Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Атландым самокатҡа...
Атландым самокатҡа... Мин эшкә иртә йөрөйөм. Әлбиттә, йәйәүләп. Шуға ла ул ваҡытта ихаталарҙы тултырған машиналар урынынан ҡуҙғалмаған була әле. Ғәжәйеп күренешкә юлығаһың – беҙҙең «спальный» тип аталған райондарҙа күптән инде йәйәүлеләр өсөн урын ҡалмаған икән дә! Быныһына әллә ни иҫем дә китмәй: берәй ҡасан кеше башына техника һаны хәрәкәт өсөн бүленгән майҙандарҙы ашып китһә (быға оҙаҡ ҡалмағандыр), кешелек дүрт тәгәрмәстә ултырған арбанан да уңайлыраҡ нәмәләр уйлап сығара башламаҫ тимә.

Былтырлы-быйыллы шуға иғтибар иттем – уйлап сығаралар, әй! Хәҙер Өфө урамдары велосипедтар, мотоциклдар менән тулды. Күп үрсене улар, хатта роллерҙарға махсус уҡытып, «права» менән генә урамға сығарыу тураһында һөйләй башланылар. Хәйер, «А» категориялы правалар мотоциклда йөрөү өсөн боронғо совет заманында ла кәрәк ине.
Ә бына велосипедтар? Уларҙы нишләтергә? Махсус уҡыу һәм права кәрәкмәгәндә, иҫләйһегеҙме, бәләкәй генә мотороллерҙар менән беҙҙең урамдар тулғайны? Машинанан да көслөрәк тырылдап, бер ниндәй номер-ниһеҙ улар теләһә ҡайҙан килеп сыға ла теләһә ҡайҙа инеп юғала ине. Ҡағиҙә ни уларға, урам ни, тротуар йә газон ни – ҡайҙа ла бер. Ҡотолдоҡ был афәттән, тип еңел һулағандыр бик күптәр «мотик»тарҙы «йүгәнләү» тураһында ҡағиҙәләр ҡатыланғас.
Хәҙер самокаттарға ла шул сират етмәнеме, йәмәғәт? Мотороллерҙар тарихы бөгөн велосипедтарҙа ҡабатлана түгелме?
Үтә сәйер килеп сыға шул: техник яҡтан ҡарағанда велосипед, механик булһа ла, транспорт сараһы. Тик нишләп әле улар шундай тиҙлек менән йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән тротуарҙар буйлап елдерә? Әйтәйек, егеүле атҡа бер кем дә тротуар буйлап йөрөргә рөхсәт итмәй бит. Хәйер, хәҙерге тротуарҙар буйлап арбалы ат саба алмаҫ ине ул – бигерәк тарға ҡалдырҙылар Өфө тротуарҙарын. Ҡайһы бер урындарҙан балалар коляскалары ла үтә алмай. Ә бына велосипедтар балалы коляс­каларҙан да уңайлыраҡ: тегеләрҙең дүрт йә өс тәгәрмәсе була.
Спорт һәм экология йәһәтенән велосипед транспорты бик ҡулай тиҙәр. Германияны элек-электән, мәҫәлән, ве­ло­си­педтар иле тип атайҙар. Йәй көндәре беҙҙә лә унан уңай транспорт сараһы юҡ. Ҡала эсендә, тәбиғи. Ауылдарҙа ла уңайлы ул, тау велосипедтары ла бар, һыуҙыҡы ла. Ләкин, әйҙәгеҙ, килешәйек: транспорт сараһы бит ул! Тимәк, уларҙың урыны йәйәүлеләр янында түгел, ә оло юлда.
Әйткәндәй, совет заманында тап шулай була торғайны ла. Шуның өсөн уларҙы махсус йыһазландыралар: алдан-арттан ут сағылдырғыстар ҡуйыла. Транспорт сараһы булараҡ, техник мөмкинлектәренән сығып, ЮХХДИ көйләргә тейеш улар менән файҙаланыу тәртибен. Хәйер, хәҙерге ЮХХДИ бөтөнләй үҙ бурыстарынан ваз кисте шикелле. Уларҙың бар эше – тиҙлекте арттырған өсөн штраф йыйыу. Әйтегеҙ әле, мәҫәлән: ҡыҙыл утҡа йәйәү сыҡҡан өсөн штраф тураһында һуңғы тапҡыр ҡасан ишеттегеҙ?
Ана шул-шул: машина юлдары хужалары, велосипед тигән еңел транспорттан бик анһат ҡына ҡотолоп, уларҙы үҙҙәренең яуаплылығынан йәйәүлеләр зонаһына сығарып ташланы ла ҡуйҙы. Хәҙер уларға хөрриәт: ҡайҙа етте шунда йөрөйҙәр. Кәрәк булһа, оло магистралгә лә сығып китә – хоҡуғы бар бит, транспорт сараһы. Теләһә кибеткә йә ойошма эсенә лә килеп керә: бынан да бер кем тыймаған.
Велороллерҙан тапалғаным юҡ әлегә. Ә шулай ҙа бер әбекәйҙе проспекттағы тротуарҙа ике яҡтан килгән ике малайҙың яңылыштан килтереп ҡыҫҡанын күрергә тура килде. Бер ни булмағандай, үҙ юлдары менән китте лә барҙылар…




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 401

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566