Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бюрократия заманы
Бюрократия заманы Бюрократия (Ушаков һүҙлеге буйынса) – ғәмәлдәге хәл-торошон иғтибарға алмайынса, хакимлыҡ тотошлайы менән чиновниктар ҡулында булған идара итеү системаһы. Эш асылына зыян килтереп, уның формаль, канцеляр яҡтарын ғына ҡайғыртыу.


Аҡыл эйәләренән кемдер берәү әйткән, имеш: «Бюрократия – аҙым һайын, көн һайын, һәр ерҙә үҙенең кәрәклеген, мө­һим­леген дәлилләргә тырышыусы сис­те­ма…» Сөнки шунһыҙ ул система бу­ла­раҡ юҡҡа сығасаҡ. Ә юҡтан кәрәкһеҙ ҡалмаҫ өсөн өҙлөкһөҙ киңәйергә, үҫергә, тармаҡ­ланырға, тормоштоң һәр даирәһенә лә үтеп инергә кәрәк...
Беҙ бөгөнгө йәшәйешебеҙҙе һәр йә­һәт­тән элекке СССР заманы менән сағыш­ты­рып ҡарайбыҙ. Йәнәһе, бына, элек нисек булған, ә хәҙер… Ләкин был киң, йәғни идеологик ҡарашта ғына шулай күренә. Әгәр ҙә һәр айырым осраҡты сағышты­рып ҡараһаҡ?.. Әйтәйек, шул уҡ бюрократияны – өҫтән күрһәтмәләр, циркулярҙар таратып, шуларға барыһын да буйһондо­роу системаһын. Ул йәһәттән ҡарағанда, хәҙерге йәмғиәт социализмды бишләтә, хатта унлата уҙып киткән икән дә!
Миңә йыш ҡына дауахананан рецепт буйынса дарыу алырға тура килә. Бына уны алыу юлы, хәҙергесә әйтһәк – алгоритмы. Башта мин поликлиникалағы табибыма барып, лабораторияға йүнәлтмә алам. Бының өсөн, әлбиттә, врачҡа алдан яҙылырға кәрәк. Былтыр быны телефон аша ла эшләп була ине, ә хәҙер регистра­тураға барып етеү мотлаҡ. Йүнәлтмә ни өсөн кәрәк? Анализдар тапшырырға. Ә анализдар шул уҡ табипҡа барыу өсөн талап ителә.
Шулай итеп, алгоритмда 1-се аҙым: поликлиника регистратураһы (врачҡа яҙы­лыу); 2-се аҙым: врачтан йүнәлтмә алыу (лабораторияға); 3-сө аҙым: лабораторияла ҡан һәм һейҙек тапшырыу (врачҡа күренер өсөн); 4-се аҙым: врачҡа килеп, рецепт яҙҙырып алыу (дарыухана өсөн); 5-се аҙым: филиалдан төп поликлиникаға рецепттарға виза (мисәт) һуҡтырырға барыу; 6-сы аҙым: дәүләт аптекаһының рецептура бүлегенә дарыу алырға барыу (әлбиттә, һәр поликлиниканы бер аптека ғына хеҙмәтләндерә); 7-се аҙым: ниндәй дарыу биргәндәре (бер дарыу әллә нисә төрҙә сығарыла) тураһында врачыңа хә­бәр итеү. Һуңғыһы, әлбиттә, дарыуҙы ҡул­ланыу дозаларын билдәләү өсөн кәрәк. Бына шундай оҙон юл үтә һәр даими иҫәптә торған кеше үҙенә тейешле дарыуҙы алыр өсөн.
«Әгәр һин аяҡһыҙ, күҙһеҙ инвалид­тар­ҙың йыл һайын үҙҙәренең ғәриплектәрен иҫбатлар өсөн күпме йөрөгәнен белһәң, был ете аҙымың өсөн «Әлхәмделилләһ» тиер инең!» – тине миңә бер танышым, ошо алгоритмды уға бәйән иткәс. Килештем. Сөнки бер күҙле ағайымдың икенсе күҙе һаман яңынан үҫеп сыҡмағанын иҫ­батлар өсөн ауылдан Өфөгә гел килеп йөрөгәнен белә инем. Шул ваҡытта уҡ, беҙҙең йәмғиәттә, әгәр булһа, иң ныҡ үҫеш­кән бюрократия тап медицина хеҙ­мәтләндереүе өлкәһендәлер тигән ҡа­раш­та ҡалғайным. Хәйер, һәр айырым осраҡ тураһында әйткәйнем инде, үҙеңә ҡағылмаһа, башҡа өлкәләрҙе белмәйһең шул.
Шәхес таныҡлығы тигән өл­кә­не генә алып ҡарайыҡ. Нин­дәйҙер ойошмаға саҡырһалар, элек беҙ бер паспорт һалып ала торғайныҡ. Хәҙер һәр кеше үҙе менән нисә документ алырға мәжбүр? Һанарға ла ҡурҡам. Шуның өсөн бөгөн хатта ирҙәр ҙә барсетка тигән кескәй портфель йөрөтә: унда үҙеңә кәрәк булыуы ихтимал тиҫтәләгән «ҡатырға» һалына – медполистан водитель танытмаһына тиклем. Йылдан-йыл ул мотлаҡ ҡатырғалар һаны арта ғына бара. Әйтәйек, үрҙә мин телгә алған табиптың ишегендә үк унда ниндәй документтарҙың төп нөсхәләрен алып килеү теҙмәһе күрһәтелгән: паспорт, медицина полисы, пенсия таныҡлығы. Ә бит мин унда даими иҫәптә торам, тимәк, табип йөҙгә таный һәм минең ул документтар номерҙары тотош яҙып ҡуйылған!
Мәғариф өлкәһендәге бю­рок­ратияға хатта ҡағылғы ла килмәй – унда шайтан ботон һындырыр. Ул өлкәлә хәҙерге уртаса кеше дүрт ҡатырғаға эйә: 9 йыллыҡ һәм 11 йыллыҡ белем тураһында аттестаттар, ике диплом (урта һәм юғары). Хәҙер тағы ла һәр уҡыусы беренсе кластан башлап портфолио йыя барырға тейеш икән. Улары өҫ­тәмә ҡаҙаныштар рәтенә керә. Миндә улар бер өйөм, ләкин береһе лә ғүме­ремдә кәрәк булманы. Әле уҡып ҡына йөрөгән ҡыҙымдың ундай ҡаҙаныштары тағы ла күберәк, тик уларҙың берәй ҡасан берәй ерҙә кәрәге сығырына шулай уҡ шик бар. Шуныһы ла мәғлүм: бөгөн уҡы­тыусылар уҡытыу менән түгел, ә төрлө ерҙәргә төрлө ҡағыҙ тултырыу менән шөғөлләнеп ваҡыт үткәрә.
Ошоларға (шәхсән һәм уҡыуға ҡағы­лыш­лыларға) бөгөн һәр кемгә лә мотлаҡ кәрәк водитель танытмаларын (шулай уҡ бер нисәү), банк һәм страховка, кредит һәм һаҡлыҡ иҫәптәрен ҡушһаҡ, һәр кешенең өйөндә бер сумаҙан документ йыйыла түгелме? Ә беләһегеҙме, ни өсөн уларҙы берләштереү, бер генә карточкаға ҡалдырыу программаһы, нисә йыл иғлан ителеп тә, һаман бойомға ашырылмай? Яуабы ошо мәҡәләнең башында – бюрок­рат­тарға «әүҙем эшмәкәрлек» күрһәтергә кәрәк. АҠШ-та бына бер кем дә хатта паспортын да кеҫәһендә йөрөтмәй. Беҙҙә уны күрһәтеү генә етмәй әле, күсермәһен һораясаҡтар, өҫтәүенә – өҫтөндәге «кү­сер­мә дөрөҫ» тигән яҙманы мисәт менән нығыттырып… Минән, урамда туҡтатып, ни өсөн паспортыңда даими йәшәү урының күрһәтелмәгән, тип һорағандары булды. Ни тиәһең ул иҫәрҙәргә? Юҡ, шуға ҡуйылмаған. Үҙем ҡуйып ала торған нәмә түгел дәһә ул… Әйткәндәй, яңыраҡ бер яңылыҡ шаҡ ҡатырғайны: Санкт-Петербургка экскурсияға килгән бер төр­көм баланы кире поезға ултырт­мағандар, сөнки улар тыуыу тура­һын­да таныҡлыҡтың кү­сермәһен алған, ә юлсылар документтың төп нөсхәһен йөрөтөргә тейеш икән!..
Хәҙер күҙ алдына килтереп ҡа­райыҡ: әгәр ошо ҡағыҙҙар теҙмәһен бер чип алыш­тырһа, нисәмә кеше «ик­мәкһеҙ» ҡаласаҡ? Ана шуға ла беҙҙә бер ҡасан да «бер тәҙ­рә» системаһы эшлә­мәйәсәк: үҙ мәнфәғә­тен ҡайырыусылар илебеҙҙә бихисап.
Асылда кешенең тормошо бер нисә генә параллель тармаҡтан ғибәрәт. Ләкин улар бер-береһе менән бөтөнләй киҫеш­мәй, һәм шуға ла һәр ҡайһыһы беҙҙе үҙ иҫәбендә генә күргеһе килә, һәр кемдә лә беҙҙең турала ниндәйҙер мәғлүмәт кенә һаҡлана. Паспорт, мәҫәлән, полицияға ғына кәрәк. Хәрби билет – бөтөнләй айырым тема. Эшебеҙҙә хеҙмәт кенәгәһе һаҡлана, аҙаҡ ул пенсия таныҡлығына алыштырыла. Сирҙәребеҙ хаҡында бөтә мәғлүмәттәр поликлиникала, ә һалым хеҙ­мәтенә беҙҙең байлыҡ-мөлкәт тураһында мәғлүмәттәр генә кәрәк. Уларҙы бер ти­рә­гә туплап, кешенең социаль номеры аша ғына бар нәмәне белеп тороу системаһын бына сирек быуат инде булдыра алмай­быҙ. Сөнки һәр ойошма, мәҫәлдәге аҡ­ҡош, ҡыҫала һәм суртан һымаҡ, һәр ҡай­һыһы үҙ яғына ҡайыра. Уларға йүнәлеш биреү­се дилбегәле һәм сыбыртҡылы күсер – дәү­ләт йоғонтоһо – юҡлыҡтан түгелме был?
Һуңғы арала яңы тыуған балаларға ла пенсия таныҡлығы биреү хаҡында фекер алышыу бара. Уны, әлбиттә, индерерҙәр, бик ентекләп нигеҙләрҙәр. Сөнки – мәҡәләнең башын ҡара.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла

Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла 24.08.2018 // Аҡмулла / Әҙәбиәт

Ҡурсаҡ театры тамашасыларға бер юлы өс премьера әҙерләне: “Етем төлкө”, “Буратино” камера...

Тотош уҡырға 1 580

Икеһе лә балалар өсөн

Икеһе лә балалар өсөн 24.08.2018 // Социаль мәсьәлә / Аҡмулла

Бөрйән районында “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект программаһы”на ярашлы ике...

Тотош уҡырға 1 555

Төмәнәктә туйҙар матур үтә

Төмәнәктә туйҙар матур үтә 24.08.2018 // Аҡмулла

Ҡайһы берәүҙәр “ауыл бөтә” тип ҡайғырғанда, Туймазы районындағы Төмәнәк ауылы халҡы дәртләнеп донъя...

Тотош уҡырға 1 362

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!.

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!. 24.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Хәҙер календарға күҙ һалыу менән аптырашҡа ҡалаһың, һәр көн – ниндәй ҙә булһа байрам. Ҡайһы бер...

Тотош уҡырға 1 532

Ике аҡҡош

Ике аҡҡош 16.08.2018 // Аҡмулла

Ике йәш йөрәк сәхнәлә табыша. Әхмәт Зәйнуллин менән Мәрхәбә Вәлишинаның уҡытыусы булып эшләй...

Тотош уҡырға 1 551

Урағайҙа, йөҙ йыл элек

Урағайҙа, йөҙ йыл элек 16.08.2018 // Аҡмулла

Рәсәй. Август. Ваҡиғалар....

Тотош уҡырға 1 341

Әҙерлек әүҙем бара

Әҙерлек әүҙем бара 10.08.2018 // Аҡмулла

Балалар яңы уҡыу йылын таҙа, төҙөк, күркәм мәктәптәрҙә ҡаршы алһын өсөн учалылар ҙур тырышлыҡ...

Тотош уҡырға 1 329

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...”

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...” 10.08.2018 // Аҡмулла

Шиғриәт – бер аҙ абстракт төшөнсә. Шағирҙың ижады, уның йәшәү кредоһы хаҡында телдән һөйләп аңлатыу...

Тотош уҡырға 1 523

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды 10.08.2018 // Аҡмулла

Уның хаҡында ижади фекерләгән, балаларын олимпиадаларға әҙерләгән уҡытыусы булараҡ яҙырғамы, әллә...

Тотош уҡырға 1 923

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!”

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!” 10.08.2018 // Аҡмулла

Өфөнөң Октябрь районына ҡараған Нуғай ҡасабаһында яңы төҙөлгән мәктәп әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә...

Тотош уҡырға 1 358

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу 10.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Уҡытыусы һөнәре элек-электән маҡтауға лайыҡ. Уның абруйы, бәҫе һәр ваҡыт юғары. Шуға күрә уҡытыусы...

Тотош уҡырға 1 680

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт 10.08.2018 // Аҡмулла

“iВолга-2018” Бөтә Рәсәй йәштәр форумына БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенты Роман Баязитов...

Тотош уҡырға 1 306