Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Урал бөркөттәре, өмөт һеҙҙә!
Урал бөркөттәре, өмөт һеҙҙә!Ялтырауыҡлы донъялағы яңғырауыҡлы хәбәрҙән туйҙыҡ

“Ҡайҙа һеҙ, ҡайҙа һеҙ, һай,
башҡорт егеттәре?!
Ҡайҙа һеҙ, Уралым
бөркөттәре!”

тип оран һалырға ғына ҡала бөгөн.

Ысынлап та, ҡайҙа һеҙ, ил уҙамандары? Башҡорт ауыр заманда боҫоп ятмаған, һәр саҡ ил һағында торған, халҡының именлеген хәстәрләгән, ауырлыҡтан сығыу юлдарын оло ҡорҙа тикшергән, кәңәшләшеп хәл итер булған. Ә бөгөн беҙгә, һәр беребеҙгә, үҙенсә йәшәү, үҙен генә ҡайғыртыу, һүҙ әйтергә ҡурҡып ятыу кеүек халҡыбыҙға хас булмаған ят сифаттарҙан арынырға кәрәктер.
Төрлө ҡатмарлы сәйәси-иҡтисади хәлдәр арҡаһында килеп тыуған иң ауыр мәсьәләләрҙең береһе — ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу. Хәйер, был — уйлап еткермәгәнлектән килеп тыуған мәшәҡәт. Бөтәһе лә үҙебеҙҙән тора. Әлбиттә, бөгөн хеҙмәт хаҡы ала алмаған йә булмаһа эшһеҙ ҡалған кешегә матбуғатҡа яҙылыу еңел түгел. Ауыл ерендә гәзит-журнал алдырған уҡытыусыларҙың бер өлөшө эшһеҙҙәр исемлеген тулыландырҙы. Ләкин ауыл етәкселәре, әҙме-күпме эшҡыуарҙар бар ҙа баһа! Ҡалала әллә күпме! Улар үҙ төбәгендә етерлек кимәлдә аңлатыу эше алып барһа, көрсөктән арыныу күпкә еңел булыр һымаҡ. Бәлки, юғары вазифалы кешеләр был мәсьәләне хәл итеүҙә үҙҙәрен яуаплы тип иҫәпләмәйҙер.
Иманым камил, етәкселәрҙең күбеһе матбуғат баҫмаларын алдырмай ҙа, уҡымай ҙа. Ә бит гәзит-журналды ҡулға алып уҡыу телевизор, Интернет түгел, үҙе ҙур ҡәнәғәтлек килтерә, фекерләү ҡеүәһен үҫтерә. Мәҫәлән, “Башҡортостан” гәзите — бер быуат самаһы йәшәп килгән иң абруйлы милли баҫма. Заманына күрә уның да йөҙө үҙгәрҙе. Тәрән йөкмәткеле, халыҡҡа файҙаһы тейгән үткер мәҡәләләр сыға, төрлө кәңәш биргән сығыштар ҙа етерлек. Шулай ҙа кемдер нимә менәндер ҡәнәғәт түгел, күрәһең. Ә һин, уҡыусым, асыҡтан-асыҡ әйт: ниҙән ҡәнәғәт түгелһең? Үҙ теләгеңде яҙып ебәр. Мөхәрририәт һинең кәңәшеңә мохтаж. Ә инде “гәзиттә уҡырлыҡ ҡыҙыҡлы яҙма юҡ” тип ултырыу егетлек түгел. “Һин үҙең гәзиттең йөкмәткеһен йәнләндереү, байытыу өсөн нимә эшләнең?” — тип һорағы килә ундайҙарҙан.
Мөхәрририәт гәзиттең йөҙөн үҙгәртеү, йөкмәткеһен байытыу, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыу маҡсатында арымай-талмай эшләй, тырыша. Бөгөн, әлбиттә, ғалимдарҙың, яҙыусыларҙың, төрлө тармаҡ белгестәренең сығыштары күберәк булыуы кәрәк. Депутаттарҙың яҙмалары ла һирәк. Гәзиттә яңы ҡабул ителгән закондарға ҡыҫҡаса аңлатма бирелә башланы, бик мәслихәт, кәрәк нәмә. Мөфтөйөбөҙ Нурмөхәмәт хәҙрәттең өгөт-нәсихәте йәштәрҙе тәрбиәләүҙә бик урынлы һәм мөһим. Өлгөлө ғаиләләр, ныҡышмал эшҡыуарҙар тураһындағы мәҡәләләрҙең әленән-әле баҫылыуы ла хуплауға лайыҡ. Ғаиләләр тураһында һөйләү мөһим, ләкин күп бала табыуға өндәп, кеше һанын арттырыуға көслө иғтибар итеүгә һаҡ ҡарайыҡ.
Беҙҙең илдә ҡыҙыҡ бит ул. Халыҡҡа бер ваҡытта ла тынғылыҡ юҡ. СССР тарҡалғас та, үҙгәртеп ҡороу менән баш ҡатырыу тиһеңме, унан ваучер, хосусилаштырыу, төбәк компоненты, оптималләштереү булһынмы... Халыҡ барыһына күнә, өндәшмәй. Эшҡыуарҙар менән дә хәл шулай: дәүләт ҡаҙнаһына байтаҡ файҙа килтерә башлағайнылар, ҙур һалым билдәләнгәс, күп кенә сауҙа үҙәктәре эшен туҡтатты, тағы байтаҡ кәсепсе үҙ кибеттәрен ябырға мәжбүр булды, күптәр эшһеҙ ҡалды. Һөҙөмтәлә дәүләт ҡаҙнаһы ҙурҙы өмөт итеп бәләкәйҙән ҡолаҡ ҡаҡты, тағы эшһеҙҙәр һаны артты. Бынан кемгә файҙа? Хәтерегеҙҙәлер, былтыр “Башҡортостан”дың 3 июнь һанында иҡтисад фәндәре докторы, академик Мазһар Иҫәнбаевтың “Ауылды һаҡлап ҡалыу юлы — кәсепселек” тигән фәһемле мәҡәләһе донъя күргәйне. Башҡортостан биләмәһендә бәләкәй эшҡыуарлыҡтың 1928 – 1929 йылдарҙағы үҫешен һәм табышын күрһәткән таблица — урындағы власҡа йүнселдәргә күберәк иғтибар бирһен өсөн бер ишара.
Мәғариф өлкәһендә лә шулай. Балаларға ҡағылышлы мәғәнәһеҙ закондар һәр ғаиләгә тип әйтерлек килеп төртөлгәс, ата-әсәләр ризаһыҙлыҡ күрһәтә башланы. Таныш бер ханымдың: “Ҙур етәкселәр һөйләй башлаһа, телевизорҙы һүндереп ҡуям”, — тип әйтеүе күп нәмә тураһында иҫкәртә. Тимәк, халыҡ ялтырауыҡлы донъяла яңғырауыҡлы хәбәрҙәрҙән туйған.
Һалым мәсьәләһенә килгәндә лә шул: 3–5 мең һум эш хаҡы алған да 13 процент һалым түләй, миллион, миллиард алған да — шул күләмдә. Йә булмаһа, халыҡ һайлап ҡуйған депутат бүтәндәрҙән бер нисә тапҡырға артыҡ эш хаҡы алһынсы әле! Ә чиновниктар...
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә киләйек. Әллә нисә миллиард һумлыҡ аппаратура алдыҡ тип маҡтаналар, ә ябай халыҡ уға яҡын бара аламы? Поликлиникаларҙа белгестәр етешмәй. Табипҡа ауырыу ун көн элек яҙылырға тейеш. Сирләмәгән килеш кеше нисек ун көн алдан яҙылһын? Йә булмаһа, бөгөн ауырып киткән, уны ҡабул итмәйҙәр, сөнки алдан яҙылмаған. Был ниндәй ахмаҡлыҡ! Быны уйлап сығарған кешенең башы юҡтыр. Йәки берҙәм теркәү бүлеге аша яҙылырға ҡушалар. Унда телефон бер ҡасан да буш түгел. Уныһы аңлашыла, 1,2 миллион кеше йәшәгән ҡалала берҙәм теркәү бүлеге барыһын да бер юлы хеҙмәтләндерә алмай.
Ауыл ерҙәрендә дауаханалар, дарыуханалар ябылып бөтөп бара. Военкомат тураһында әйтеп тораһы ла түгел, байтағы күптән ябыҡ. Яңыраҡ райондарға ҙур тәгәрмәсле “Ашығыс ярҙам” машиналары бирҙеләр. Үлем хәлендәге кешегә 50–70 саҡрым насар юлдан уларҙың ваҡытында барып етеүе икеле. Был, күрәһең, күҙ буяу өсөн генә эшләнгән. Поликлиникаларҙа, ярай әле кемдеңдер аҡылһыҙ башы менән уйлап сығарылған талондарҙы ғәмәлдән сығарҙылар, юғиһә табип ауырыуҙы ҡарау урынына башын да күтәрмәй ҡағыҙ тултыра ине, сөнки уға талон иҫәбенән эш хаҡы түләнә.
Тағы бер нәмә уйлап таптылар. Йәнәһе, Башҡортостан аша Ҡытайға тура юл һалалар. Ул беҙгә нимәгә кәрәк? Юл Көйөргәҙе районының Яҡшембәт ауылы аша үтергә тейеш. Исем өсөн ауылда халыҡты йыйҙылар, ә кешеләр ҡырҡа ғына “беҙгә ул юл кәрәкмәй” тип әйтә алманы. Уны төҙөүгә тәғәйенләнгән етәксе (исем-шәрифен аңламай ҡалдым): “Юл кәрәк, Ҡытайға “һә” тигәнсә барып етерһегеҙ”, — тип аңлатты. Ул әфәнде аҡсаға иҫәп тота, ә беҙҙең халыҡҡа Ҡытай кәрәкмәй. Ә ҡытайҙар беҙҙең уңдырышлы ергә, ысынлап та, “һә” тигәнсә килеп ябырылыр. Бында һөҙөмтәһе шул булыр: төп халыҡ, йәғни башҡорт, ерһеҙ ҙә, мөлкәтһеҙ ҙә ҡалыр, сит ил баҫып алыр, хужа булыр.
Әлеге киҫкен мәсьәләләрҙе халыҡҡа аңлатырҙай, уларҙы хәл итеү юлдарын асырҙай мәғәнәле мәҡәләләр, халыҡтың аһ-зарын аңлап, төрлө фәһемле кәңәштәр менән сығыш яһарҙай ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ниңә бер ни өндәшмәй ята? Гәзит-журнал биттәре аша халыҡ менән аралашыу, фекер алышыу, кәңәшләшеү кеүек яңы ысулдар ҡулланыу матбуғаттың баһаһын күтәрәсәк. Йәғни халыҡты ваҡытлы баҫмалар аша әйтәһе һүҙен, фекерен етәкселәргә еткерә белергә өйрәтеү — тура бәйләнешкә сығарыу кәрәк.
Хәҙер ауыл тормошонда ла, матбуғат даирәһендә лә ҡыҙыу мәл. Хәйер, был өлкәлә йыл әйләнәһенә тынғыһыҙлыҡ хөкөм һөрә. Ауырлыҡты еңеү өсөн бергәләп эшләү мөһим. Әйҙәгеҙ, егеттәр, егет булып ҡалығыҙ! Гәзит-журналға барығыҙ ҙа яҙылып, матбуғаттағы тәрән мәғәнәле мәҡәләләрҙе халыҡҡа еткереү — үҙебеҙҙең ҡулда, бигерәк тә ил уҙамандары выжданында. Йәшерен-батырын түгел, халыҡ алдында туған тел тураһында матур һүҙҙәр һөйләп тә башҡорт матбуғатын алдырмаған зыялыларыбыҙ — яҙыусылар, ғалимдар — бихисап. Быны нисек аңларға?
Тағы шуны әйтер инем: илдә тотороҡһоҙ ауыр осорҙа милли матбуғатҡа яҙылыуҙы халыҡ елкәһенә генә һалып ҡуйыу төптө дөрөҫ түгел. Хөкүмәт бөтә көсөн һалырға, финансларға тейеш, был — уның бурысы. Үҙ ваҡытында В.И. Ленин халыҡты туплау өсөн көслө матбуғатҡа таянған, шуға “Искра” гәзитен булдырған. Уны урынлы һәм оҫта файҙаланған, шуның менән еңеүгә өлгәшкән.
Бөгөн халыҡҡа еңел булмаған кеүек, ил етәкселегенә лә анһат түгел. Шуға ла ул республикаларҙағы милли матбуғатҡа таянһын ине — бер-береңә ярҙам итеү аша ғына абруй күтәреләсәк.
Матбуғатты таратыу — ул бер мөхәрририәттең генә эше түгел, ә ил етәкселегенең, Хөкүмәттең мөҡәддәс бурысы. Бер һүҙле, бер уйлы булып йәшәүгә ни етә! Бөтә көс тә берҙәмлектә! “Күмәкләгән — яу ҡайтарған”, ти халыҡ. Күмәкләһәк, ауырлыҡтарҙы ла еңербеҙ, Аллаһ бойорһа. Урал бөркөттәре, өмөт һеҙҙә!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 676

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 045

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 566

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 594

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 449

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 406

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 661

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 400

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566