙайҙан башҡа тағы күрше-күләне белә икән: уны йәлләп, кем тегенеһен, кем быны­һын индереп сыға, имеш. Атаһының йорто ла иҫкерҙе, түбәһе таҡырайған ҡарттай, ҡыйығы ҡойола башланы. Ҡыш­ҡы һалҡын­дарҙа, утыны булмағас, мунса­һын һүтеп яҡты, тора-бара һарайына тотондо. Артабан нимә булыр – әйтә алмайым. Йоҡлай әле... Йоҡлай...
Бер һыу эсеп, бер һауа һулап, бер үк мө­хиттә үҫкән ике кеше­нең яҙмышы. Тәүге егеткә лә бер кем ярҙам итмәне, килтереп тотторманы, хәләл көсө менән мал тапты, үҙе­нең ҡаҡшамаҫ ҡәлғәһен булдырҙы һәм, донъя­ның ләззәтен татып, тормоштоң һутын һурып йәшәй. Ә икен­сеһе, күктән көтөп ята торғас, меҫкен хәлгә ҡалды.
Тормош аяуһыҙ! Би­герәк тә баҙар иҡтиса­дының ҡорос тә­гәр­мәстәре, алма беш, ауыҙға төш, тип ятыусыларҙы иҙеп китә­сәк. Ауыл тулып йөрөгән, айыу тотоп менерҙәй ир-аттарға күптән аңларға ваҡыт: алмағас ултыртмаһаң, алма бешмәй һәм өҙөлөп төшмәй...





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Илшат
    Илшат от 20.10.2015, 23:35
    Их, ошо мәҡәләне лә уҡымай бит инде улар ! Мәҡәлә бик төплө яҙылған! Рәхмәт,Салауат ! Шиғыр яҙһаң - шиғырың шәп,пьеса яҙһаң - пьесаң, мәҡәлә яҙһаң - мәҡәләң.Шәп әҙип ,һин,Салауат рухлы Салауат !






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 409

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 402

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 567