Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Гәлсәр ҡумта йәки һүҙ тураһында һүҙ
Гәлсәр ҡумта йәки һүҙ тураһында һүҙ
Һуңғы ваҡытта телебеҙ, уның сафлығы, ҡулланыу даирәһе, киләсәге хаҡында фекер алышыу төрлө кимәлдә йыш ҡуҙғала. Һәр яҡлап ныҡлы өйрәнеп, фәнни һәм тарихи яҡтан нигеҙләнеп төҙөлгән фундаменталь һүҙлектәрҙең донъя күреүе ҡыуандыра.


Уҙған быуаттың 70–80-се йылдарында ла әле "Башҡорт теленең орфографик һүҙлеге" тип йөрөтөлгән бәләкәй генә китапҡа ҡарап эш иттек. Ул, авторҙарға ярҙам итеү урынына, ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра ине. Был һүҙ орфографик һүҙлектә юҡ, ти ҙә бәйләнә ине матбуғат хеҙмәткәрҙәре. Хатта автор менән килешеп тә тормаҫтан, һинең ҡулъяҙманы үҙҙәренсә үҙгәртергә тотоналар. Телгә ҡараш та үҙгәрҙе, халыҡ телен ныҡлы өйрәнеп әҙерләнгән ҡалын-ҡалын фундаменталь һүҙлектәр донъя күрҙе. "Башҡортса-русса һүҙлек", "Русса-башҡортса һүҙлек", күп томлы "Башҡорт теленең орфографик һүҙлеге". Бынан тыш, тарыраҡ һәм аныҡ маҡсатҡа йүнәлтелгән, көндәлек эш өсөн бик тә файҙалы байтаҡ һүҙлек баҫылып сыҡты. Атаҡлы күҙ табибы, академик Марат Аҙнабаевтың медицина терминдары һүҙлеге – ана шундайҙарҙан. Фәндең бөтөнләй икенсе тармағында эшләгән ғалим үҙ халҡының телен нескәлектәренә тиклем белә һәм хеҙмәте менән тел тураһындағы тәғлимәткә ҙур өлөш индерҙе. Йәки бына "Башҡорт һөйләштәренең һүҙлеге"н алайыҡ. Яҙма телдә ҡайһы башҡорт диалектының өҫтөнлөк итергә тейешлеге тураһындағы бәхәстәр хәҙер тыма төштө. Әммә, һеҙ үҙ төбәгегеҙҙәге һөйләш (диалект түгел) менән мауығып яҙаһығыҙ, тигән һүҙҙе ишетергә тура килә. Минеңсә, автор, ғөмүмән, башҡорт исемен йөрөткән шәхес, ниндәй генә диалектты, уның эсендәге ниндәй генә һөйләште үҙ итмәһен, ул бит үҙенең милли телендә, милләте телендә һөйләшә. Әгәр ҙә беҙ башҡорттарҙың бөтә дүрт диалектын, барлыҡ һөйләштәрҙе лә яҡшы белеп, уларҙы көндәлек эшебеҙҙә, бигерәк тә әҙәби әҫәр яҙғанда дөрөҫ файҙаланабыҙ икән, был – һинең оло байлығың. Улай ғына ла түгел, ул һинең рухи, әхлаҡи һәм мәҙәни кимәлеңде лә иҫбатлаусы күренеш.
Был мәҡәләмдә йәнә бер хәлгә туҡтауҙы кәрәкле таптым. Бынан бер нисә йыл элек күренекле тел ғалимы, филология фәндәре докторы, профессор Мөхтәр Хөснулхаҡ улы Әхтәмов миңә үҙенең китабын бүләк иткәйне. Ул "Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре һүҙлеге" тип атала. Мин уны хәҙер инде мөсһөҙләнә төшкән күҙем менән әкренләп ҡарап сыҡтым. Ябай китап түгел был – хазина һандығы! Унда ингән алтмыш меңләп башҡорт һүҙен ҡайһылай, ҡайҙан йыйып бөткән дә уларҙы ғилми күҙлектән сығып нисек тәртипкә һалған?! 775 биттән торған китапты күҙҙән кисергәндән аҙаҡ үҙеңде башҡорт теленең икһеҙ-сикһеҙ диңгеҙендә йөҙгәндәй тояһың. Күренекле фольклорсы-ғалим Салауат Галин ошо китапҡа яҙған баш һүҙендә уға бына ниндәй баһа бирә: "Һүҙлектең һиммәте нимәлә һуң? Донъя практикаһында уның беренсе булыуында! Ошоға оҡшаш һүҙлек әлегә бер ҡайҙа ла, бер халыҡта ла, хатта урыҫтарҙа ла юҡ! Ҙур коллектив башҡараһы эште, күпме ваҡыт сарыф итеп, тир-хеҙмәт түгеп, күҙ нурын бөтөрөп, бер кеше – Мөхтәр Әхтәмов – башҡарып сыҡҡан!"
Тулыһынса килешәм был баһа менән. Китап тураһында матбуғатта сыҡҡан мәҡәләләрҙең авторҙары ла, нигеҙҙә, ошондай уҡ фекерҙә. Әммә әллә ҡайҙан күңелдә оялаған икенсе бер уй ҙа килә: ошондайын ҙур ғилми хеҙмәт дәүләт кимәлендә тейешле баһаһын алдымы? Мәҫәлән, ул Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ түгелме ни?..
Икенсе һорау: телебеҙ байлығын барлаған хеҙмәттәрҙең ҡайһы берҙәрен һанап үттем дә, беҙ ана шул байлыҡты көндәлек эшебеҙҙә белеп һәм дөрөҫ файҙаланабыҙмы? Мин тел ғалимы түгел, уны әҫәрҙәремдә ҡулымдан килгән тиклем тулыраҡ файҙаланырға тырышҡан әҙип кенә. Шулай ҙа үҙемде борсоған ҡайһы бер етешһеҙлектәрҙе әйтеп үтеүҙе кәрәкле һанайым. (Был фекерҙәремде ҡасандыр әйтә биреп тә ҡуйғайным, тик улар иғтибарһыҙ ҡалды).
Яҙыусы, минеңсә, тел байлығы, уның дөрөҫ ҡулланылышы хаҡында мәҡәлә яҙып түгел, үҙенең әҫәрҙәре аша еткерергә тейеш. Тел – минең өсөн көндәлек эш ҡоралы, эш сифатым уны мөмкин тиклем ныҡ белеүгә, ҡәҙерләп, дөрөҫ һәм һаҡсыл тотоноуға бәйле. Шуға ла әҫәрем донъя күреү процесында берәй һүҙемә кем дә булһа ҡағылып, уны үҙенсә үҙгәртеп маташһа, мин быны шунда уҡ тотоп алам.
Бына, мәҫәлән, "Ағиҙел" журналында хикәйәм баҫылды. Уны донъяға сығарған өсөн редакцияға ҙур рәхмәт. Ә бына шунда кемдеңдер бер генә һүҙемде үҙгәртеп, уның мәғәнәһен боҙоуына күңелем кителә биреп ҡуйҙы. Хикәйәлә "Ҡайҙа инде ул беҙҙең кеүектәргә унда яҡын юллау" тигән һүҙҙәрҙе уҡырһығыҙ. Һуңғы һүҙ төптө дөрөҫ түгел, минең текста ул бер "л" менән – "юлау" тип яҙылған, йәғни "унда барып күренеү", "унда барып йөрөү", "унда беҙгә инеү тыйылған" мәғәнәһен бирергә тырышҡанмын. Ә "юллау" булһа, кемдеңдер, нимәнеңдер эҙе буйынса барыу (мәҫәлән, һунарсы һуҫарҙы эҙе буйынса юллатып таба) йәки нимәнелер осонаса юғалтмай эҙләп табыу (әлеге хикәйәнән 14-се биттәге "Уның метастаздар биргән тамырҙарын да юлларға тура киләсәк әле" тигән һөйләм бар) мәғәнәһе аңлатыла. Ғөмүмән, беҙҙең тел шундай бай һәм шундай нескә, тәү ҡарашҡа бер үк тамырҙан һымаҡ күренгән һүҙҙәр ҙә әллә нисәмә төрлө мәғәнә аңлата. Мәҫәлән, әлеге ике хәрефтән торған "юл"дың "бер юлыға ҡалдырып торайыҡ", "Был юлы эшең барып сыҡмаҫ" кеүек төрлө-төрлө мәғәнә аңлатыусы варианттары ла бар.
Бер башлағас, ҡайһы бер һүҙҙәрҙең бөтөнләй дөрөҫ ҡулланылмауын, хатта яҙма телебеҙҙә ҡалыплашып китеүен дә әйтеп үтәйем. Мәҫәлән, "һыны ҡатып көлә" тип яҙалар. Көлгәндә һын (кәүҙә) ҡатамы ни? Бик ныҡ ҡурҡҡанда, аптырағанда һын ҡатырға мөмкин, ә көлгәндә, ҡыуанғанда кеше тәне (һыны) йомшара. Шуға ла халыҡ "һене ҡатып көлә" тип һөйләй, йәғни "иҫе китеп көлә" тигәндең икенсе төрлө әйтелеше был. Йәнә лә "һенен килтергәнсе һуҡты" тигән һүҙбәйләнеш бар. (Һис тә "һынын килтергәнсе" түгел). Бында инде "иҫен юғалтҡансы һуҡты" тигән мәғәнәне аңлайбыҙ. Ошоно редакция хеҙмәткәрҙәренә аңлатып ҡарағаным да бар. Юҡ бит, һүҙлектә "һыны" тип алынған, тиҙәр. Ҡайһы бер осраҡта һүҙлеккә түгел, халыҡтың һөйләү теленә иғтибар итергә кәрәк. Ә һүҙлек төҙөүселәр телде яҡшы белгән яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен уҡып, ундағы айырым һүҙҙәргә лә иғтибарлы булһын ине.
Һуңғы ваҡытта "әүҙем" тигән һүҙҙе нисек кенә әүмәләмәйҙәр ҙә ниндәй генә мәғәнәлә ҡулланмайҙар! Уның бит төп мәғәнәһе билдәле – "күндәм" (ҡайһы бер осраҡта "тыңсыл") тигән һүҙҙең синонимы. Ә ҡайҙа һуң "ихлас", "берҙәм", "талымһыҙ", "ныҡышмал", "егәрле", "тырыш", "йүнсел", "маһир" һәм башҡа ошо мәғәнәне аңлатҡан һүҙҙәр? Әйткәнде тыңлаған кешене "Ыҡҡа килә торған кеше" тип һөйләү ҙә бар. Бындай "әүҙемлек", минеңсә, телде боҙоуға һәм ярлыландырыуға килтерә. Ошо фекеремде раҫлау өсөн йәнә бер нисә миҫал. "Башҡортостан" гәзитенең 26 апрелдә сыҡҡан һанында "Дәүләтселек нигеҙе" тигән мәҡәләлә уҡыусыларҙа патриотизм тойғоһо тәрбиәләү тураһында һүҙ бара. "Йәмәғәтселек әүҙемлеге, илһөйәрлек, закондар эшмәкәрлеге (?) – быларҙың барыһы ла киләсәк быуынға кәрәкле темалар. Улар беҙгә ҡарағанда әүҙемерәк булырға тейеш..." – тип белдергән бер автор. Ай-һай, әүҙем – кеше нимә әйтһә, шуны ғына эшләүсе әүмәкәй балала ниндәй патриотизм тойғоһо булһын? "Йәмәғәтселек әүҙемлеге" тигәнде ниндәй мәғәнәлә аңларға?
Гәзиттең ошо уҡ һанында иң яҡшы муниципаль берәмектәр тураһында белдереү бар. Уға йәнә лә "Әүҙемдәр һәм уңғандар билдәләнә" тигән баш ҡуйылған. "Әүҙем муниципаль берәмек" ниндәйерәк була икән ул? Тулы бер коллективҡа йәки ойошмаға ҡарата был һүҙ бөтөнләй урынһыҙ. "Әүҙем ил", "әүҙем армия" тип тә һөйләй башлаһаҡ...
Һис ниндәй бәхәс тыуҙырмай торған, мәғәнәһе ярылып ятҡан һүҙҙәрҙе лә бутайҙар. Мәҫәлән, "алыш" һүҙе "һуғыш", көс һынашыу тигәнде, "алмаш" һүҙенең нимәнелер алмашып алыуҙы аңлатҡанын һәр кем беләлер, әммә һәр осраҡта ла "алыш" тип яҙа ла китәләр.
Ә инде үҙ районымдағы атаҡлы бер тау исемен боҙоп яҙыуҙары күптән минең йәнде көйҙөрә. Ул – ялан яғынан Ишембай районына яҡынлашҡан саҡта әллә ҡайҙан күренеп торған Тыратау. Эйе, эйе, кемдеңдер тырышлығы менән һүҙлеккә инеп киткән, шунлыҡтан яҙма телдә лә урын алған "Торатау" түгел, ә Тыратау! Шул тауға яҡын-тирәлә ғүмер иткән кешеләрҙең теленә иғтибар итһендәр ине лә бит, исмаһам. Унан бит Ағиҙел буйындағы шихан тауҙарының исеме бөтәһенә лә күктән алып түгел, уларҙың күренешенә, рәүешенә ҡарап бирелгән: "Йөрәктау, Ҡуштау, Шәкетау (Шахтау түгел) һәм Тыратау”. Тау исеменең тамыры "тора" йәки "тура" тип, ҡолаҡҡа яҡмаҫ тарихи дәлилдәр килтереп, ғалим исемен йөрөтөүселәр һәм тел тураһында фәлсәфә һатырға яратыусылар был тауға ялған исем йәбештергән. Ә тауҙың исеме, һис ниндәй соҡсоноуҙарға бирелмәйенсә, бик тә ябай аңлатыла. "Тыра" тигән һүҙ – "текә" тигән һүҙҙең синонимы. Мәҫәлән, тыратауҙан тыш, тыраташ (бейек, текә ҡаяташ) тигән һүҙ ҙә бар бит әле. Беҙҙең яҡта “Алатауҙың тыраһын (йәғни иң текә өлөшөн) менеп китһәм, ҡайтып етер инем әле" тип һөйләйҙәр. "Тыра кеше", "текә кеше" (ҡырыҫ холоҡло), "тырабиз кеше" тигән һүҙҙәр ҙә бар. Шуға ла был фекергә Терминология хеҙмәте иғтибар итһен һәм хатаны төҙәтеү сараһын күрһен ине. Юғиһә райондың башҡорт телендәге гәзите лә "Торатау" исеме менән нәшер ителә.
Әҫәрҙәремдә мин ҡулланған һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңламайынса, уны төҙәтеп маташып, әйтергә теләгән фекеремде боҙоп сығарыу осраҡтары ла булды. Шуға бәйле йәнә бер нисә миҫал. "Һарҡаш" тигән һүҙ бар. Уны бер ниндәй һүҙлектә лә осратҡаным юҡ ине. Яңы башҡортса-урыҫса һүҙлектә ул бар, һәм "ығыш" тигән аңлатма бирелгән. Дөрөҫ түгел был! Һаран кеше һорағаныңды бирмәй, ә һарҡаш инәлтеп, ҡыҫып сығарып ҡына бирергә мөмкин.
Артабан: мин "ҡамтып алды" тип яҙам, төҙәткәндәр "ҡымтып" тип. "Ҡамтып" – ҡыҫып ҡосаҡҡа алыу, "ҡымтып" – усты тотоу.
"Ныҡынылар" һүҙен "ныҡыштылар" менән алмаштырғандар. "Ныҡыу" – кемдеңдер һин теләмәгәнде көсләп күңелеңә һеңдерергә, ышандырырға теләүе. "Солоҡ юнған" тигәнде "Солоҡ япҡан" тип үҙгәртеп ҡуйғандар. Солоҡ юныу – бығаса ҡул теймәгән солоҡ ҡарағайын ҡорт ҡунып, бал йыйһын өсөн бағыу, солоҡ балтаһын һәм ҙур ҡасау ярҙамында олонға өңөш эшләү – юныу. Ҡасандыр юнылған, әҙер солоҡто ябырға баралар. Мин "йөрөй һалығым юҡ" тип яҙам, белдекле мөхәррир уны "йөрөйәсәгем юҡ" тип төҙәтә.
Бына ошондай күренештәр менән осрашам да, ниңә беҙ үҙ телебеҙҙе яһалма рәүештә ярлыландырырға тырышабыҙ әле, тип әсенеп уйланам. Тел – кешене Кеше иткән икһеҙ-сикһеҙ байлыҡ. Шул уҡ ваҡытта ул бик һаҡ эш итеүҙе талап иткән, алабарман, бәйелһеҙ тотонһаң, ватылырға әҙер торған гәлсәр ҡумтаны хәтерләтә. Уны сатнатмай, ватмай ҡәҙерләп һаҡлайыҡ!
Әҫәрҙәремде яҙғанда ошондай талаптан сығып эш итергә ынтылам. Әгәр, Ноғман Мусин әҫәрҙәренең теле бай, халыҡсан, тип әйтһәләр, быны урынһыҙ маҡтау тип ҡарайым. Сөнки үҙ халҡының телен төплө, һәр яҡтан, нескәлектәренә тиклем белмәһә, ул ниндәй яҙыусы була инде? Халҡым теле яҙыусы иткән дә баһа мине!
Ноғман МУСИН,
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 054

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 576

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 776

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 603

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 458

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 511

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 670

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 407

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571