Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » УРЛАНҒАН БАЛА САҠ
УРЛАНҒАН БАЛА САҠ З. Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы байтаҡ китап сығарҙы. Улар араһында билдәле шағирә, талантлы журналист Зөһрә Ҡотлогилдинаның “Һуғыш яралаған бала саҡ” тигән йыйынтығы ла бар. Китап бала һәм үҫмер саҡтары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тап килгән олатай-атайҙарыбыҙҙың, өләсәй-әсәйҙәребеҙҙең, ағай-апайҙарыбыҙҙың иҫтәлектәренән тора.

Бындай китапты бер ул­ты­рыуҙа ғына яҙып булмай. Уның өсөн көндәр, айҙар ғына түгел, хатта йылдар талап ителә. Зөһрә лә иҫтәлектәр йыйыу менән өс тиҫтә йылға яҡын шөғөлләнә. Буласаҡ геройҙары менән осрашырға ҡала һәм райондарға сығырға, һуғыш осоронда баш­тарынан үткәндәрҙе һөйлә­тергә күңелдәренә асҡыс таба белергә кәрәк. Етмәһә, хәтирә­ләрҙе ҡағыҙ биттәренә төшөр­гәндә йөрәгең аша үткәрәһең. Был да рухи көс талап итә, сөнки ветерандарҙың һуғыш осоронда күргән-кисергәндәрен тыныс ҡына тыңлап булмай. Бар кеше лә бәғерен телгеләгән йылдарҙы хәтерләргә атлығып тормай. Мәҫәлән, Иглин райо­нының Меңйетәр ауылынан Рәсимә Садиҡова: “Ул ва­ҡыттарҙы иҫләге лә килмәй”, – ти.
Тынғыһыҙ журналистың эҙлә­неүҙәре бушҡа китмәне. Һөҙөмтәлә З. Ҡотло­гил­дина бер-бер артлы ике китап сығарҙы. Тәүгеһе – “Һуғыш балалары – йөрәк яралары” тигәне – 2010 йылда донъя күргәйне, икенсеһен уҡыусылар быйыл ҡулға алды.
Иҫтәлектәрҙән күренеүенсә, һуғыш, Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылынан Хәҙисә Солтангәрәева һүҙҙәре менән әйткәндә, тыл ветерандары өсөн “етемлек, аслыҡ, өшөү-туңыу, шешенеп һоранып йөрөү, иң ғәзиз кешеләреңде юғалтыу булып хәтерҙә ҡалған”.
1418 көнгә һуҙылған яу тоҡанғас, донъя үҫмерҙәргә, ҡатын-ҡыҙға, ҡарт-ҡороға тороп ҡала. Шәрифйән Ишемов (Хәйбулла районының Бүребай ауылы): “Ун йәш тулғас, миңә, башҡа малайҙар кеүек, рәсми рәүештә эшләргә тура килде. Күберәк бесән әҙерләргә йөрөнөк, күбә тарттырыу, тырматыу, сапҡыс менән үлән сабыу – барыһы ла ат көсө менән башҡарылды. Иген йыйыуҙа ла ҡат­наштыҡ, көлтәләрҙе ташыныҡ, ырҙында эшләнек. Малайҙар үҙ-ара ярышабыҙ. Һәр ерҙә норма билдәләнә. Үтәһәң, бер хеҙмәт көнө яҙыла. Улар йыйыла, көҙгә шуға ҡарап иген бирәләр. Бер йылды һәр трудоденгә өс йөҙ грамм бойҙай алғаныбыҙ иҫтә. Бер нәмә лә бирмәгән йә күберәк бүлгән осраҡтар ҙа булды”.
Эше – эш, ә иң ҙур ҡыйынлыҡ — ашарға табыу. “Баҫыуҙа ҡойолоп ҡалған башаҡтарҙы йыйып, уста ыуып, силәккә һалып алып ҡайтабыҙ, – тип хәтерләй Илеш районының Ҡужбаҡты ауылынан Сәриә Сафиуллина. – Ҡул тирмәнендә тартып, он яһайбыҙ. Яҙ көнө күбә төбөндә ҡалған еүеш кәбәкте йыйып, арҡаға йөкмәп, ун биш-егерме саҡрым йәйәүләп атлап ҡайтабыҙ. Шундай ашлыҡты ашап, 1943 йылда ауылыбыҙҙа өй һайын тиерлек ғаиләһе менән үлгәндәр булды”. Күп ерҙә үҙең өсөн башаҡ йыйырға ла рөхсәт итмәйҙәр.
Кушнаренко районының Иҫке Ҡормаш ауылынан Әүфә Мөхәмәтвәлиева иҫтә­лек­тәренән: “Колхоз баҫыуына башаҡ йыйырға барһаҡ, председатель Ғәҙели ағай атҡа атланып беҙҙе ҡыуа, сыбыртҡыһы ме­нән яра. Барыбыҙға ла эләгә ине. Председатель туҡмағандан һуң хатта бер ҡыҙыҡай аҡылдан яҙҙы. Дауаханала ятып сыҡты”. Ауыр эшкә, кәмһе­телеүҙәргә түҙә әле малайҙар һәм ҡыҙҙар, аслыҡҡа сыҙай алмай­ҙар. “Аслыҡ бер туҡ­тауһыҙ яфалай, – тип иҫкә төшөрә Шишмә районының Ар ауылынан Хәмит Ғәфүров. – Түҙмәй, яңыраҡ ҡына сәскән борсаҡты йы­йырға сығабыҙ. Ер ныҡ ҡаты булғас, өҫтә генә яталар. Шуны күренмәҫ өсөн шыуышып йыябыҙ. Көнөнә бер-ике бара алһаң, өс-дүрт стакан самаһы алып ҡайтаһың. Ҡарауылсы тотҡан саҡтар ҙа була. Бер тәүлеккә бикләп ҡуялар. Ас ятаһың. Шунан рәхәтләнеп туҡмап сығаралар. Борсаҡҡа барһаң, икеһенең береһе – йә тамағың туйып ҡала, йә туҡмалып ҡайтаһың…”
Астың иманы юҡ, тиҙәр. Аяҡ һуҙмаҫ өсөн ҡырын юлға баҫыуҙарын да йәшер­мәй хәтирәләре менән уртаҡлашыу­сылар. Фәниә Ҡарағужина (Белорет районының Мөхәмәт ауылы): “Иген урланыҡ. Баҫыу Айыуһаҙы ерендә булды. Сабаҡты ере аҫтында иген сәсә торғайнылар. Йәшенеп кенә тирмәндә тартаһың да, шунан өйрә бешереп ашайһың”.
Наилә Миһранова (Ишембай райо­нының Маҡар ауылы): “Бер ваҡыт кәзә бәрәсебеҙ юғалды. Беҙҙең эҙләгәнде белгәс, кемдер:
– Сабира тигән ҡатындар яғынан ит еҫе сыға, – тип килеп әйтте. Шикләнгән, сөнки уларҙың ит бешерергә малдары юҡ ине.
Әсәй мине, Салауат туғанымды эйәртеп, киттек тегеләргә. Барһаҡ, итте самауыр эсенә һалып ҡайнатып яталар. Әсәйем уларға ҡарап торҙо ла бер һүҙ ҙә әйтмәне.
– Асыҡмаһалар, улай итмәҫтәр ине, әйҙәгеҙ, ҡайтайыҡ, – тип беҙҙе алып ҡайтып китте”.
Күҙ терәп торған малыңды ашатыу, өйҙө йылытыу ҙа ҙур проблемаға әйләнә. Яландан – бесән, һалам, урмандан утын алып ҡайтыу бала-сағаның үҙәгенә үтә. Тәнзилә Хәйерова (Шишмә районының Ҡалмаш ауылы): “Ауылда ҡойоноң һыуы бөтә ине, шуға төндә алып ҡалырға тырышабыҙ. Башта өйгә һыу ташыйбыҙ ҙа урманға утынға китәбеҙ. Урманға ла көндөҙ барып булмай, сөнки лесник тота. Балтаны ала, сананы вата, штраф һала. Икенсе тапҡыр тотолһаң, тағы ла күберәк штраф сәпәй”. Николай Семенов (Өфө районының Таптыков ауылы): “Бесәнде Дим аръяғынан бер тәгәрмәсле арба менән ташыйбыҙ. Утынды санаға тейәп алып ҡайтабыҙ. Ҡороған ботаҡтарҙы ғына йыябыҙ. Билдән ҡарға батып дүрт-биш малай сана һөйрәп ҡайтып киләбеҙ. Лесник Саня бабай бик уҫал ине. Уға осрамаҫҡа тырышабыҙ. Тик ҡотолоп булмай, саналарыбыҙҙың бауын ҡырҡып китә. Икенсе юлы күмәкләшеберәк барҙыҡ. Ун-ун икеләп малайбыҙ. Тағы осраны был. Алдан һөйләшеп ҡуйғанса, күмәк булғас, ҡурҡып тормайса:
– Саня бабай, беҙ хәҙер мәке уябыҙ, – тибеҙ.
– Ниңә? – ти был.
– Әгәр ҙә беҙҙең саналарҙың бауын ҡырҡһаң, һине шунда батырабыҙ, – тибеҙ.
Шунан һуң ҡурҡты. Бүтәнсә юлыбыҙға арҡыры төшмәне”.
Ҡәһәрле һуғыш йылдарында хәйер һорашып йөрөүселәр күбәйә. Гөлйәүһәр Фәтҡуллина (Йәрмәкәй районының Тарҡазы ауылы): “Бәләкәй генә икмәк киҫәгеме, йә бешкән, йә бешмәгән картуф биреп сығарабыҙ. Ҡунырға ла ҡалды­рабыҙ”. Нәҡиә Урмантаева (Күгәрсен районының Йомағужа ауылы): “Яҙғыһын ашарға бер нәмә лә ҡалмай. Күрше-тирә ауылдарға хәйер һорарға сығып китәбеҙ. Берәйһенең өйөнә барып инһәк:
– Нишләп килдең? – тип һорайҙар.
– Былай ғына, хәл белешергә генә, – тигән булабыҙ.
Ҡайһы берҙәре:
– Әйҙә, сәй эсәһеңме? Бөгөн бутҡа бешерҙем, – тип саҡыра.
Бөтә туғандар тары ярмаһынан ағыуланып үлгәс, “бутҡа” тигән һүҙҙән ҡурҡа инем. Шуға:
– Нимәнән? – тип һорай торғайным.
Шулай итеп, кемдәрҙер хәленән килгәнсә ашатып, эсереп сығарып ебәргән булалар”.
Хәтирәләрҙә Башҡортостанға эвакуацияланып килеүселәргә лә урын бирелгән. Мәхсүнә Зарипова (Илеш районының Ишҡар ауылы): “Мәскәү кешеләре араһында Эльза исемле йәһүд ҡатыны ла булды. Кешеләр уға кәрт астырырға йөрөнө. Һуғыштағы ирҙәре, балалары тураһында һорарға баралар. Үҙҙәре уның һөйләгәнен аңламағас, мине тәржемәсе итеп эйәртеп йөрөтәләр. Күп осраҡта йәһүд ҡатынының әйткәне раҫҡа сыға ине. Кемдәргәлер улының йә иренең яраланғанын әйтә. Кемдәргәлер һуғыш бөткәс тә ҡайтмай, һуңынан, аҙаҡтан ҡайта, ти ине. Үле хәбәре төшһә, тәржемә иткәндә миңә әйтмәҫкә ҡуша. Вәжиһә апайҙың ире Фәйзрахман ағайҙың үлеме кәрткә төшкән. Эльза өндәшмәй. “Әйтмәй бит, ниңә бер нәмә лә әйтмәй ул?” – тип үрһәләнә Вәжиһә апай. Фәйзрахман ағай һуғыштан ҡайтманы”.
Ауыр саҡтар булһа ла, клубта уйындар ойошторола, концерт ҡуялар, спектакл­дәр күрһәтелә. Мәлихә Ғабдрахманова (Бүздәк районының Ҡаранай ауылы): “Йәш саҡ бит. Һуғыш барһа ла, киске уйынға сығабыҙ. Яңы Семенка ауылы һыу аша ғына, улар уйынға килә. Ҡыҙрас, Келәтаяҡ ауылдарына барабыҙ. Аяҡта сабата тип тормай бейейбеҙ, әйләнеп уйнайбыҙ”. Асия Муллағолова (Благовар районының Өйҙөрәкбаш ауылы): “Колхоз картуфын утайбыҙ ҙа эштән урыҫса йырлап ҡайтабыҙ. Кис клубҡа барырға һөйләшәбеҙ.
– Сабата кейәбеҙме, әллә ялан тәпәйме? – тип үҙ-ара киле­шәбеҙ. Йәнә­һе, бөтәбеҙ бер иш булып барабыҙ инде”. Ейәнсура районының Бикбау ауылынан (ул саҡта – Аҡҡужа) һигеҙ йәшлек Хөмәйрә Ғимаева, район конкурсында бейеп, бер күлдәклек материал алып ҡайта.
Китапта урын алған бөтә иҫтәлектәр ҙә тип әйтерлек һуғыш сыҡҡан көн менән башланып китә. “Иртән тороуға, бөтәһе лә илай: һуғыш башланған!” (Менеүәрә Үтә­шева, Кушнаренко районының Мәмәк ауылы). “Һуғыш башланған көндө ҡойоп ямғыр яуҙы. Әҙәмдең күҙ йәше, тинеләр өлкәндәр”. (Мәстүрә Ҡарасурина, Баймаҡ райо­нының Ҡолсора ауылы). “Ул көндө районда һабантуй бара ине. Һуғыш башланыуы тураһында хәбәр иттеләр. Байрам ҡайғыһы китте”. (Хәйер­ланам Зыянгиров, Балтас районының Һәйтәк ауылы).
Һуғыш бөткән көндә иһә кемдер шатлыҡтан көлә, кемдер ҡайғынан илай. “Һуғыш бөтөүен ишеткән көндө уҡытыусылар менән флагтар тотоп ауыл буйлап йөрөнөк”. (Анастасия Никифорова, Иглин районының Ҡуян ауылы). “Һуғыш бөткәс, самолеттан ҡағыҙ ташлап киттеләр. Унда һуғыш тамамланыуы һәм беҙҙең илдең еңеүе хаҡында яҙылғайны. Шатланышып шул ҡағыҙ­ҙарҙы өйгә алып ҡайттыҡ”. (Мөнирә Ҡандова, Кушнаренко районының Яңы Аҡбаш ауылы). “Һуғыш бөтөүе тура­һындағы хәбәрҙе Дәүләкәндә ишеттем. Илай-илай, йырлай-йырлай ауылға ҡайттым. Ҡайтһам, әсәй тупһала ултыра. Үҙе илай.
– Ниңә илайһың? Һуғыш бөттө бит, әсәй! – тим.
– Бер ғаиләнән ике кеше үлде бит, нисек иламайһың… – тине әсәй”. (Рәйсә Ғилметдинова, Дәүләкән районының Суйынсы ауылы).
Һәр ғаиләгә еле ҡағылған Бөйөк Ватан һуғышы, миллиондарса ҡорбан биреп яуланған Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән тыл ветерандары тураһында фәнни хеҙмәттәр күп. Кинофильмдар ҙа, әҙәби әҫәрҙәр ҙә етерлек. Һирәк-һаяҡ гәзит-журналдарҙа күрен­геләгән мәҡәләләрҙе иҫәпкә алмағанда, үҙҙәре хаҡында үҙҙәре һөйләгән иҫтәлектәр китабы юҡ ине әле. Был эш Зөһрә Ҡотлогилдинаның иңенә төштө. Өҫтәүенә, ике китап! Афарин, ҡәләмдәш!









Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла

Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла 24.08.2018 // Аҡмулла / Әҙәбиәт

Ҡурсаҡ театры тамашасыларға бер юлы өс премьера әҙерләне: “Етем төлкө”, “Буратино” камера...

Тотош уҡырға 1 580

Икеһе лә балалар өсөн

Икеһе лә балалар өсөн 24.08.2018 // Социаль мәсьәлә / Аҡмулла

Бөрйән районында “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект программаһы”на ярашлы ике...

Тотош уҡырға 1 557

Төмәнәктә туйҙар матур үтә

Төмәнәктә туйҙар матур үтә 24.08.2018 // Аҡмулла

Ҡайһы берәүҙәр “ауыл бөтә” тип ҡайғырғанда, Туймазы районындағы Төмәнәк ауылы халҡы дәртләнеп донъя...

Тотош уҡырға 1 364

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!.

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!. 24.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Хәҙер календарға күҙ һалыу менән аптырашҡа ҡалаһың, һәр көн – ниндәй ҙә булһа байрам. Ҡайһы бер...

Тотош уҡырға 1 533

Ике аҡҡош

Ике аҡҡош 16.08.2018 // Аҡмулла

Ике йәш йөрәк сәхнәлә табыша. Әхмәт Зәйнуллин менән Мәрхәбә Вәлишинаның уҡытыусы булып эшләй...

Тотош уҡырға 1 551

Урағайҙа, йөҙ йыл элек

Урағайҙа, йөҙ йыл элек 16.08.2018 // Аҡмулла

Рәсәй. Август. Ваҡиғалар....

Тотош уҡырға 1 341

Әҙерлек әүҙем бара

Әҙерлек әүҙем бара 10.08.2018 // Аҡмулла

Балалар яңы уҡыу йылын таҙа, төҙөк, күркәм мәктәптәрҙә ҡаршы алһын өсөн учалылар ҙур тырышлыҡ...

Тотош уҡырға 1 330

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...”

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...” 10.08.2018 // Аҡмулла

Шиғриәт – бер аҙ абстракт төшөнсә. Шағирҙың ижады, уның йәшәү кредоһы хаҡында телдән һөйләп аңлатыу...

Тотош уҡырға 1 524

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды 10.08.2018 // Аҡмулла

Уның хаҡында ижади фекерләгән, балаларын олимпиадаларға әҙерләгән уҡытыусы булараҡ яҙырғамы, әллә...

Тотош уҡырға 1 925

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!”

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!” 10.08.2018 // Аҡмулла

Өфөнөң Октябрь районына ҡараған Нуғай ҡасабаһында яңы төҙөлгән мәктәп әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә...

Тотош уҡырға 1 360

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу 10.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Уҡытыусы һөнәре элек-электән маҡтауға лайыҡ. Уның абруйы, бәҫе һәр ваҡыт юғары. Шуға күрә уҡытыусы...

Тотош уҡырға 1 681

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт 10.08.2018 // Аҡмулла

“iВолга-2018” Бөтә Рәсәй йәштәр форумына БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенты Роман Баязитов...

Тотош уҡырға 1 307