Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
ҠАРАСҠЫБулған хәл
1942 йылдың йәйендә немец ғәскәрҙәре, Курсктан Таганрогка тиклем һуҙылған фронтты өҙөп, Воронежға килеп етә. Беҙҙекеләр ошо ҡала тирәһендә дошмандың алға барыуын туҡтата, сөнки гитлерсылар уны алһа, Сталинградҡа ҡурҡыныс янаясаҡ.

Командование Воронеж фронтының командующийына һуғыш хәрәкәттәрен әүҙемләштерергә, ҡаланы дошманға бирмәҫкә, шул уҡ ваҡытта төньяҡтараҡ ҡалҡыулыҡлы һәм урманлы урындарҙа немецтарға ҡаршы контрһөжүм ойошторорға бойороҡ бирә. Оҙаҡламай барлыҡ полктарҙа Ҡыҙыл Армия ғәскәрҙәре бөтә фронт буйынса һөжүмгә әҙерләнә башлай. Дошмандан илде һаҡлау өсөн һуғышҡа танауҙары ла кипмәгән 17-18 йәшлек малайҙар алынған. Күпселеге хәрби әҙерлек үтмәгән. Исмаһам, ҡорал менән дә эш итә белмәгәндәр, сөнки армияла хеҙмәт итергә өлгөрмәгәндәр. Хәрби тәжрибәһе булмаған был йәштәр яу яланында ойошҡанлыҡ, оҫталыҡ күрһәтә алмаған, һуғыш тактикаһын белмәгән, ләкин уларҙың йөрәктәрендә илде дошмандан һаҡларға кәрәк тигән уй, ынтылыш ут кеүек баҙлап янған. Әммә теләк-ынтылыш менән генә әллә ни ҡыйратып булмай. Яҡшы йыһазландырылған немец ғәскәрҙәренә ҡаршы тороу өсөн беҙҙекеләргә лә заманса яңы, көслө ҡоралдар менән ҡоралланыу кәрәк булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1941—1942 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия үҙ яугирҙәрен йүнләп ҡоралландыра алмаған. Был аяныслы хәл Воронеж өсөн барған һуғыштарҙа ла асыҡ күренгән.
Воронеж эргәһендә һәм ҡала өсөн барған һуғыштарҙа Башҡортостандан бик күп егет ҡатнашҡан. Араларында ҡайным Фәрит Ғәйнуллин да булған. Ул миңә түбәндәгеләрҙе һөйләгәйне:
— Дошмандыҡы менән сағыштырғанда, беҙҙекеләрҙең ҡоралы күпкә ҡайтыш, насар булды. Мәҫәлән, немец һалдаты һуғышҡа автомат тотоп керҙе, ә беҙгә Петр I заманынан ҡалған винтовка бирәләр ине. Улары ла етмәй торғайны, шуға күрә ике һалдатҡа бер мылтыҡ бирәләр ҙә әйтәләр: “Атака ваҡытында иптәшең үлһә, шуның ҡоралын алырһың”. Винтовкаһыҙ һалдаттар ҡулына күҫәк, таяҡ тота, ҡайһыһы бысаҡ менән һуғышҡа керә. Араларында һәнәк-көрәк тотоп барғандары булды...
Күҫәк тигәндән, ҡайным миңә таяҡ тотоп һөжүмгә барған бер һалдат тураһында иҫ киткес бер ваҡиға һөйләне. Кустанай яҡтарынан һуғышҡа алынған ҡаҙаҡ кешеһе була ул. Башҡорт-татарҙарҙы дөйөмләштереп Абдулла, урыҫты Иван тип йөрөтһәләр, бында ҡаҙаҡтарға Джамбул Джабаев тигән аҡындарының исеме менән Джамбул тип өндәшәләр. Далала үҫкән азиат булараҡ, әлеге егет тышҡы ҡиәфәте менән бапаҡҡа оҡшап торған: ҙур табаҡ битле, ҡыҫыҡ күҙле, биленә тиклем төшөп торған һаҡаллы, бумала башлы. Бумала башлы булыуының, һаҡал еткереүенең сәбәптәре лә бар. Уның әллә экземанан, әллә псориаздан йөҙө, башы ҡутырлаған икән. Медсанбатта уны дауалап маташалар, ләкин тире ауырыуын бөтөрә алмағас, аҙаҡ ҡул һелтәйҙәр, шулай ҙа сәсен алдырып, асыҡ һауала яланбаш йөрөргә ҡушалар.
Сәсен ҡырҙырғас, башындағы, сикәһендәге әлеге ҡутырҙарҙы күреп, һалдаттар ғына түгел, командирҙар ҙа уға аптырап, ытырғанып ҡарай, шик-шөбһә белдерә. Шуға күрә старшина ла, взвод командиры ла Джамбулға сәсен бүтәнсә алдырмаҫҡа ҡуша.
Джамбулдың сәсе шул тиклем үҫә, әйтерһең, ҡатын-ҡыҙ сәсе, яурынбаштарына төшөп тора. Ул сәсте алдырһаң, моғайын, бер һарыҡтың йөнө хәтле сығыр ине. Шуғалыр ҙа Джамбулға “Пугало”, йәғни, беҙҙеңсә әйткәндә, “Ҡарасҡы” тигән ҡушамат бирәләр.
Ошо ваҡыт ҡайным (ә ул рота командиры булған) хеҙмәт иткән полкка хәрби бурыс йөкмәтелә. Полктан йыраҡ түгел урында бейек кенә ҡалҡыулыҡты дошмандар терәк пункты яһап, шунда нығына башлаған икән. Тау башында “г” хәрефенә оҡшатып гитлерсылар траншея ҡаҙған, әммә дзоттар эшләп өлгөрмәгән булған. Әлеге ҡалҡыулыҡтар мөһим стратегик әһәмиәткә эйә булғанлыҡтан, беҙҙекеләргә шунда нығына башлаған немецтарҙы бәреп сығарырға тигән бурыс ҡуйыла. Бына полк һөжүмгә ташлана. Ҡыҙылармеецтар ҡалҡыулыҡҡа дошман яғына табан йүгерешә, ләкин был оҙаҡҡа бармай.
Немецтар бөтә төр ҡоралдан беҙҙекеләр өҫтөнә ут бөркә. Снарядтар, миналар шартлауҙан ҡолаҡтар тона, ярсыҡтарҙан тиҫтәләрсә һалдат ҡырыла. Полктың алғы рәтендә булған ҡыҙылармеецтар салғы менән киҫелгән кеүек ергә ауа, күпләп һәләк була. Йүгереп барған һалдаттар алға ынтыла алмайынса ергә ята. Артҡа сигенерлек тә түгел, сөнки үҙебеҙҙекеләр полктың арт яғына бер нисә пулемет ултыртып ҡуйған икән. Сигенгән хәлдә үҙебеҙҙекеләрҙе атырға тейештәр.
Шул ваҡыт әлеге ҡаҙаҡ яугиренең башына бер ғәжәп уй килә. Эш былай була. Джамбулды һуғышҡа оҙатҡанда йөҙ йәшкә еткән өләсәһе уға бер иҫке милли күлдәк бирә. Ул ябай түгел икән. Ҡарсыҡ уны милли байрамдарҙа ғына кейә торған булған. Етмәһә, был күлдәктең тыш яғына суҡлы-суҡлы һарыҡ йөнө тегелгән. Шул йөнлө күлдәкте кейеп, ҡарсыҡ албаҫты образына кереп, кеше ҡурҡытып йөрөгән. Өләсәһе Джамбулды һуғышҡа оҙатҡанда, ошо күлдәкте биреп, былай тигән:
— Һуғыштың иң ауыр сағында ошоно кейһәң, дошмандарың һинән ҡурҡыр. Үҙеңдекеләр араһында дәрәжәң күтәрелер.
Әлеге ауыр мәлдә Джамбул ошо һүҙҙәрҙе иҫенә төшөрә. Өләсәһе уҡымышлы кеше булған. Ул, бәлки, ейәненең яҙмышын алдан күреп белгәндер. “Ысынлап та, өләсәйем биргән күлдәкте кейеп, немецтарҙы ҡурҡытып ҡарағанда? Әлеге шарттарҙа бер кемдең дә иҫән ҡалыуы мөмкин түгел. Тик немец янына яҡын барып буламы һуң? Улар атып үлтермәҫме икән? Хәйер, барыбер үлергә инде. Фашистарҙы ҡурҡыта алһам, бәлки, иҫән ҡалырбыҙ”, — тип уйлай ҙа Джамбул полк артында ышыҡланып килгән командирҙар араһында взвод командирын табып, уға ниәтен һөйләп бирә. Взводный башта быға ышанмай, көлөп кенә ҡарай. Ләкин ул, хәлдең бик мөшкөл икәнен күреп, рөхсәт бирә. Ә үҙе былай тип һорай:
— Немецтар янына нисек барып етергә уйлайһың? Туп-тура китһәң, улар һине атып үлтерәсәк.
Полк биләгән позициянан уң яҡтараҡ ике саҡрым йыраҡлыҡта урман күренеп ята. Ағаслыҡ дошмандар урынлашҡан ҡалҡыулыҡ яғына табан һуҙылған икән. Джамбул взводныйға:
— Мин немецтар янына урман аша барырға уйлайым, — тигән.
Командиры уға, кәрәге тейер, тип, ике граната биргән һәм бәләкәй генә итеп төрөлгән флаг тотторған:
— Фрицтарҙы ҡурҡытып, ҡасырға мәжбүр итә алһаң, траншея өҫтөнә ошо флагты ҡаҙарһың.
Джамбул ваҡытты оҙаҡҡа һуҙмай, йылан кеүек ерҙән шыуышып, урман яғына табан китә. Барлыҡ ҡоралы — ҡулындағы суҡмар менән кеҫәһендә ятҡан ике граната. Урман эсенә кергәс, имгәкләп тигәндәй немецтар торған яҡҡа ыңғайлай. Көтмәгәндә уның алдында дошман пәйҙә була. Гитлерсыларҙың һаҡсы ротаһы, баҡһаң. Улар түңәрәк яһап ергә ултырып, төшкө аш ашай икән. Джамбул тегеләрҙе урап үтә. Уларҙан алыҫ түгел урында ҡаҙаҡ егете тағы ла бер төркөм немецҡа тап була. Былары ла — дозорға ҡуйылған фашистар, өйөлөшөп ер өҫтөндә төшкө аш хәстәрен күрә. Уларын да урап үтә Джамбул. Ел иҫеп торғанлыҡтан урман шауы ҡаҙаҡ яугиренә тауышһыҙ барырға ярҙам итә. Дозор һалдаттарын арттараҡ ҡалдырып, Джамбул рюкзагынан өләсәһенең күлдәген килтереп сығара ла кейеп ала, ике гранатаһын салбар кеҫәләренә тыға. Кеҫә тәңгәлен ҡул һыйышлы итеп бәкеһе менән телеп ҡуя. Ерҙә ятҡан бер нисә ҡарағай сәтләүеген уртына ҡыҫтырғас, ауыҙы хас та шимпанзеныҡына оҡшап ҡала. Ергә һөйрәлеп торған ҡатын-ҡыҙ күлдәге уның итектәрен дошманға күрһәтмәй. Албаҫты ҡиәфәтенә ингән Джамбул, ялбыр сәстәрен тағы ла нығыраҡ туҙҙырып, урмандан килеп сыға. Танау аша ырылдаған һәм сыйнаған тауыштар сығарып, туп-тура ҡалҡыулыҡҡа табан туйтаңлап атлап китә. Ҡотто алырлыҡ затты күреп, немецтар шыр ебәрә. Бының аномаль күренеш булыуына инанған дошман һалдаттары, “неандерталецты үлтерһәк, Гитлер армияһына ҡаза килер”, тип уйлай.
Өрәк ҡиәфәтенә кергән Джамбул иһә немец позицияһына килеп етә лә, траншеяға төшөп, күҫәге менән дошман һалдаттарын дөмбәҫләй башлай. Гитлерсылар ҡоттары осоп, урындарын ташлап, ҡалҡыулыҡтың көнбайыш яғына төшөп китә. Траншеяла бер кем дә ҡалмағас, Джамбул ҡалҡыулыҡ башына кескәй генә флагын ҡаҙап ҡуя. Быны шәйләгән ҡыҙылармеецтар “ура” ҡысҡырып ҡалҡыулыҡ башына йүгерә.
Ҡыҙыл флагты күргән немецтар, үҙҙәренең алданғанын белеп, траншеяларын кире ҡайтыр өсөн штурмға ташлана. Ҡалҡыулыҡ башына үрмәләгән дошманға ҡаршы Джамбул бер гранатаһын елгәрә. Шартлауҙан байтаҡ гитлерсы ҡырыла. Немецтарҙың икенсе тулҡыны ябырыла башлағас, ҡаҙаҡ яугире икенсе гранатаны ла ырғыта. Тағы ла байтаҡ немец үлә һәм яралана. Ә был ваҡытта беҙҙең һалдаттар ҡалҡыулыҡ өҫтөнә етеп, бушап ҡалған траншеяға килеп төшә. Мөһим пункт өсөн һуғыш көнө-төнө дауам итә. Юғалтыуҙар булыуға ҡарамаҫтан, полк һалдаттары уны гитлерсыларға ҡабат бирмәй. Батырлыҡ күрһәтеп, әллә күпме полкташын үлемдән ҡотҡарғаны өсөн Джамбулды Дан ордены менән бүләкләйҙәр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла

Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла 24.08.2018 // Аҡмулла / Әҙәбиәт

Ҡурсаҡ театры тамашасыларға бер юлы өс премьера әҙерләне: “Етем төлкө”, “Буратино” камера...

Тотош уҡырға 1 580

Икеһе лә балалар өсөн

Икеһе лә балалар өсөн 24.08.2018 // Социаль мәсьәлә / Аҡмулла

Бөрйән районында “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект программаһы”на ярашлы ике...

Тотош уҡырға 1 556

Төмәнәктә туйҙар матур үтә

Төмәнәктә туйҙар матур үтә 24.08.2018 // Аҡмулла

Ҡайһы берәүҙәр “ауыл бөтә” тип ҡайғырғанда, Туймазы районындағы Төмәнәк ауылы халҡы дәртләнеп донъя...

Тотош уҡырға 1 362

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!.

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!. 24.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Хәҙер календарға күҙ һалыу менән аптырашҡа ҡалаһың, һәр көн – ниндәй ҙә булһа байрам. Ҡайһы бер...

Тотош уҡырға 1 533

Ике аҡҡош

Ике аҡҡош 16.08.2018 // Аҡмулла

Ике йәш йөрәк сәхнәлә табыша. Әхмәт Зәйнуллин менән Мәрхәбә Вәлишинаның уҡытыусы булып эшләй...

Тотош уҡырға 1 551

Урағайҙа, йөҙ йыл элек

Урағайҙа, йөҙ йыл элек 16.08.2018 // Аҡмулла

Рәсәй. Август. Ваҡиғалар....

Тотош уҡырға 1 341

Әҙерлек әүҙем бара

Әҙерлек әүҙем бара 10.08.2018 // Аҡмулла

Балалар яңы уҡыу йылын таҙа, төҙөк, күркәм мәктәптәрҙә ҡаршы алһын өсөн учалылар ҙур тырышлыҡ...

Тотош уҡырға 1 329

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...”

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...” 10.08.2018 // Аҡмулла

Шиғриәт – бер аҙ абстракт төшөнсә. Шағирҙың ижады, уның йәшәү кредоһы хаҡында телдән һөйләп аңлатыу...

Тотош уҡырға 1 524

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды 10.08.2018 // Аҡмулла

Уның хаҡында ижади фекерләгән, балаларын олимпиадаларға әҙерләгән уҡытыусы булараҡ яҙырғамы, әллә...

Тотош уҡырға 1 923

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!”

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!” 10.08.2018 // Аҡмулла

Өфөнөң Октябрь районына ҡараған Нуғай ҡасабаһында яңы төҙөлгән мәктәп әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә...

Тотош уҡырға 1 359

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу 10.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Уҡытыусы һөнәре элек-электән маҡтауға лайыҡ. Уның абруйы, бәҫе һәр ваҡыт юғары. Шуға күрә уҡытыусы...

Тотош уҡырға 1 680

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт 10.08.2018 // Аҡмулла

“iВолга-2018” Бөтә Рәсәй йәштәр форумына БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенты Роман Баязитов...

Тотош уҡырға 1 307