Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ауыл хужалығын үҫтерәм тиһәң…
Ауыл хужалығын үҫтерәм тиһәң… Минең быуын йәштәренең ауыл хужалығы өлкәһенә күпләп ағылыуының оло бер сәбәбе бар ине: 1980 йылда илебеҙҙә ҙурҙан ҡубып Аҙыҡ-түлек программаһы иғлан ителде. Ҙур ил халҡын туйындырыу өсөн бик күп сара ҡаралған ғәйәт киң программа ине, уны Сталиндың индустриялаштырыу, Лениндың электрлаштырыу программалары менән генә сағыштырып булалыр.

Ауыл хужалығына миллиардлап аҡса ағылды, оло-оло проекттар тәҡдим ител­де, эш ҡайнап торҙо. Ун йылдан йән башы­на күпмешәр йомортҡа, ит, һөт етеш­терелә башлаясағын барыбыҙ ҙа яттан белә инек. Ҡыҙғаныс, тормошҡа аша алмай ҡалды был оло кампания. Һөҙөм­тәләрен үҙегеҙ беләһегеҙ: был программа тамамланырға тейеш 90-сы йылдарҙа илебеҙ бөтөнләй ас ултырырға, АҠШ-тан килгән «Буш боттары»на табынырға, «Әмирик»тең гуманитар ярҙамын көтөргә мәжбүр булды.
Ул йылдарҙан байтаҡ ваҡыт үтһә лә, илебеҙҙең ауыл хужалығы һаман көр­сөк­тә. Был турала кем генә һөйләмәй ҙә кем генә икһеҙ-сикһеҙ иген баҫыуҙарының буш ятыуына зарланмай. Дөрөҫ, ас йә­шә­мәй­беҙ кеүек. Мәҫәлән, Европа илдәре беҙгә сәйәси йәһәттән тип иғлан иткән эмбаргоға яуап итеп үҙебеҙ ҙә эре генә ҡаршы санкциялар иғлан иттек. Йәнәһе, кәрәгегеҙ юҡ, үҙ көнөбөҙҙө үҙебеҙ күрергә һәләтлебеҙ. Ул ғына ла түгел, өсөнсө илдәрҙән килеп кергән «һул» аҙыҡ-түлекте юҡ итергә, бар донъяға үҙебеҙҙең ундай ташламаларға мохтаж түгел­легебеҙҙе иғлан итергә лә яй таптыҡ. Аграр ил бит Рәсәй, аграр булып ҡалыр, сөнки ауыл халҡының фекерләүе лә ауылса була бит инде.
Тик был арҡала кибеттәрҙә хатта миҙ­ге­ленә тап килеп тә аҙыҡ-түлеккә хаҡтар төшмәүен береһе лә иҫәпкә алып торма­ны. «Импортты алыштырыу» тигән тө­шөнсә юлында күпме бюрократик кәртәләр ятыуы тураһында белгестәрҙең сығыш­тары ла яуапһыҙ ҡала килә. Шуларҙың береһен генә иҫкә алып китәйек: былтырҙан баҙарға ит һатырға сығарыр өсөн хужа (!) уны махсус мал һуйыу урынына алып барырға тейеш. Уйлап ҡарағыҙ әле, малдың хужаһы булғас, ул уны ни эшләтһә лә законлы түгелме ни? Юҡ икән шул, үҙеңдең ҡураңдағы мал-тыуарға һин хужа түгел, уны һуйыу тәртибен дә «үрҙәгеләр» билдәләй. Шулай булғас, ауылдарҙа мал һанының ҡырҡа кәмеүенә, хатта эшһеҙ ятҡан кешенең дә мал аҫрап, баҡса үҫтереп, үҙ көнөн үҙе күрергә тырышмауына аптырарға түгел.
Ҡунаҡтың алдына аш ҡуй ҙа ике ҡу­лын буш ҡуй, ти халыҡ мәҡәле. Нимәне аң­лата «буш ҡуй» тигәне? Ни эшләһә лә тый­мауҙы аңлата, әлбиттә. Ә ни өсөн һуң беҙҙең ауыл хужалығында бөгөн ты­йыу­ҙар рөхсәттәрҙән дә күберәк? Крәҫтиән бөгөн «ҡуян бала тапҡан, ҡуйыр урын тапмаған» тигән хәлдә ҡалдырылған.
Ҡыҙыҡ өсөн ябай ғына бер мәсьәлә си­сеп ҡарайыҡ. Өфө янындағы баҡса­һында бер әбей тауыҡтар аҫрай. Яҙҙан күпләп се­бештәр ала ла йәй буйы үҫтереп… ҡайҙа итә? «Үҙәк баҙарға килтереп һата ла күп итеп аҡса эшләй» булыр һымаҡ иң ябай һәм дөрөҫ яуап. Ә һеҙ гектарҙан ашҡан Үҙәк баҙар павильондарында шул әбейҙе эҙләп ҡарағыҙ. Теорияла иң ябай, ике икең – дүрт тигән һымаҡ, юл әбей өсөн үтеп сыҡҡыһыҙ шырлыҡҡа әүерелә. Мәсьәлә ябай: бер яҡтан ауыл шарттарында һимертелгән тауыҡтар һәм уларҙы арзанға һатырға теләгән әбей бар, икенсе яҡтан – уларҙы алырға теләүсе ҡала кешеһе. Ә ошо тигеҙләмә беҙҙең ил шарттарында ни өсөн эшләмәй һуң? Сөнки унда «тигеҙ» билдәһе урынына тиҫтә­ләгән кәртәләр булып әллә нисә тыйыу, сикләү, нормалау һәм башҡа “...лауҙар” органдары тора. Улар барыһы ла, әйтергә кәрәк, халыҡ мәнфәғәтенән эш итә. Дәлилдәре лә бик ерлекле булып сығасаҡ: ниндәй әбей, бында тотош ил яҙмышы тураһында һүҙ бара, бизмәнгә халыҡ һаулығы ҡуйылған!
Совет заманында миңә НЭП-ты (Яңы иҡти­сади сәйәсәт) өйрәнергә тура кил­гәй­не: иғлан ителеүе, һөҙөмтәләре, ябылыу сә­бәптәре… Ни өсөн шундай йылдам үҫеш­кә килтергән кампанияны тыйып ҡуйыуҙарына туҡталмай, һөҙөм­тәлә­ренең сәбәбен барлайыҡ. Ниңә шундай ҡыҫҡа арала һуғыштан һәм аслыҡтан интеккән ил аяҡҡа баҫа башлай? Сөнки большевиктар ана шул үрҙә әйтелгән «ике ҡулын буш ҡуй» ысулын ҡуллана. Йәғни кеше ҡу­лы­нан килгән бөтә эшкә лә тотона, ни етеш­терһә, бер тыйыуһыҙ сығарып һата, үҙе байый һәм баш­ҡаларҙы үҙе етештергән продукция менән тәьмин итә. Ябайыраҡ әйткәндә, эшләр һәм уның һөҙөмтәләрен күрер өсөн бөтә сиктәр алып ташлана. Һөҙөмтәлә ауылда яңынан байҙар барлыҡҡа килә, урта хәллеләр күбәйә.
Ә улар барлыҡҡа килһен өсөн төп шарт – баҙар. Йәғни крәҫтиән бөтә етеш­тер­гә­нен яҡында ғына урынлашҡан баҙарға алып бара ла, унда һатып, үҙенә кәрәк нәмәләрҙе, шул иҫәптән артабан эшен киңәйтер өсөн дә, алып ҡайта. Бының өсөн һәр ҙурыраҡ ауылда баҙарҙар гөрләп эш­ләп тора. Йәғни, бөгөнгө фермер йә крәҫ­тиән һәм ҡала ҡулланыусыһы араһындағы яһалма кәртәләрҙең береһе лә булмай, улар туранан-тура бәйләнешкә инә.
Бөгөн иһә беҙ ауыл хужалығында ана шул НЭП осороноң тап киреһен күҙәтәбеҙ. Ауыл кешеһе етештергәнен дә арзан хаҡҡа аралашсыға тапшырырға мәжбүр. Ундайҙар ауылдар буйлап бихисап йөрөй хәҙер, йыймаған нәмәләре юҡ. Ә ни өсөн ауыл кешеһе менән ҡала ҡулланыусыһы араһындағы ана шул тура бәйләнеш юҡҡа сыҡты? Юҡҡа сығарҙылар, тип әйтергә баҙнат итәм, бихисап яһалма шарттар булдырып.
Мал һуйыу пункттары — ана шул яһал­ма кәртәләрҙең береһе ул. Минең уйымса, ул кәртәне лә ураусылар табылыр: тау Мө­хәмәткә бармаһа, Мөхәмәт тауға барған, тиҙәр бит әле. Тимәк, көҙҙән ҡалаларҙан ме­ңәрләгән кеше машиналарҙа ауылдарға ағыласаҡ – малды урынында уҡ һатып алып, шунда уҡ эшкәртеп алып ҡайтып ки­тер өсөн. Ҡала кешеһе лә алйот түгел, бе­лә бит ул махсус пунктта һуйылған мал ме­нән йорт ихатаһында һуйылған ара­һында хаҡтан башҡа айырма юҡлығын...
Өфөлә «Алексеевка» совхозының фир­ма магазиндарына кергән һайын ҡыуанып сы­ғам: бына бит сәйәсмәндәр һәм оло тү­рә­ләр һөйләгән ауыл менән ҡаланың тура бәйләнеше өлгөһө! Бар продукция бында эргәләге «селтәргә» ҡарағанда ике тап­ҡыр­ға тиерлек арзаныраҡ. Ярай, «Алексеевка» совхозы — ҙур һәм абруйлы пред­приятие, ул үҙенең айырым кибет­тәрен дә тота ала. Ләкин ундайҙар бөгөнгө ауыл йөҙөн билдәләмәй, киреһенсә, иҫ­кәр­мә рәүешендә генә көн итә. Ауыл тигәндә беҙ республика буйлап һибелеп ятҡан меңәрләгән эреле-ваҡлы ауылды, унда эшһеҙ һәм йәшәү сығанаҡһыҙ булһа ла көн итеп ятҡан халыҡты күҙ уңында тотабыҙ. Ә бит бар ине замандар – шундай ауылдар ҙа үҙ көнөн үҙе күреп йәшәп ятты, бер нәмәгә лә зарланманы. Тапҡаны үҙенә лә етте, сығарып һатырға артып та ҡала ине әле. Хәҙер ниңә улар сығарып баҙарҙа һатырға түгел, үҙенә ашарға ла етештерергә теләмәй һуң?
Илебеҙҙә ауыл хужалығына ҡарата ике төрлө стандарт йәшәүенән килә был тип уйлайым. Йәғни һүҙҙә бер төрлө, ә асылда – бүтәнсә. Үлтерегеҙ бына, ләкин мин ихатала һуйылған һәм баҙарға сыға­рыл­ған иттең сифаты махсус пунктта һу­йылғандан ҡайтышыраҡ булыуына ышана алмайым! Киреһенсә булмаһа әле. Бер үк мал, бер үк кешеләр бит ул. Ауылдарҙа хәҙер ветеринария контроле һәйбәт эш­ләй, унда эре мал ғына түгел, һәр тауыҡ, хат­та эт-бесәй ҙә иҫәптә. Быны миңә участ­ка ветеринарҙары эше менән та­нышҡанда күрергә тура килде. Киреһенсә, улар малды йыраҡ арауыҡтарға йөрөтөүҙе лә контролдә тота, сөнки был эпидемия таратыуға бәйле. Ә малды һуйыр өсөн районда бер бөртөк булған пунктҡа ма­ши­наға тейәп алып китеү тап ана шул йыраҡ арауыҡҡа йөрөтөүгә инә лә инде. Аңла­йышлыраҡ әйткәндә, һин малыңды тейәп оло юлға сығып, илле саҡрымға алып барыу өсөн үҙ участковыйыңдан айырым рөхсәт һорарға бурыслыһың. Юҡһа, һине юлда уҡ туҡтатһалар, кузовтағы һы­йырыңдың кемдеке һәм ҡайҙан икәнлеген иҫбатларға тейеш булаһың да инде. Тағы бер кәртә булдымы?
«Алексеевка» совхозының төп уңышы – уның миллионлы ҡала төбөндә ятыуында, тип өйрәтәләр беҙгә. Был, ысынлап та, шулай. Тимәк, һәр ҡала янындағы ауылдар ҙа шундай уҡ хәлдә булырға тейеш һымаҡ. Нимә етештерәһең, туп-тура – ҡала баҙарына. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика буйлап йөрөгәндә бер район үҙәгендә лә киң ҡолас менән эшләгән баҙарҙарҙы осратырға тура килмәне. Иң йыш осрағаны – юл ситендә торған әбейҙәр. Шунда ғына етештереүсе менән һатып алыусы осраша, бер ниндәй аралашсы юҡ. Ә ни өсөн улайһа ауылдарыбыҙ буйлап туҡтауһыҙ аралашсылар машина менән ит һәм картуф йыйып йөрөй? Айырма икеләтә килеп сыға бит. Улар өсөн крәҫтиәндәргә яҙылған тыйыуҙар эшләмәйме әллә? Тимәк, эшләмәй.
Ауыл хужалығы продукцияһын күпләп етештереү иң беренсе нәүбәттә уны һата алыу мөмкинлегенә бәйләнгән. Беҙ ауыл­дарҙа картуф тулып ятҡанда кибет­тә­ребеҙҙә Голландия картуфы тулып ята тип зарланырға яратабыҙ. Ә берәйһе үҙенең баҡсаһындағы картуфты ҙур магазинда булмаһа ла, һис юғы ҡала баҙарына килтереп һатып ҡараһын әле. Хәйер, бармы хәҙер Өфөлә лә баҙар? «Үҙәк баҙар», «Колхоз баҙары» тигәндәренең исеме генә ҡалды, улар күптән инде — сауҙа үҙәктәре. Капитализмда, баҙар шарттарында йәшәйбеҙ тип бар донъяға иғлан итәбеҙ икән, уның төп күрһәткесе – ирекле баҙар – һәр ҡаласыҡта булырға тейеш түгелме? Ирекле тигән һүҙ иһә дәүләт тарафынан бер ни ҙә эшләргә кәрәкмәй тигәнде аңлата, баҙар үҙе көйләр барыһын да: хаҡтарҙы ла, етештереү күләмен дә… Бары тик «ике ҡулын буш ҡуй» ғына…




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 450

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 401

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566