Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» Сәхрәләрҙә көтөү-көтөү мал…
Сәхрәләрҙә көтөү-көтөү мал…Ауыл хужалығында бер генә тармаҡты алып барып булмай. Игенселек менән малсылыҡ шул тиклем тығыҙ бәйләнгән, уларҙы һис айырыу, ҡайһыһыналыр өҫтөнлөк биреү мөмкин түгел. Бигерәк тә ҙур хужалыҡтарҙа.


“Авангард” яуап­лылығы сикләнгән йәм­ғиәте шундай­ҙарҙан иҫәпләнеп, ике өлкәлә лә табышлы эшләгән­дәрҙән һанала. Барлығы 5 800 гектарға яҡын һөрөнтө ерҙә үҙҙәре өсөн кәрәкле бөтә культураларҙы ла үҫте­рәләр. Мал аҙығы өсөн күп йыллыҡ кос­тер, люцерна һымаҡ үләндәргә өҫтөнлөк бирелә. Быйыл 400 гектар майҙандағы кукуруз силосҡа һалынасаҡ. Тәүге тапҡыр 200 гектарҙа орлоҡҡа сәселгән. Уныһы фуражға, ҡатнаш аҙыҡҡа өҫтәмә итеп ҡушыласаҡ. Ҡатнаш аҙыҡ тигәндән, хужалыҡта уны үҙҙәре әҙерләй.
Беҙ барғанда, яңы иген киптергес төҙөлөп бөтөп бара ине. Ырымбур өлкәһенән “Бөгөрсән” компанияһы сафҡа индереп, урындағы белгестәрҙе өйрәтеп китәсәк. Төҙөлөшкә ҡағылғас, шуны ла әйтеү мөһим: уҙған йылдарҙа хужалыҡтың дүрт һөтсөлөк фермаһында ла яңы йәйге лагерь ҡоролоп, заманса һауыу аппараттары менән йыһазлан­дырылған. Быйыл төп биналарҙа реконструкция эше тамамланасаҡ.
Уҫлыбаш фермаһы малдары сәхрәгә таралғайны. Көтөүсе Александр Фроловтың ярҙамсылары – ике эте хужаларының ым-ишараһын күптән аңлап бөткән. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, йәштәр араһында малсылыҡҡа эшкә килеүсе хәҙер һирәк. Уйҙарҙы һиҙгәндәй, һүҙгә йомарт Александр былай тип йылмайҙы:
– Ярты эште эттәр башҡара бит. Шунан һуң, аҡсаһын түләйҙәр, йылы аш бешерелә, ике көнгә бер тәбиғәттә йөрөп ҡайтыу үҙе ни тора! Төҙөлөш менән булабыҙ, кәләш менән ҡыҙ үҫтерәбеҙ…
Хужалыҡ 2010 йылда ҡай­танан ойошторолһа ла, бында дөйөм мөлкәтте таратып әрәм-шәрәм итмәгәндәр, һаҡлап алып ҡал­ғандар. Шуға 180-гә яҡын кешегә эш тә, аш та бар тигәндәй. Шәхси ярҙамсыл хужалыҡтарын алып барырға ла булышлыҡ итеп торалар.
Малсылыҡҡа килгәндә, һыйыр малы ике меңдән ашыу, шу­ларҙың 550-һе һауыла. Һа­уынсыларҙан Татьяна Новикова, Надежда Данилова, Наталья Новикова, Татьяна Степановалар быйылғы биш ай эсендә генә 20-шәр мең килограмдан ашыу һөт һауған. Рәмил Хәсәнов етәкләгән ферма район буйынса ал­дынғыларҙан һанала.
– Беҙҙең төп байлыҡ – кешеләр, – ти йәмғиәт директоры. – Малсылар, механизаторҙар араһында йәштәрҙең булыуы ҡыуаныслы.
Ошоноң менән барыһы ла әйтелгән: ауылдарҙың киләсәге лә, хужалыҡтың ныҡлығы ла…


Автор: Т. МУСИН.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Район: Стәрлетамаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Стәрлетамаҡтар гражданлыҡ бурысын  лайыҡлы үтәй

Стәрлетамаҡтар гражданлыҡ бурысын лайыҡлы үтәй 09.09.2018 // ---

Республикала һайлау тамамланыуға бара. Һайлау участкаларынан халыҡ өҙөлмәй. Күпселек иртән тауыш...

Тотош уҡырға 1 055

Бурыс – уҡыусының һәләтен үҫтереү

Бурыс – уҡыусының һәләтен үҫтереү 31.08.2018 // ---

Төпкөлдәге мәктәптәр тулыһынса юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителгән. Һуңғы йылдарҙа заман...

Тотош уҡырға 1 137

В Башкортостане изменили критерии оценки муниципальных чиновников

В Башкортостане изменили критерии оценки муниципальных чиновников 21.08.2018 // ---

Башҡортостанда муниципаль чиновниктарға баһа биреү критерийҙарын үҙгәрттеләр....

Тотош уҡырға 982

В Башкирии вынесен приговор по делу о пожаре в реабцентре, где погибли 12 человек

В Башкирии вынесен приговор по делу о пожаре в реабцентре, где погибли 12 человек 21.08.2018 // ---

Реабилитация үҙәгендә булған янғын тураһында енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарылды. Унда 12...

Тотош уҡырға 1 068

В рамках VII Этнофорума «Иҙел башы» в Белорецком районе прошел «Съезд молодежи рода Катай» («Ҡатай ырыуы йәштәренең йыйыны»).
«Единая Россия» предложила сократить стаж, дающий право на досрочную пенсию, и отменить льготные пенсии депутатам и сенаторам

«Единая Россия» предложила сократить стаж, дающий право на досрочную пенсию, и отменить льготные пенсии депутатам и сенаторам 21.08.2018 // ---

"Берҙәм Рәсәй" пенсияға ваҡытынан алда сығыу хоҡуғы биргән стажды ҡыҫҡартырға, шулай уҡ...

Тотош уҡырға 887

“Мәсьәләгә күҙ йоморға ярамай”

“Мәсьәләгә күҙ йоморға ярамай” 14.08.2018 // ---

– Нуғайҙағы юл айырсаһы проекты финанслау йәһәтенән ҡулай булырға тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов баш...

Тотош уҡырға 1 175

Был юлдар өлгө булырға тейеш

Был юлдар өлгө булырға тейеш 07.08.2018 // ---

Мәғлүм булыуынса, федераль трассалар – Рәсәйҙең иң әһәмиәтле юлдары. Йөк һәм пассажирҙар ағымының...

Тотош уҡырға 1 080

В Башкортостане на укрепление материально-технической базы школ и детских садов выделят более 1 млрд рублей

В Башкортостане на укрепление материально-технической базы школ и детских садов выделят более 1 млрд рублей 06.08.2018 // ---

По поручению Главы Башкортостана Рустэма Хамитова на укрепление материально-технической базы...

Тотош уҡырға 1 051

"Халыҡ контроле" ҡороттоң сифатын билдәләне
Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем руководителя МЧС России

Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем руководителя МЧС России 30.07.2018 // ---

28 июля в Доме Республики Глава Башкортостана Рустэм Хамитов встретился с первым заместителем...

Тотош уҡырға 1 010

Минздрав Башкортостана: федеральные и региональные льготники полностью обеспечены лекарствами

Минздрав Башкортостана: федеральные и региональные льготники полностью обеспечены лекарствами 30.07.2018 // ---

Проблема с выделением лекарств для льготников в Башкортостане решена полностью. На еженедельном...

Тотош уҡырға 980