Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» Ҡурҡҡанға ҡуш күренә
Ҡурҡҡанға ҡуш күренәБашҡорт балын сит илдәргә сығарыуҙан отасаҡбыҙ

Гәзитебеҙҙә күптән түгел башҡорт балының һәм бал ҡортоноң киләсәге өсөн борсолоп яҙылған мәҡәләләр донъя күрҙе. Хеҙмәт ветераны Шәүҡәт Рөстәмов “Башҡорт балын ҡытайҙар етештерә башламаҫмы?” тигән мәҡәләһендә (2012 йыл, 11 сентябрь) милли аҙығыбыҙ сит ҡулдарға тороп ҡалыр тип хәүефләнһә, Венер Йәнбәковтың 9 ноябрҙә баҫылған “Башҡорт балы юҡҡа сыҡмаҫмы?” тигән яҙмаһы был сығышҡа шаңдау булып яңғырай. Ысынлап та, бөгөн башҡорт балына, бал ҡортона хәүеф янаймы, сит ил вәкилдәренең уға хужа булыу ихтималлығы бармы? Бер көн килеп ул ҡытайҙар тарафынан етештерелеп, үҙебеҙгә (!) һатыла башламаҫмы? Ике хатта ла тап ошо турала һүҙ ҡуҙғатыла. Авторҙарҙың береһе башҡорт бал ҡортоноң сит илдәргә һатылыуын оло енәйәткә тиңләй. Әллә ҡурҡҡанға ҡуш күренәме? Һорауҙарыбыҙға яуап эҙләп, Башҡортостандың Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге генераль директоры, биология фәндәре докторы, профессор Әмир ИШЕМҒОЛОВҠА мөрәжәғәт иттек.

Кемдең иҡтисадын үҫтерәбеҙ

– Әмир Миңләхмәт улы, ысынлап та көнүҙәк мәсьәлә был. Бөгөн Башҡортостандың Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге Рәсәйҙең байтаҡ төбәгенә, хатта сит илдәргә лә башҡорт балын, бал ҡортон оҙата. Әлбиттә, был республикабыҙҙың исемен таратыуға ла, табыш алыуға ла булышлыҡ итә. Әммә бер көн килеп, әкиәттәге кеүек, “ярыҡ ялғаш менән” ҡалмаҫбыҙмы?
– Иң тәүҙә “Башҡортостан” гәзитенә, ошо мәҡәләләрҙең авторҙарына халҡыбыҙ, илебеҙ, башҡорт бал ҡортоноң, балының киләсәге, яҙмышы тураһында уйланғандары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Милли брендты һаҡлау зарурлығы тураһында борсолоуҙары ла миндә ихтирам уята.
Шулай ҙа хат авторҙары заман иҡтисадын, шулай уҡ умартасылыҡ өлкәһенә ҡағылған күп мәсьәләләрҙе белеп етмәйҙер тигән фекерҙәмен. Бәлки, бал ҡорто тотҡандары ла юҡтыр, кем белә?
Сер түгел, бөгөн Рәсәй иҡтисады бик ҡатмарлы хәлдә. Ә халҡыбыҙҙың йәшәү кимәлен күтәрәбеҙ тиһәк, ҡаҙна именлеген хәстәрләү зарур. Бының өсөн тап ана шул Ҡытайҙағы кеүек завод-фабрикаларыбыҙ бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ эшләргә, шундағы кеүек бихисап төрҙәге продукция етештерелергә тейеш. Уларҙы һатып, ошонда эшләгән, йәшәгән кешеләргә лайыҡлы эш хаҡы, пенсия һәм пособиелар түләү мөһим. Уйлап ҡарағыҙ әле, бөгөн был ысынбарлыҡҡа тап киләме? Магазиндарға барып инһәк, кәштәләрҙә сит илдә етештерелгән ризыҡ һәм тауарҙарҙың иҫәбе-һаны юҡ бит! Тимәк, уларҙы һатып алып, беҙ шул илдәрҙең иҡтисадын күтәрәбеҙ, предприятиеларына артабан да үҫергә ярҙам итәбеҙ.
Эйе, ошо мәсьәләләр борсой беҙҙе. Умартасылыҡ менән шөғөлләнеүҙең дә, уны үҫтерергә тырышыуҙың да төп маҡсаты – етештергән продукцияны һатыуға өлгәшеү. Ә бал ҡорттарын үрсетеп, балын йыйып алып һәм шуны ҡосаҡлап өйҙә генә ултырһаҡ, бынан ниндәй файҙа һуң? Минеңсә, балды юғары кимәлдә етештереү, төрлө төбәктәргә һәм сит ил баҙарына сығарыу мотлаҡ. Умартасылыҡ продукцияһын күберәк һатҡан һайын, тормошобоҙ яҡшырасаҡ, илдә йәшәү кимәле үҫәсәк бит. Ә юғары сифатлы балды һатып алғандарҙың сәләмәтлеге тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
– Бының өсөн бөтөн мөмкинлектәр ҙә бар кеүек...
– Эйе, бөгөн Башҡортостанда умартасылыҡ өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Ғилми тикшеренеүҙәр үткәреп, республикабыҙҙың йылына 175 мең тонна бал етештереү ҡеүәтенә эйә булыуын асыҡланыҡ. Бөгөн иһә ни бары 12 мең тоннаға өлгәшкәнбеҙ. Тимәк, тәбиғәт бушлай биргән байлыҡты тулыһынса алып еткермәйбеҙ. Шуға ла умартасылыҡтың үҫешен беҙ тап уның продукцияһын һатыуҙа күрәбеҙ. Ә әле Рәсәйҙең күп төбәктәренә, сит илдәргә оҙатабыҙ, әммә, йәшерен-батырыны юҡ, эшебеҙ бик ауыр бара. Умартасылыҡ өлкәһе илдә йылдам үҫешә, шуға ла балды һатыу йылдан-йыл ауырлаша. Мәҫәлән, яңыраҡ ҡына Ырымбурҙа, Һамарҙа, Силәбелә, Екатеринбургта башҡорт балы йәрминкәләре ойошторғайныҡ. Үкенескә ҡаршы, сауҙа ҡатмарлы барҙы, умартасылар тауарҙарын ҙур ауырлыҡ менән һатты. Сөнки бөгөн һәр төбәктә бал етештереүселәр бихисап, уларҙың һаны ла артҡандан-арта. Шуға ла умартасыларға ярҙам итеү йәһәтенән төп маҡсатыбыҙ – балды күрше төбәктәргә генә түгел, сит илдәргә лә һатыуға сығарыу.

Сифат өсөн
Башҡортостан тәбиғәте кәрәк


– Сит илдәрҙән килеп башҡорт бал ҡортон һатып алыусылар тиҙҙән үҙҙәре етештерә башламаҫмы, тип хәүефләнеүселәр бар бит әле. Уларға ниндәй яуап ҡайтарыр инегеҙ?
– Ысынлап та, хат авторҙары, Ҡытайҙа, Германияла башҡорт балы сығарыла башламаҫмы, тип борсола. Әммә милли байлығыбыҙҙы сит илдәргә еректереү бөтөнләй мөмкин түгел. Бының өсөн бал ҡорттары менән бергә Башҡортостанда үҫкән 400-ҙән ашыу сәскә-үләнде лә алып китергә кәрәк буласаҡ. Бөтөн Рәсәйҙәге йүкәләрҙең 70 проценты тап беҙҙең республика биләмәһендә урынлашҡан, шуға күрә ошо ағасты ла тамыры менән күсерергә тура килер ине. Мөмкин хәлме был? Бәлки, ишеткәнегеҙ ҙә барҙыр: бер мәл Францияға башҡорт атын алып китеп, шунда башҡорт ҡымыҙын етештереүҙе яйға һалырға уйлағайнылар. Ниәттәре барып сыҡманы, сөнки Көньяҡ Уралдың данлыҡлы ҡылған үләне Башҡортостан ерендә тороп ҡалды. Бал бит станокта етештерелмәй. Дарыуҙар, хатта ҡайһы бер ризыҡтар ҙа бөгөн химиктарҙың эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килһә, бал тәбиғи шарттарҙа тыуа. Уны шул уҡ Франция шарабы, Голландия сыры, Һиндостан сәйе, Ессентуки һыуы менән сағыштырып була. Тап ошо тауарҙарҙы етештереп, ошо илдәр иҡтисади йәһәттән үҫеште, билдәлелек яуланы, ҡабатланмаҫ брендтар булдырҙы. Береһе лә, бик теләһә лә, Франция шарабын, Голландия сырын, Һиндостан сәйен, Ессентуки һыуын Башҡортостанда етештерә алмаясаҡ.
– Йәғни башҡорт балына тик беҙ хужа...
– Нәҡ шулай. Әммә беҙ умартасылыҡ өлкәһендә бал һатыу менән генә сикләнергә тейеш түгелбеҙ. Капитализмда йәшәйбеҙ икән, данлыҡлы башҡорт бал ҡортон да донъя иҡтисады киңлегенә сығарырға бурыслыбыҙ. Илебеҙ күптән түгел Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инде. Мәҫәлән, бөгөн умартасылыҡ өлкәһендә килемебеҙҙең 60 процентын бал ҡортон һатыуҙан алырға тейешбеҙ. Бының өсөн уны күберәк үрсетергә кәрәк. Ә ҡорттарҙы сит илгә һатыуҙың бер ниндәй хәүефе юҡ. Сөнки 2005 йылда беҙ башҡорт бал ҡортоноң айырым бер тоҡом булыуын иҫбатлап, патент алдыҡ. Авторҙары – Башҡортостан ғалимдары. Башҡорт балын да бренд булараҡ билдәләгән танытма күптән алынған. Уның хужаһы – Башҡортостан халҡы. Шуға күрә, уның башҡалар тарафынан етештерелеүе – бөтөнләй мөмкин булмаҫлыҡ хәл. Борсолоуға юридик йәһәттән бер ниндәй нигеҙ юҡ. Киреһенсә, уны күберәк һатыу республикабыҙ өсөн отошло ғына.
– Тимәк, балды үҙебеҙҙә ҡалдырып ҡына әллә ни отмаясаҡбыҙ...
– Шуға ла ошо мәҡәлә авторҙарынан, хәүефләнгән башҡа кешеләрҙән: “Ә бөгөн үҙебеҙ етештергән балды ҡайҙа ҡуяйыҡ һуң?” – тип һорар инем. Башҡортостанда умартасылар бик күп, балы ла халыҡҡа етерлек. Артабан сит илдәргә, мәҫәлән, ғәрәп илдәренә сығырға һәм иҡтисадыбыҙҙы тағы ла нығыраҡ күтәрергә кәрәк. Уны һатыу йәһәтенән төрлө юл эҙләйбеҙ. Миҫал өсөн, учреждениебыҙ бал нигеҙендә 200-ҙән ашыу продукция етештерә, шуның 40-тан ашыуы – сифатлы төрлө косметика әйберҙәре. Улар беҙҙең башҡорт балын һатыуға өлөш индерә, уның исемен сит илдәрҙә таратырға, һис шикһеҙ, ярҙам итә.

Ят ҡорттоң беҙҙә таралыуы – төп хәүеф

– Ә бал ҡорто менән сауҙа итеү ҡайһы саҡта отошло? Әле был эш яйға һалынғанмы?
– Йыл һайын Рәсәйҙең бик күп төбәгенә башҡорт бал ҡорттары һатыла. Уға һәр ерҙә ихтыяж ҙур. Шуға күрә райондарҙа булғанда умартасыларҙы бал менән генә түгел, ә ҡорттар менән дә һатыу итеү зарурлығы тураһында иҫкәртеп торабыҙ. Ҡоро йылдарҙа балдың бөтөнләй аҙ булыуы ихтимал, ә ҡортто һатыу яҙ миҙгелендә үк килемдең ҙур өлөшөн алып ҡалырға ярҙам итәсәк. Мәҫәлән, Учалы районын алып ҡараһаҡ, унда йүкә юҡ, шуға ла урындағы умартасыларға бал етештереп һатыу еңел бирелмәй. Әммә улар бал ҡорттарын үрсетеү һәм уны һатыуҙан табыш ала алыр ине. Ә бына йүкәгә бай бөрйәндәрҙең татлы ризыҡ менән сауҙа итеп, уңышҡа өлгәшеү мөмкинлеге ҙур.
– Минеңсә, ҡытайҙарҙың башҡорт балын етештереүенән дә ҙурыраҡ хәүеф бар. Ҡайһы берәүҙәр бөтөнләй ят тоҡомло бал ҡорттарын Башҡортостанға килтерә. Һеҙ ниндәй фекерҙә?
– Һис шикһеҙ, башҡорт бал ҡортоноң именлегенә ҙур хәүеф был. Ысынлап та, Башҡортостан еренә үзбәк, карпат, көньяҡ ҡорттарын күпләп килтереүселәр һәм үрсетеүселәр бар. Улар менән бергә төрлө ҡорт ауырыуҙары ла килә бит. Ә беҙҙең инә ҡорттарҙы аталандырыуҙары иһә киләсәктә метис бал ҡорттарының артыуына килтерәсәк. Ә бының һөҙөмтәһендә башҡорт бал ҡортоноң бөтөнләй юҡҡа сығыуы бар. Шуға ла беҙгә тап үҙебеҙҙекен үрсетергә, уның менән сит ил баҙарын яуларға кәрәк. Ошо һорауҙар бөгөн халҡыбыҙҙы, республикабыҙҙы күберәк борсорға тейеш. Ә булмаған хәүефте күпертергә тырышыу, юҡтан бар яһау дөрөҫ түгел.
Һуңғы йылдарҙа башҡорт балы Рәсәй һәм донъя баҙарына сыҡты, бының өсөн байтаҡ эш башҡарылды. Бөгөн бөтөн иҡтисади мөнәсәбәттәр тап донъя баҙарына үтеп инеүгә ҡоролған бит. Ә беҙҙе сит илдәрҙә таныуҙары, башҡорт балының үҙебеҙҙең арала ғына түгел, башҡалар тарафынан да билдәле брендҡа әйләнеүе күпкә ишара.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Стәрлетамаҡтар гражданлыҡ бурысын  лайыҡлы үтәй

Стәрлетамаҡтар гражданлыҡ бурысын лайыҡлы үтәй 09.09.2018 // ---

Республикала һайлау тамамланыуға бара. Һайлау участкаларынан халыҡ өҙөлмәй. Күпселек иртән тауыш...

Тотош уҡырға 407

Бурыс – уҡыусының һәләтен үҫтереү

Бурыс – уҡыусының һәләтен үҫтереү 31.08.2018 // ---

Төпкөлдәге мәктәптәр тулыһынса юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителгән. Һуңғы йылдарҙа заман...

Тотош уҡырға 480

В Башкортостане изменили критерии оценки муниципальных чиновников

В Башкортостане изменили критерии оценки муниципальных чиновников 21.08.2018 // ---

Башҡортостанда муниципаль чиновниктарға баһа биреү критерийҙарын үҙгәрттеләр....

Тотош уҡырға 360

В Башкирии вынесен приговор по делу о пожаре в реабцентре, где погибли 12 человек

В Башкирии вынесен приговор по делу о пожаре в реабцентре, где погибли 12 человек 21.08.2018 // ---

Реабилитация үҙәгендә булған янғын тураһында енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарылды. Унда 12...

Тотош уҡырға 397

В рамках VII Этнофорума «Иҙел башы» в Белорецком районе прошел «Съезд молодежи рода Катай» («Ҡатай ырыуы йәштәренең йыйыны»).
«Единая Россия» предложила сократить стаж, дающий право на досрочную пенсию, и отменить льготные пенсии депутатам и сенаторам

«Единая Россия» предложила сократить стаж, дающий право на досрочную пенсию, и отменить льготные пенсии депутатам и сенаторам 21.08.2018 // ---

"Берҙәм Рәсәй" пенсияға ваҡытынан алда сығыу хоҡуғы биргән стажды ҡыҫҡартырға, шулай уҡ...

Тотош уҡырға 319

“Мәсьәләгә күҙ йоморға ярамай”

“Мәсьәләгә күҙ йоморға ярамай” 14.08.2018 // ---

– Нуғайҙағы юл айырсаһы проекты финанслау йәһәтенән ҡулай булырға тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов баш...

Тотош уҡырға 402

Был юлдар өлгө булырға тейеш

Был юлдар өлгө булырға тейеш 07.08.2018 // ---

Мәғлүм булыуынса, федераль трассалар – Рәсәйҙең иң әһәмиәтле юлдары. Йөк һәм пассажирҙар ағымының...

Тотош уҡырға 426

В Башкортостане на укрепление материально-технической базы школ и детских садов выделят более 1 млрд рублей

В Башкортостане на укрепление материально-технической базы школ и детских садов выделят более 1 млрд рублей 06.08.2018 // ---

По поручению Главы Башкортостана Рустэма Хамитова на укрепление материально-технической базы...

Тотош уҡырға 358

"Халыҡ контроле" ҡороттоң сифатын билдәләне
Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем руководителя МЧС России

Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем руководителя МЧС России 30.07.2018 // ---

28 июля в Доме Республики Глава Башкортостана Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем...

Тотош уҡырға 410

Минздрав Башкортостана: федеральные и региональные льготники полностью обеспечены лекарствами

Минздрав Башкортостана: федеральные и региональные льготники полностью обеспечены лекарствами 30.07.2018 // ---

Проблема с выделением лекарств для льготников в Башкортостане решена полностью. На еженедельном...

Тотош уҡырға 397