Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» Бушлай дауаланыу хоҡуғын ғына бирмәй, һеҙҙең мәнфәғәттәрегеҙҙе лә яҡлай
Бушлай дауаланыу хоҡуғын ғына бирмәй, һеҙҙең мәнфәғәттәрегеҙҙе лә яҡлай Күптән түгел редакция почтаһына республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығыш райондарының береһенән хат килеп төштө. Гәзит уҡыусыбыҙ урындағы медицина хеҙмәтләндереүенә зарланған. “Беҙҙә шәхси медицина лабораториялары эшләй. Анализ биреү өсөн ҡиммәт хаҡ һорайҙар. Ә поликлиника табиптары ябай ғына тикшереү өсөн дә шунда ебәрә. 1500 – 2000 һум түләргә тура килә. Шул уҡ анализды поликлиниканың үҙендә бушлай бирергә мөмкин түгелме ни?” — тип яҙған гәзит уҡыусыбыҙ. Хатты яуапһыҙ ҡалдырманыҡ, әлбиттә — тикшерҙек, белгестәр менән кәңәшләштек, яҙған кешеһенең үҙе менән дә бәйләнешкә сыҡтыҡ. Әммә һүҙ был хаҡта түгел. Төптән уйлап ҡарағанда, хат авторы был дәғүәһе менән гәзиткә, йә булмаһа Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ла түгел, ә туп-тура үҙенең страховка компанияһына мөрәжәғәт итергә тейеш ине бит, сөнки полис бушлай дауаланыу хоҡуғын ғына бирмәй. Страховка компанияһы һеҙҙең шәхси адвокатығыҙ кеүек. Ниндәй генә һорау тыумаһын, тәү сиратта ул ярҙам ҡулы һуҙырға тейеш.

Страховка компанияһын һайлау

Белгестәр билдәләүенсә, бөгөн пациенттарҙың күпселеге медицина страховкалау ойошмаларының ролен баһалап еткермәй. Йәнәһе лә улар мотлаҡ медицина страховкалау (ММС) полисын тапшырған ябай компания ғына. Ғәмәлдә иһә һуңғы йылдарҙа был тармаҡта ла пациенттарҙы хеҙмәтләндереүҙәге ҡануниәттәрҙе камиллаштырыу йәһәтенән үҙгәрештәр индерелде. Мәҫәлән, “Рәсәй Федерацияһында мотлаҡ медицина страховкаһы тураһында”ғы Федераль закондың үҙ көсөнә инеүе системаның эшкә һәләтлелегенә ышандырҙы. “Рәсәй Федерацияһында граждандарҙың һаулығын һаҡлау нигеҙҙәре тураһында”ғы Федераль закон да бик күп етешһеҙлектәргә асыҡлыҡ индерҙе. Ғөмүмән, кешелек донъяһы күптән инде пациент менән табип араһындағы мөнәсәбәттәрҙе еңеләйткән һәм көйләгән страховка медицинаһы юлын һайлаған. Әммә был мөнәсәбәттәрҙең нисек һәм ни рәүешле үҫешеүе күп осраҡта медицина ярҙамының сифатынан да бигерәк кешенең үҙенән тора. Сөнки был осраҡта, иң мөһиме – страховка компанияһын дөрөҫ һайлау һәм мәнфәғәттәреңде урынлы ҡулланыу. Ҡыҙыҡ өсөн генә үҙегеҙҙең медицина полисығыҙҙа ҡайһы страховка компанияһының исеме, адресы яҙылғанын иҫләп ҡарағыҙ әле. Дәғүәләрегеҙ менән ҡасан, нисә тапҡыр мөрәжәғәт иттегеҙ? Ыңғай яуап биреүселәр һирәктер. Бәлки, бөтөнләй юҡтыр ҙа. Һәм был, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ысынбарлыҡ.

ИҪКӘРМӘ. Поликлиниканы йә иһә страховка ойошмаһын йылына бер тапҡыр алмаштырырға мөмкин. ММС системаһында эшләгән страховка компанияларының исемлеге менән мотлаҡ медицина страховкалау фондының төбәк йә федераль кимәлдәге сайттарында танышырға була. Ошонда уҡ страховка өсөн ниндәй документтар тапшырыу кәрәклеге тураһында мәғлүмәт тә бар.

Түләргә, түләмәҫкә...

Бөгөн мотлаҡ медицина страховкаһының база программаһына ярашлы кешегә илдең теләһә ниндәй төбәгендә медицина ярҙамы күрһәтелергә тейеш. Йәғни был осраҡта һинең ҡайҙа йәшәүең һәм ниндәй адрес буйынса теркәлеүең мөһим түгел. Төп ҡағиҙә — ҡулыңда полис булыу. Тик шуныһы — ауырыуҙар күп булған осраҡта дауалау учреждениеһы яңы пациенттан баш тартырға ла хоҡуҡлы. Уның ҡарауы, кешенең дәүләт һәм муниципаль дауалау учреждениеларынан тыш мотлаҡ медицина страховка системаһына ингән ведомство йәки шәхси дауалау учреждениеһын һайлау хоҡуғы ла бар. Ҡулында медицина полисы булған пациент страховкалау системаһына ингән медицина учреждениеһында өҫтәмә аҡса түләргә тейеш түгел. Бары юғары кимәлдәге уңайлыҡтар тыуҙырылған палата өсөн йәки үҙенең һорауы буйынса машина менән өйөнә оҙатҡанда, йә иһә икенсе дауалау учреждениеһына илткәндә, медицина күрһәтмәләре буйынса ҡаралмаған махсус тәрбиә күрһәтелгәндә генә пациенттың өҫтәмә аҡса түләүе ихтимал. Ҡалған барлыҡ медицина ярҙамы түләүһеҙ күрһәтелә.
“База”нан тыш, ММС-тың территориаль программалары ла бар — быныһын һәр төбәк үҙе раҫлай. Уның “база”ға яраҡлашыу-яраҡлашмауы йәки күпкә юғарыраҡ кимәлдә ойошторолоуы аныҡ төбәк халҡына ғына ҡағыла. Бынан тыш, 2014 йылдан ММС системаһына юғары технологиялы медицина программаһы ла индерелде. Ғөмүмән, тармаҡтың тотороҡлолоғо дәүләткә мотлаҡ медицина страховкаһы төрҙәренең исемлеген киңәйтеү мөмкинлеген бирә. Һөҙөмтәлә бөгөн ҡиммәтле заманса медицина ҡорамалдары менән килеме аҙ кешеләр ҙә файҙалана ала.

ИҪКӘРМӘ. 2013 йылдан ММС-тың база программаһына түләүһеҙ диспансеризация үтеү индерелде. Бындай өҫтәмә һәр кемгә ѳөс йылға бер тапҡыр һаулығын тикшертеп тороу мөмкинлеген бирә. Бынан тыш, программаға ярашлы экстракорпораль аталандырыу (ЭКО) буйынса ҡиммәтле процедура ла бушлай күрһәтелә.
Мәғлүмәти ярҙам

Юҡҡа ғына бөгөн кешенең мәғлүмәт алыуға хоҡуғы Рәсәй Конституцияһы тарафынан нығытылмаған. Ҡануниәткә ярашлы, пациент медицина хеҙмәтен ойоштороуға бәйле барлыҡ һорауҙарға ла яуап алырға хоҡуҡлы.

ИҪКӘРМӘ. Әйткәндәй, барлыҡ мәғлүмәт менән һеҙҙе полис алған медицина страховка ойошмаһы таныштырып барырға тейеш тә инде. Ҡағиҙә булараҡ, страховка компанияларында тәүлек әйләнәһенә “ҡыҙыу линия” эшләй. Пациент теләһә ниндәй ваҡытта үҙен борсоған һорау менән мөрәжәғәт итә ала. Бынан тыш, әлеге көндә граждандарға консультация биреү маҡсатында ММС-тың территориаль фондтары һәм страховка компаниялары ярҙамында Рәсәй төбәктәре биләмәләрендә берҙәм контакт-үҙәктәр ойошторола.

“Ҡул ҡулды йыумай”

Бөгөнгө заман шарттарында адвокат яллау арыу ғына сығымдар талап итә. Шуға ла хәтерегеҙгә һалып ҡуйығыҙ: страховка медицина ойошмаларына пациенттарҙың хоҡуҡтарын яҡлау вәкәләттәре лә һалынған. Иң мөһиме — был бурыс бушлай башҡарылырға тейеш. Ябайлаштырып әйткәндә, әгәр һеҙгә поликлиникала йәки дауаханала түләүле медицина хеҙмәтен тәҡдим итәләр, тикшереүҙә йә иһә госпиталгә һалыуҙа тотҡарлыҡ күрһәтәләр, сифатһыҙ дауалайҙар икән — һис икеләнмәйсә страховка компанияғыҙға мөрәжәғәт итегеҙ. Улар һеҙҙең хоҡуҡтарығыҙҙы яҡларға бурыслы.
Шуныһы мөһим: страховка компаниялары дауалау учреждениеларына буйһонмай. Улай ғына ла түгел, улар үҙҙәре үк пациентҡа медицина ярҙамының сифатлы булыуын контролдә тотоуҙа ярҙам күрһәтергә тейеш. Шуға ла пациенттарға һәм уларҙың туғандарына табиптар менән страховкалаусылар бер төптән эш итә тигән “миф”ҡа ышанырға һәм бынан ҡурҡырға ярамай. Был осраҡта “ҡул ҡулды йыумай”.

Бурыстары тағы өҫтәлә

1 июлдән страховка компаниялары вәкилдәренең пациенттарға кәңәш биреү һәм кәрәк саҡта уларҙы оҙата йөрөү кеүек хеҙмәттәре ҡануниәт тарафынан нығытыла. Атап әйткәндә, страховкалаусылар, граждандарға контакт-үҙәк аша ярҙам күрһәтеүҙән тыш, түбәндәге бурыстарын да үтәргә тейеш.
— Профилактик саралар, йәғни диспансеризациялау мәлендә пациентты шәхси оҙатып йөрөү. Был осраҡта страховка вәкилдәре, пациентҡа мәғлүмәти ярҙам күрһәтеүҙән тыш, үҙҙәре үк диспансеризация үтеү, ҡасан, ниндәй ваҡытта табипҡа күренеү кәрәклеген дә иҫкәртеп торорға бурыслы.
— Ауырыуға планға ярашлы госпитализация ойошторола икән, был осраҡта ла страховка вәкиле уны мотлаҡ оҙата барырға тейеш. Атап әйткәндә, ваҡытында дауаханаға эләгеүҙе тәьмин итеү, юл барыуҙы хәстәрләү, сирлене ҡабул итергә һәм сифатлы медицина ярҙамы күрһәтергә әҙер булыу, дауахана менән һөйләшеүҙәр алып барыу һ.б.

Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова билдәләүенсә, медицина страховка ойошмалары “халыҡтың сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһауҙа туранан-тура ҡатнашырға тейеш”. Ғөмүмән, бөгөн һаулыҡ һаҡлау тармағының страховкалау моделе пациенттарға бушлай һәм сифатлы медицина ярҙамын күрһәтеүҙә, шулай уҡ медицина хеҙмәттәренең сифатын тәьмин итеүҙә етди гарантиялар вәғәҙәләй. Был осраҡта иң мөһиме — пациенттарҙың үҙ хоҡуҡтарын белеүе. Әгәр һин үҙеңдең ниндәй медицина страховка компанияһына ҡарағаныңды ла белмәйһең икән, был гарантияларҙың кәрәге лә булмауы ихтимал.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Стәрлетамаҡтар гражданлыҡ бурысын  лайыҡлы үтәй

Стәрлетамаҡтар гражданлыҡ бурысын лайыҡлы үтәй 09.09.2018 // ---

Республикала һайлау тамамланыуға бара. Һайлау участкаларынан халыҡ өҙөлмәй. Күпселек иртән тауыш...

Тотош уҡырға 1 055

Бурыс – уҡыусының һәләтен үҫтереү

Бурыс – уҡыусының һәләтен үҫтереү 31.08.2018 // ---

Төпкөлдәге мәктәптәр тулыһынса юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителгән. Һуңғы йылдарҙа заман...

Тотош уҡырға 1 137

В Башкортостане изменили критерии оценки муниципальных чиновников

В Башкортостане изменили критерии оценки муниципальных чиновников 21.08.2018 // ---

Башҡортостанда муниципаль чиновниктарға баһа биреү критерийҙарын үҙгәрттеләр....

Тотош уҡырға 983

В Башкирии вынесен приговор по делу о пожаре в реабцентре, где погибли 12 человек

В Башкирии вынесен приговор по делу о пожаре в реабцентре, где погибли 12 человек 21.08.2018 // ---

Реабилитация үҙәгендә булған янғын тураһында енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарылды. Унда 12...

Тотош уҡырға 1 068

В рамках VII Этнофорума «Иҙел башы» в Белорецком районе прошел «Съезд молодежи рода Катай» («Ҡатай ырыуы йәштәренең йыйыны»).
«Единая Россия» предложила сократить стаж, дающий право на досрочную пенсию, и отменить льготные пенсии депутатам и сенаторам

«Единая Россия» предложила сократить стаж, дающий право на досрочную пенсию, и отменить льготные пенсии депутатам и сенаторам 21.08.2018 // ---

"Берҙәм Рәсәй" пенсияға ваҡытынан алда сығыу хоҡуғы биргән стажды ҡыҫҡартырға, шулай уҡ...

Тотош уҡырға 887

“Мәсьәләгә күҙ йоморға ярамай”

“Мәсьәләгә күҙ йоморға ярамай” 14.08.2018 // ---

– Нуғайҙағы юл айырсаһы проекты финанслау йәһәтенән ҡулай булырға тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов баш...

Тотош уҡырға 1 175

Был юлдар өлгө булырға тейеш

Был юлдар өлгө булырға тейеш 07.08.2018 // ---

Мәғлүм булыуынса, федераль трассалар – Рәсәйҙең иң әһәмиәтле юлдары. Йөк һәм пассажирҙар ағымының...

Тотош уҡырға 1 080

В Башкортостане на укрепление материально-технической базы школ и детских садов выделят более 1 млрд рублей

В Башкортостане на укрепление материально-технической базы школ и детских садов выделят более 1 млрд рублей 06.08.2018 // ---

По поручению Главы Башкортостана Рустэма Хамитова на укрепление материально-технической базы...

Тотош уҡырға 1 051

"Халыҡ контроле" ҡороттоң сифатын билдәләне
Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем руководителя МЧС России

Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем руководителя МЧС России 30.07.2018 // ---

28 июля в Доме Республики Глава Башкортостана Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем...

Тотош уҡырға 1 010

Минздрав Башкортостана: федеральные и региональные льготники полностью обеспечены лекарствами

Минздрав Башкортостана: федеральные и региональные льготники полностью обеспечены лекарствами 30.07.2018 // ---

Проблема с выделением лекарств для льготников в Башкортостане решена полностью. На еженедельном...

Тотош уҡырға 980